Шоғаев Рим Сәлимулла улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Шоғаев Рим Сәлимулла улы (рус. Шугаев Рим Салимуллович) — 3 апрель 1938) - совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - башҡорт [1]
Биографияһы
үҙгәртергәШоғаев Рим Сәлимулла улы 1938 йылдың 3 апрелендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Илсекәй ауылында тыуған.
1960 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1981 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт эшсәнлеген 1960 йылда Мәләүез тоҡомсолоҡ станцияһында баш зоотехник булып эшләүҙән башлай. Артабан Арыҫлан совхозында ауыл хужалығы продукттарын әҙерләү һәм уларҙың сифаты буйынса инспектор, баш зоотехник булып эшләй, Мәләүез районы ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе була.
1972-1984 йылдарҙа - Мәүләүез сохоздар тресы директоры, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, шунан башҡарма комитеттың рәйесе вазифаһында эшләй.
1984-1986 йылдарҙа - БАССР-ҙың Халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары.
1986-1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары, шулай уҡ республиканың иҡтисад министры урынбаҫары була.
1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Ғафури районы, 194-се Яңғыҙҡайын һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы була [2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (ике тапҡыр)
- «Почёт Билдәһе» ордены (ике тапҡыр)
- СССР миҙалдары
Ғаиләһе
үҙгәртергәҒаиләһендә 2 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5