Шмелёв Алексей Николаевич

Шмелёв Алексей Николаевич (11 март 1960 йыл) — Рәсәй муниципаль эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы (2013 йылдың 20 декабренән), Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары (2007—2013).

Шмелёв Алексей Николаевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 11 март 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Рассвет ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Ленинск
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены медаль «За содружество во имя спасения»

БиографияһыҮҙгәртергә

Алексей Николаевич Шмелёв 1960 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ленинск ҡасабаһында тыуған. 1986 йылда Ҡаҙан инженер-төҙөлөш институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

  • 1986—1998 — «Башнефть» акционер нефть компанияһының Октябрьский ремонт-төҙөлөш идаралығы мастеры, баш инженеры, начальнигы;
  • 1998—2004 — ЯСЙ «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының автотранспорт юл цехы начальнигы;
  • 2004—2007 йылдарҙа — ААЙ «Октябрьский нефть һәм газ машиналары эшләү заводы»ның генераль директоры;
  • 2007—2013 — Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
  • 2013 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[1][2].

Шулай уҡ — «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы» идараһы рәйесе[3]

НаградаларыҮҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһы энергетика министрлығының Почетлы нефтсеһе.
  • Салауат Юлаев ордены (2017 йылдың 9 октябре) — емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн, кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн, сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары, фәнни өлкәлә һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә юғары ижади ҡаҙаныштары, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар өсөн, үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә , йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә уңыштары өсөн, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[4][5].
  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу хаҡына хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы[6].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә