Шишмә (йылға)
Шишмә (татар. Çişmə, Чишмә) — йылға. Рәсәйҙәге йылға, Һамар өлкәһе һәм Татарстан биләмәләре буйлап аға. Каманың һул ҡушылдығы. Исемен татарҙарҙың «чишмә» һүҙенән ала.
Шишмә | |
Ҡайҙа ҡоя | Кама |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Кичуй[d], Удалинка, Большая Каменка[d], Каратай, Секинесь, Бағраж (Шишмә ҡушылдығы), Чумачка, Уртачирям[d], Челна һәм Оша[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Һыу сығымы | 11,1 м³/с |
Бассейн майҙаны | 6200 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Татарстан Республикаһы һәм Һамар өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 259 km |
Географияһы
үҙгәртергәЙылға оҙонлоғо — 259 км, бассейны майҙаны — 6,2 мең км². Һамар өлкәһендә. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығынан башлана, Куйбышев һыуһаҡлағысының Кама ҡултығына ҡоя, (йылғаның һыубаҫар туғайҙары Шишмә Тамағы ҡултығын барлыҡҡа килтерә). Йылға үҙәне асимметрик, бормалы, инештәрендә киңлеге 0,9—1,2 км булған V-рәүешле, ҡалған дауамында трапеция формаһында, киңлеге 3-4 км. Йылға үҙәндәре һәм йырындар менән йырғыланған тулҡынлы тигеҙлек буйлап аға. Йылға башында киңлеге 100—300 м, тамағында 2 км тиклем тирбәлә. Йылғаның ярҙары текә, урыны менән йырғыланған. Йылғаға 69 ҡушылдыҡ ҡоя, уларҙың иң ҙурҙары: Урман Шишмәһе, Кувак, Талкиш, Секинесь, Кичуй, Толкишка.
Гидрологияһы
үҙгәртергәЙылға уртаса һыулы. Башлыса ҡар һыуҙары менән (63 %), шулай уҡ ер аҫты һәм ямғыр һыуҙары менән туйына. Бассейнында йыллыҡ һыу ҡатламы 110—145 мм, шуларҙың 60—80 мм яҙғы ташҡынға тура килә. Ер аҫты һыуҙары менән туҡланыу үрге һәм урта ағымында 5,0—10,0 тирәһендә тирбәлә, тамағына ҡарай 1,0 л/сек км² тиклем кәмей. Шишмә юғары грунт аҡмаһы менән айырылып тора, 0,5—1,0 л/сек, һирәгерәк 2—3 л/сек дебит менән сығанаҡтар күп. Ҡышын ағып төшкән һыу күләме тотороҡло, түбән, оҙайлы боҙ ятыу менән характерлана (120—150 көн). Уртаса тоноҡлоҡ — 230 г/см³. Ағым тиҙлеге — 0,1—0,8 м/с.
Йылғала һыу хлорид-кальций гидрокарбонатлы, яҙын 200—400 мг/л уртаса минераллы, һәм 600—700 мг/л түбән тәрәнлектә юғары минераллы. Түбән кимәлендә тамағында сығымы 8,8 м³/с. Һыуҙың уртаса йыллыҡ сығымы тамағынан 86 км алыҫлыҡта — 11,1 м³/с.
Дәүләт һыу реестры коды — 11010000212112100003525[1]
Хужалыҡта ҡулланышы
үҙгәртергәЙылға төбәктә ҙур хужалыҡ әһәмиәтенә эйә, төбәк әһәмиәтендәге транспорт магистрале, тәбиғи һыу менән тәьмин итеү сығанағы, шул иҫәптән нефть объекттарын да тәьмин итә. Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының 1978 йылдың 10 ғинуарындағы 25-се ҡарары һәм Татарстан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2005 йылдың 29 декабрендәге № 644 төбәк әһәмиәтендәге ҡарары менән тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған.
Тәбиғәт
үҙгәртергәЙылғала суртан, сабаҡ, ҡыҙылгүҙ,бағыр бар. Тәлмәрйен, һөлөк, ондатра, ҡама,ҡондоҙ осрай. Болоттар сөсө һыуҙа тереклек итеүсе бүздәк болоттан ғибәрәт. Йылғаның планктонында өйрөлмәктәрҙең 31 төрө тереклек итә, һирәкләп тармаҡлы мыйыҡлыларҙың 11 төрө, ишкәгаяҡ ҡыҫалаларҙың 22 төрө һәм фитопланктондың 12 вәкиле, зоопланктондың 7 төрө осрай. Һыу ятҡылығының үҙ аллы таҙарыныуы әүҙем. Һимерүләндәр башлыса бер урында ғына тереклек итә, йыш ҡына юғары һыу үҫемлектәрендә (перифитон). Тик эпибентосҡа ҡараған төрҙәр (һыу ятҡылыҡтары төбөндә йәшәүсе организмдар) һәм һыу ҡатламында йәшәүсе колониялар (планктон) осрай. Ҡабырсаҡлы амёбалар күп, улар һыу ятҡылығының бөтә экологик уйымдарында тиерлек йәшәй. Һыу үҫемлектәре үҫкән йылы һай һыулы урындарҙа, шулай уҡ ҡомло һайлыҡтарҙа йыш осрай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 12. Нижнее Поволжье и Западный Казахстан. Вып. 1. Нижнее Поволжье / под ред. О. М. Зубченко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 287 с.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шешма // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Шешма // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)