Ширин Сергей Сергеевич
Ширин Сергей Сергеевич (23 июнь 1910 йыл, Тбилиси — 25 июнь 1974 йыл, Өфө) — совет ғалимы, нефть сығарыу өлкәһендә фән һәм төҙөлөш ойоштороусыһы. «Башнефтепроект» институтын ойоштороусыларҙың береһе һәм 1957 йылдан алып уның директоры. Уның етәкселегендә нефть сығарыу объекттары проектлана, Башҡортостан нефть ятҡылыҡтары яйға һалына.
Ширин Сергей Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 23 июнь 1910 |
Тыуған урыны | Тбилиси, Тифлис губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 июнь 1974 (64 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР, Совет Рәсәйе |
Һөнәр төрө | ғалим |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, тармаҡтың Почётлы нефтсеһе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
Белеме
үҙгәртергә- 1948 — Мәскәү нефть институты
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1948—1953 — Ишембай нефть эшкәртеү заводының баш инженеры;
- 1953—1957 — Ленгипрогаз филиалының баш инженеры;
- 1957 — «Башнефтепроект» институты директоры, Башнефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының (БашНИПИнефть) баш инженеры.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,
- тармаҡтың Почётлы нефтсеһе,
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- «Почёт билдәһе» ордены,
- миҙалдар.