Шиомгвиме (груз. შიომღვიმე, Шио-Мгвим монастыры) — Грузияла урта быуаттар монах архитектура комплексы, Мцхета ҡалаһынан алыҫ түгел. Ул тар эзбизле тарлауыҡта Мтквари йылғаһының төньяҡ ярында (Кура), Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиҙан яҡынса 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Шиомгвиме
груз. შიომღვიმე
Нигеҙләү датаһы VI быуат
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Шио Мгвимский[d]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Мцхета-Мтианети
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Шиомгвиме Викимилектә

Шиомгвиме монастыры, Изге Иоанн Креститель ҡорамы

Монастырь комплексы

үҙгәртергә

Тарихи традицияларға ярашлы, был урында беренсе монахтар общинаһына VI быуатта Грузияға христиан миссионерҙары сифатында килгән ун өс ассирия руханиҙарының береһе монах Шио тарафынан нигеҙ һалына. Изге Шио дәрүиш булараҡ һуңғы йылдарын Мцхета янындағы тәрән мәмерйәлә үткәрә, һуңынан был мәмерйә Шиомгвиме (Шио мәмерйәһе) тип атала.

Иң беренсе ҡоролма — Изге Иоанн Креститель ҡорамы (560—580 йылдарҙа төҙөлгән). Тәре рәүешендәге был сиркәү конструкцияһы буйынса бик ябай һәм ҡәтғи була. Шул уҡ ваҡытҡа монахтар ҡаҙған мәмерйәләр ҡарай, улар әле лә монастырь тирәләй һәм монастырь комплексына алып барыусы юл буйында күренә. Сиркәү көмбәҙе һигеҙ мөйөшлө барабанға таяна һәм конус ҡыйыҡ менән ҡапланған. Ҡорам эсендә рухани Шионың тормошо күренештәре менән бай биҙәлгән таш иконостас урынлашҡан, ул Грузия Дәүләт сәнғәт музейында һаҡлана. Ғибәҙәтхананың манараһы 1733 йылда төҙөлгән.

Божья Матерь хөрмәтенә аталған Үрге сиркәү (Эклесия Земо) Шиомгвиме монастырының үҙәк өлөшө булып тора һәм XII быуат сиктәрендә батша Давид IV Төҙөүсе бойороғо буйынса төҙөлгән. Тәүҙә көмбәҙле сиркәү, һуңынан сит ил баҫып инеүенән емерелгән һәм 1678 йылда базилика кеүек тергеҙелгән.

Аш-һыу бүлмәһе XII һәм XVI быуаттар араһында төҙөлгән һәм изге Шио мәмерйәһенә үтеү юлы менән тоташҡан. Урта быуаттың фрескалары менән биҙәлгән XII быуаттың бәләкәй часовняһы айырым ҡалҡыулыҡта тора.

Монастырь XI XVIII быуатта бер ни тиклем үҙгәртелә, әммә үҙенең тәүге архитектураһы һаҡлана.

1937 йылдағы арахеологик экспедиция билдәләүенсә, монахтар общинаһын һыу менән ике саҡрымлыҡ һыу үткәргес тәьмин итә, ул күрше Схалтба ауылынан һуҙылған һәм 1202 йылда батшабикә Тамараның министры, епископ Антон тарафынан төҙөлгән тип йылъяҙмала телгә алына

Шиомгвиме тиҙ арала Грузияның эре монахтар общинаһына әйләнә, ә VI быуат аҙағына унда 2000 монах йәшәй. Монастырь йәнле мәҙәни һәи дини эшмәкәрлек үҙәге була һәм Грузия католикосының шәхси патронажы аҫтында була. Давид IV Төҙөүсе Шиомгвимены батша домены итеп эшләй һәм монастырь өсөн ҡағиҙәләр (типикон) әйтеп яҙҙыра (1123). Берҙәм грузин батшалығының бөлгөнлөккә төшөүе һәм бер туҡтауһыҙ сит илдәрҙең баҫып алыуы монастырҙы бөлгөнлөккә төшөрә. Сағыштырмаса йәнләнеү осоро Георгий VIII (1446—1465 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) Шио -Мгвим монастырын һәм уның ерҙәрен Зевдгинидзе-Амилахвари ғаиләһенә биргәндә башлана, улар 1810 йылдарҙа уны ғаилә төрбәһе сифатында ҡуллана.

 
Шиомгвиме монастыры күренеше

Монастырҙы (1614—1616) фарсы шаһы Ғәббәс I ғәскәрҙәре емерә. Кенәз Гиви Амилахвари монастырҙы 1678 йылда тергеҙә, әммә 1720 йылда ғосман оккупацияһы тағы ла зыян килтерә. 1733 йылда Амилахвари тарафынан тергеҙелгән монастырь ике йылдан һуң фарсылар тарафынан йәнә емерелә. Һуңынан Шиомгвиме монастыры тергеҙелә, XIX быуатта уның интерьеры яңыртыла, әммә монастырь Грузияның рухи тормошонда үҙенең тәүге әһәмиәтен ҡайтара алмай. Совет власы осоронда монастырь ябыла, әммә әлеге ваҡытта эшләп килә һәм хаж ҡылыусыларҙы һәм туристарҙы йәлеп итә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә