Шейх Хасина Вазед
Шейх Хасина́ Вазе́д (28 сентябрь 1947 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1996—2001 йылдарҙа Бангладештың премьер-министры, 2009 йылдан — «Авами Лиг» партияһы етәксеһе.
Шейх Хасина Вазед | |||
হাসিনা ওয়াজেদ | |||
| |||
---|---|---|---|
6 ғинуар 2009 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Фахруддин Ахмед | ||
| |||
23 июнь 1996 йыл — 15 июль 2001 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Хабибур Рахман | ||
Дауамсы: | Латифур Рахман | ||
Дине: | ислам | ||
Тыуған: | 28 сентябрь 1947 (77 йәш) округ Фаридпур, Бангладеш, Доминион Пакистан | ||
Атаһы: | Муджибур Рахман | ||
Әсәһе: | Шейх Фазилутаннеса Муджиб[d] | ||
Супруг: | М. А. Вазед Миах[d] | ||
Балалары: | Саджиб Вазед[d] Сайма Вазед[d] | ||
Партия: | Авами Лиг | ||
Белеме: | «Эдем» ҡыҙҙар колледжы | ||
Автограф: | |||
Ғүмер юлы
үҙгәртергәФаридпур округында тыуған. 1971—1975 йылдарҙа бойондороҡһоҙ Бангладеш башлығы, «милләт атаһы» тип йөрөтөлгән Шейх Муджибур Рахман ҡыҙы. 1969 йылда Даккалағы стунеб болғаныштарында ҡатнаша. 1971 йылда Бангладештың бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғышта баҫҡынсы Пакистан армияһы тарафынан ҡулға алына. 1975 йылдың 15 авгусында атаһы һәм ғаилә ағзаларынан 20 кеше фетнәселәр тарафынан үлтерелә. Бар ғаиләнән һеңлеһе һәм үҙе генә тороп ҡала, сөнки был ваҡытта улар Бангладешта булмай. 1981 йылда сит илда көйө уны Авами Лиг партияһы етәксеһе итеп һайлайҙар. Шул йылда уҡ Бангладешҡа ҡайта. Ил башлығы Эршад Хөсәйен Мөхәммәт режимына ҡаршы сыға. 1991 йылда Эршад хакимиәттән киткәндән һуң идара итеүҙең демократик системаһын тергеҙеләю Парламентҡа һайлау барышында уның партияһы Бангладеш милли партияһынан еңелә. 1990-сы йылдарҙан хакимиәт өсөн көрәш ошо ике партия араһында бара.
Премьер-министр (1996—200)
үҙгәртергә1996 йылдың мартындаа Шейх Хасина сираттағы һайлауҙарға бойкот белдерә һәм Бангладеш милли партияһы рәйесе Халед Зиа яңынан һайлау иғлан итергә мәжбүр була. Хасина унда еңеп сыға. Бангладештың биш йыллыҡ мөҙҙәтте тулыһынса тултырып эшләгән беренсе премьер-министры булып сыға. Ул эшләгән осорҙа Һиндостан менән мөнәсәбәттәр яҡшыра, Ганг йылғаһын бүлешеү буйынса килешеү төҙөлә. Ул эшләгән осорҙа иҡтисади үҫеш әкренәйә, етмәһә, бер нисә тапҡыр илдә һыу баҫыуы ҙур зыян килтерә. 1999 йылда Бангладеш милли партияһы ил буйынса сәйәси стачка ойоштора, мәгәр Шейх Хасина хакимиәттән мөҙҙәтен тултырмай китеүҙән баш тарта.
Оппозицияла эшмәкәрлеге (2001—2008)
үҙгәртергә2001 йылғы һайлау бик ҡатмарлы шарттарҙа үтә, теракттарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк була. Бик түбән күрһәткестәр менән еңелгәс, Шейх Хасина БМ-ны фальсификацияла ғәйепләй, әммә хакимиәттән китә. 2004 йылда сығыш яһаған ваҡытында уға һөжүм итәләр, һөҙөмтәлә 19 кеше һәләк була, үҙе яралана. БМП теракт ойоштороуҙа ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға. 2007 йылғы һайлау алдынан хәрбиҙәр тарафынан ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә, Хасина Вазед ҡулға алына, ләкин 2008 йылдың июнендә АҠШ-ҡа сығып китә ала.
Хакимиәткә ҡайтыу
үҙгәртергә2008 йылдың ноябрендә Хасина Вазед иленә ҡайта. Шул йылды 29 декабрҙә парламентҡа һайлауҙа ҡатнаша. «Авами Лиг» күпселек тауыш йыйып еңеп сыға һәм ил хөкүмәтен төҙөй. 2009 йылдың 6 ғинуарынан Хасина илдең премьер-министры булып эшләй.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://www.albd.org/ 2019 йыл 19 сентябрь архивланған.
- http://banglapedia.search.com.bd/HT/H_0081.htm 2012 йыл 16 июль архивланған.
- http://www.shmpi.org/about-sheikh-hasina.html 2014 йыл 22 декабрь архивланған.
- http://www.shmpi.org/ 2008 йыл 18 июнь архивланған.
- Успех демократии прост: достаточно быть честным с народом — Шейх Хасина 2013 йыл 14 ноябрь архивланған. Интервью на сайте ИТАР-ТАСС