Оло Моҡас (Мәләүез районы)

(Оло Моҡас битенән йүнәлтелде)

Оло Моҡас — Мәләүез районындағы элекке башҡорт ауылы.

Оло Моҡас ауылына Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡмандың 4-се быуын вариҫы, йәғни тыуаһы Моҡас Теләүкәев XVIII быуаттың 40-сы йылдарында нигеҙ һалған. Моҡастың нәҫел быуындары: Шағәле Шаҡман кенәз — Буралы — Илсекәй — Теләүкәй — Моҡас.