Шафиҡова Закира Рәзетдин ҡыҙы
Шафиҡова Закира Рәзетдин ҡыҙы (рус. Шафикова Закира Разетдиновна) - (24 октябрь 1936 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты [1] Милләте — татар.
Шафиҡова Закира Рәзетдин ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 24 октябрь 1936 (88 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Әтек (Туймазы районы), Бишҡурай ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Биографияһы
үҙгәртергәЗакира Рәзетдин ҡыҙы Шафиҡова 1936 йылдың 24 октябрендә Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Әтек ауылында (рус. Атык) тыуған.
1957 йылда Өфө медицина училищеһын тамамлап тыуған яғына ҡайтҡас, фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып хеҙмәт юлын башлаған.
1966 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Башҡортостан Өлкә профсоюздар советының ышаныслы врачы булып эшләгән.
1982 йылдан Октябрьский ҡалаһында "Бодрость" шифахана-профилакторийы нигеҙ һалына. Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайышында, Өфөгә генә түгел (180 саҡрым ара), Һамар ҡалаһы менән (300 км) Ырымбур өсөн дә әһәмиәткә эйә был дауалау ойошмаһына тәүге йылынан уҡ Закира Рәзетдин ҡыҙы баш врач итеп тәғәйенләнә һәм оҙаҡ йылдар уға етәкселек итә. Был шифахана республикала берҙән-бер Нафталан нефте менән ванналар эшләгән дауалау ойошмаһы. Закира Рәзетдин ҡыҙы ныҡышмал рәүештә хеҙмәт күрһәтеү ысулдарын киңәйтеүгә, алдынғы методикалар ҡулланыуға көс һала һәм тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары менән бүләкләнеп тора. Ул етәкләгән коллективҡа ла төрлө министрлыҡтарҙың бик күп маҡтау грамоталары бирелгән [2][3]
1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы - тарихи 12-се саҡырылышына Яңауыл районы, 279-сы Ямъяҙы һайлау округынан халыҡ депутаты итеп һайланған [4] .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы [5]
- Республика дәүләт ойошмалары һәм тармаҡ министрлыҡтарының Почет грамоталары
Ғаиләһе
үҙгәртергәҒаиләле, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шафикова Закира Разетдиновна/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5.
- ↑ О нас(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 28.02.1989 N 6-2/72 “О присвоении почетного звания “Заслуженный врач Башкирской АССР“ работникам народного здравоохранения республики“(недоступная ссылка)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 28.02.1989 N 6-2/72 “О присвоении почетного звания “Заслуженный врач Башкирской АССР“ работникам народного здравоохранения республики“(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.