Шарығин Ғафур Саҙрыйшарыға улы

совет лётчигы, старшина, сәйәси золом ҡорбаны

Шарығин Ғафур Саҙрыйшарыға улы (19151978) — совет лётчигы, старшина, сәйәси золом ҡорбаны[1].

Шарығин Ғафур Саҙрыйшарыға улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Кесеҡор, Иҫке Ҡоҙаш ауыл советы, Яңауыл районы
Вафат булған көнө 1978
Вафат булған урыны Рыбинск, Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғафур Саҙрыйшарыға улы Шарығин 1915 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) Кесеҡор ауылында тыуған. Ғаиләләрендә 12 бала донъяға килеп, 10 бала үҫә.

Хәҙерге Ҡалтасы районы Калегин ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, Бөрө бухгалтер мәктәбендә уҡый. Уҡыуын тамамлап ауылына ҡайтҡас, Ғафур Шарығинды Яңауыл район финанс бүлегенә эшкә тәғәйенләргә булалар. Әммә егет, тәжрибәһеҙлегенә һылтап, вазифанан баш тарта.

Бөйөк Ватан һуғышына был ғаиләнән биш егет: Сәғит, Ҡауи, Мәүләүи, Ғафур, Хасип алына. Ике улына ғына һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип була.

Шарығин Ғафур һуғышҡа тиклем «Азат» колхозында иҫәпсе булып эшләй.

Һуғыш башланыу менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында Пе-2 бомбардировщигы уҡсыһы (стрелок) булып хеҙмәт итә. Уларҙың Пе-2 бомбардировщигы хәрби осоштан ҡайтмай.

Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк Архвы биргән справкала шундай юлдар бар:

  Шарығин Ғафур (атаһының исеме Гариллович тип алынған) 72-се бомбардировкалау авиация полкында 1941 йылдың 8 мартынан (1 АЭ-ның осоу-техник составы исемлеге 38-сн бойороҡта иғлан ителгән) 1942 йылдың 8 авгусына тиклем (1942 йылдың 8 авгусында № 017-се һанлы бойороҡ — „старшина“ хәрби званиеһында һауа уҡсы-радисы вазифаһында вафат булыуы сәбәпле, исемлектән сығарылған).

72 БАП 1942 йылдың 26 июлендә көн дауамында яңғыҙ самолёттар ярҙамында… Ловать Рамушево һәм Омычкино ауылдары янында Ловать йылғаһы аша һалынған күперҙе юҡ итергә һәм Пе-2 самолёттары составында дошмандың ғәскәрен һәм автотранспортын бомбаға тоторға тейеш була,…. бомбардировка һөҙөмтәһендә: 7 автомашина һәм 4-кә яҡын пехота отделениеһы юҡ ителә…. Хәрби заданиенан самолёт экипажы: звено командиры летчик лейтенант Козлов, штурман өлкән лейтенант Вандышев, стрелок-радист старшина Шарыгин… ҡайтманы

 

.

«Икенсе донъя һуғышы авиаторҙары» сайтында шундай мәғлүмәт тә бар: «1942 йылдың 26 июнендә сәғәт 15:55 сәғәттә Пе-2 72-се бомбардировкалау авиация полкы звеноһы (6 уаг, Төньяҡ-Көнбайыш фронт) 3000 м бейеклектән Н-Свинухово ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа 500 метр алыҫлыҡта урман ситенә дошман автомашиналары колоннаһын бомбаға тотто. 4 автомашина һәм бер отделение һалдаты юҡ ителде». Шул уҡ экипаж күрһәтелгән. Өҫтәп тағы былай тип яҙылған: 72 бомбардировкалау авиация полкы 1941 йылдың 22 июненән 1942 йылдың 7 мартына тиклем, 1942 йылдың 1 апреленән 1942 йылдың 20 ноябренә тиклем Хәрәкәт итеүсе армия составында була[2].

Шулай итеп: 1942 йылдың 8 авгусында командир һәләк була. Вандышев һәм Шарығин бик оҙаҡ урманда аҙашып йөрөйҙәр. Аслыҡты күтәрә алмай, иптәше һәләк була. Бер нисә көндән Ғафур көтөүсе малайҙы осрата, һәм малай уны ярым емерек өйгә алып килә. Дошман ҡулындағы территориялағы староста был яңылыҡты полицайҙарға еткерә. Немецтар эттәр менән килә. Ғафур мейес эсенә йәшәеренеп өлгөрә. Өйҙө урап сығып, бер кемде лә тапмаған фашистар китәбеҙ генә тигәндә, бер һалдат мейес эсен ҡарай. Ғафурҙы һөйрәп сығарырға тырышалар, әммә ул ҡаршылаша. Немецтарҙың береһе уның янбаш итенә ике тапҡыр ата. Ҡанға батҡан старшинаны туҡмайҙар һәм штабҡа, шунан — допростан һуң, уны хәрби әсирҙәр лагерына килтерәләр.

Немецтар уның документтарын ҡулға төшөрә алмайҙар. Партбилетын ул бер урыҫ ҡатынына тапшырып өлгөрә. Ғафур Шарығиндың партбилетында милләте башҡорт, ата-әсәһенең 1917 йылға тиклем һәм Совет власының тәүге йылдарында социаль хәле — ярлы крәҫтиән, 1929 йылдан — колхозда тиелгән).

Лагерҙа ауылдаштары Шарифйән Әхмәтовты, Кашап бабайҙы осрата.

Ғафурҙың бер туған һеңлеһе Миңнетәскирәнең улы Риҡаф Абдуллин әсәһенең һөйләгәндәре буйынса һәм Ғафурҙың улы Владимир Шарыгин шундай мәғлүмәт бирә:

Немецтар Ғафурҙы өс тапҡыр үҙенә ҡәбер ҡаҙырға мәжбүр иткән. Өсөнсө тапҡыр ҡәбер ҡаҙып ятҡан сағында, велосипедта бер һалдат килә һәм Шарығинды хәрби базаға, лётчиктар курсына оҙатырға кәрәклекте хәбәр итә.

Ғафур базала немец самолёттарын хеҙмәтләндерә башлай. Уға разведка мәктәбенә барырға тәҡдим итәләр. Ғафур аҡһаҡлығына һылтанып, баш тарта. Әсир иптәштәре уға немецтарҙың тәҡдимен ҡабул итергә кәңәш итә. Ғафур һөйләгәндән билдәле булыуынса, разведка мәктәбендә немка сүрәтендә СССР ҡатын-ҡыҙы эшләгән. Курстарҙан һуң самолёттар хеҙмәтләндереүгә йәлеп ителә. Ғафур ышаныслыраҡ бомбардировщикты һайлап, уны яҡшы торошта тоторға тырыша. Пермь механигы менән дуҫлаша. Фашистар байрам итеп иҫерешкән төндә самолёт осорға әҙер була. Ҡыйыу лётчиктар самолётта һауаға күтәреләләр, дошман бомбардировщикты бәреп төшөрөргә маташа, әммә барып сыҡмай. Ленинград фронты һыҙығына осоп барып етәләр. Ғафур ике телдә, урыҫса ла, немец телендә лә, ултырыу рөхсәтен һорай. Ергә төшөп еткәс, уларҙы НКВД ҡулына тапшыралар[3].

Совет лётчигы Ғафур Шарығин (атаһының исеме Гарипович тип күрһәтелгән) тураһында сәйәси золом ҡорбандары сайты һөйләй: «Гафур Шарыгин, 1915 йылда тыуған, башҡорт, тулы булмаған урта белемле, ВКП (б) ағзаһы, 72-се авиация полкының уҡсы-радисы, 1944 йылдың 23 майында ҡулға алынған, ғәйепләү — 58-16* статьяһы, суд ҡарары — биш йылға иркенән мәхрүм ителгән, 1965 йылдың 31 майында аҡланған[4]. Кесеҡорҙан килгән справкала «ышанысһыҙ - мулла балаһы» тигән яҙыу була.

Допрос алыусы чекист уны хыянатсы тип атаған өсөн, Ғафур уға ултырғыс ырғыта. Шуның өсөн Ғафур Шарығинды бер нисә тәүлек муйын тәңгәленә тиклем һыуыҡ һыуҙа тоталар, йоҡларға бирмәйҙәр һәм башҡа алымдар менән язалайҙар, әммә ул үҙенең һатлыҡ икәнен дәлилләмәй. Рыбинск ҡалаһы төрмәһендә ултыра[5]

Шарығин Ғафур Саҙрыйшарыға улы 1978 йылда вафат була.

Ғафур Шарығин 50-се йәше менән барғанда, Молога (Ярослав ҡалаһы Китеж) ҡалаһы ҡыҙы Нина Александровна менән таныша. Ғафур Саҙрыйшарыға улы ҡорос ҡойоусы (сталевар) булып эшләй. Татыу ғаиләлә Владимир, Татьяна, Сергей исемле балалар үҫтерәләр[6].

Ғафур Шарығинды Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы сайтында «Башҡорт Деятаевы» тип атанылар. Яңауыл районы Кесеҡор ауылында Шарығин Ғафур Саҙрыйшарыға улына бағышланған мемориал булдырырға планлаштыралар[7].

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • «Янаульские зори» в № 177—178 от 15 сентября 2012 г. Статья о Шарыгине Гафуре

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә