Шарова Инесса Христиановна
Шарова Инесса Христиановна (тыуған 28 октябрь, 1931, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй энтомологы, ызылдауыҡ төнгө ҡуңыҙ экологияһы белгесе, биология фәндәре докторы (1974), Мәскәү дәүләт педагогия институты профессоры.
Шарова Инесса Христиановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 октябрь 1931 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 22 июнь 2021 (89 йәш) |
Һөнәр төрө | энтомолог |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Гиляров Меркурий Сергеевич |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәШарова Инесса Христиановна 1931 йылдың 28 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1953 йылда ул Мәскәү дәүләт педагогия институтын тамамлай. Институтта уҡыған студент йылдарында Шарова Инесса Христиановна профессорҙар Меркурий Сергеевич Гиляров һәм Константин Владимирович Арнольди етәкселегендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә. Ул хайуандарҙың эволюцион морфологияһы һәм экологияһы институты ойошторған экологик экспедицияларҙа ҡатнаша. Артабан Шарова Инесса Христиановна 1956 йылда Мәскәү дәүләт педагогия институтының зоология һәм дарвинизм кафедраһында эшләй башлай. 1974 йылда ул «Жизненные формы жуков-жужелиц (Coleoptera, Carabidae)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1974—1984 йылдар буйынса Шарова Инесса Христиановна биология-химия факультеты деканы булып эшләй.
Фәнни ҡаҙаныштары һәм наградалары
үҙгәртергәШарова Инесса Христиановна карабидологтар фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм Рәсәй тупраҡ зоологтары мәктәбе лидерҙарының береһе. Ул бызылдауыҡ төнгө ҡуңыҙ ғаиләһе имагоһы һәм ҡаршлауыҡтарҙың тормошон формалары классификацияһын тәҡдим иткән. Олег Леонидович Крыжановский менән берлектә Шарова Инесса Христиановна өс Бөтә Союз карабидологтар кәңәшмәһен ойоштороуҙың инициаторы була.
Шарова Инесса Христиановна бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән, шулай уҡ «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән. 2003 йылда Шарова Инесса Христиановнаға «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. МДПУ-ның почетлы профессоры.
Баҫмалары
үҙгәртергәШарова Инесса Христиановна 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәрҙең дә авторы булып тора.
Монографиялары
үҙгәртергә- Шарова И. Х. Жизненные формы жужелиц (Coleoptera, Carabidae). — М.: Наука, 1981. — 360 с.
- Шарова И. Х. Проблемы теории эволюции. — М.: Знание, 1981. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике).
- Никишов А. И., Шарова И. Х. Биология. Животные, 7-8. Учебник для 7-8 классов средней школы. — 3-е издание. — М.: Просвещение, 1997. — 256 с.
- Шарова И. Х. Зоология беспозвоночных : Книга для учителя. — М.: Просвещение, 1999. — 303 с. — ISBN 5-09-007690-1.
- Шарова И. Х. Зоология беспозвоночных : Учеб. для студентов вузов. — М.: ВЛАДОС, 2002. — 591 с. — (Новое в жизни, науке, технике). — ISBN 5-691-00332-1.
- Шарова И. Х., Макаров К. В. Сравнительная зоология и эволюция животных: учебное пособие : 7 кл.. — М.: Изд-во НЦ ЭНАС, 2003. — 247 с. — ISBN 5-93196-046-5.
- Шарова И. Х., Мосалов А. А. Биология : внеклассная работа по зоологии. — М.: Изд-во НЦ ЭНАС, 2004. — 150 с. — ISBN 5-93196-476-2.
- Шарова И. Х., Шаталова С. П., Макаров К. В. Преподавание зоологии в школе : метод. рекомендации : поурочное планирование : внекл. работа. — М.: АЙРИС ПРЕСС, 2006. — 171 с. — ISBN 5-8112-1721-8.
Мәҡәләләре
үҙгәртергә- Шарова И. Х. Морфо-экологические типы личинок жужелиц (Carabidae) // Зоологический журнал. — 1960. — Т. 39. — № 5. — С. 691—708. — ISSN 0044-5134.
- Шарова И. Х. Жизненные формы имаго жужелиц // Зоологический журнал. — 1974. — Т. 53. — № 5. — С. 692—709. — ISSN 0044-5134.
- Шарова И. Х. Жизненные формы имаго жужелиц // Журнал общей биологии. — 1973. — Т. 34. — № 4. — С. 563—570. — ISSN 0044-4596.
- Шарова И. Х., Хобракова Л. Ц. Особенности жизненных циклов Pterostichus montanus (Motschulsky, 1844) и Carabus loschnikovi (Fischer-Waldheim, 1822) (Coleoptera, Carabidae) в условиях горно-таёжного пояса Восточного Саяна // Известия РАН. Серия биологическая. — 2005. — № 1. — С. 536—46. — ISSN 0002-3329.