Шарль Азнавурҙың йорт-музейы

Шарль Азнавурҙың йорт-музейы — әрмән сығышлы француз шансон башҡарыусыһы Шарль Азнавурҙың Еревандағы йорт-музейы. 2011 йылда асыла. Биш ҡатлы бинала, «Каскад»тың юғары ҡатында урынлашҡан. Музейҙан тыш, комплексҡа асыҡ һауалағы концерт залын һәм Шарль Азнавурҙың резиденцияһын үҙ эсенә ала[1].

Шарль Азнавурҙың йорт-музейы
әрм. Շառլ Ազնավուրի թանգարան
Нигеҙләү датаһы 7 октябрь 2011
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ереван
Хужаһы Q59420675?
Рәсми асылыу датаһы 2011
Адрес Verin Antarayin str. 14/1, Yerevan, Armenia
Рәсми сайт aznavourfoundation.org
Карта
 Шарль Азнавурҙың йорт-музейы Викимилектә

Музейҙың "Каскад"тан күренеше

Шарль Азнавурҙың йорт-музейы 2007 йылда архитектор Нарек Саркисян проекты буйынса төҙөлә[2]. Урыны һәм проект эштәре Азнавурҙың теләктәрен иҫәпкә алып һайлана. Төҙөлөш өсөн дәүләт бюджетынан 1,3 миллион евро самаһы аҡса бүленә. 2009 йылда төҙөлөш нигеҙҙә тамамлана, әммә уны йыһазландырыу, Шарль Азнавурҙың шәхси әйберҙәрен ташыу бер ни тиклем ваҡытты ала.

Йорт-музей 2011 йылдың 7 октябрендә тантаналы асыла. Унда Шарль Азнавур үҙе, Әрмәнстан президенты Серж Саргсян һәм Франция президенты Николя Саркози ҡатнаша. 2017 йылдың 1 июнендә йорт-музей Шарль Азнавур фондына тапшырыла[3][4].

 
Ереванда Шарль Азнавурҙың йорт-музейы

Экспозицияһы

үҙгәртергә

Йорт-музейҙың яҡынса майҙаны 1 мең квадрат метр тәшкил итә. Ундағы экспозиция: документтар, яҙмалар, дисктар, шәхси китаптар, альбомдар, наградалары, фото һәм афишалары Шарль Азновурҙың тормошоноң төп этаптарын сағылдыра[5]. Интерактив экспозиция ла бар. Музей эргәһендә асыҡ һауала150 кеше һыйҙырышлы концерт залы бар. Шарль Азнавур резиденцияһына ҡабул итеү бүлмәһе һәм ике йоҡо бүлмәһе инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә