Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы

(Шайхетдинов Рөстәм Рәжәп улы битенән йүнәлтелде)

Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы (5 май 1976 йыл) — Рәсәй пианисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2001), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014), халыҡ-ара һәм республика пианистар конкурстары лауреаты (Франция, Италия, Швейцария), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).

Шәйхетдинов Рөстәм Рәжәп улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 май 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө пианист
Эш урыны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре кандидаты[d]
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рөстәм Рәжәп улы Шайхетдинов 1976 йылдың 5 майында Өфө ҡалаһында музыканттар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Рәжәп Юныс улы Шәйхетдинов, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985), БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1976). Ете йәшендә Урта махсус музыка мәктәбенә уҡырға инә. Һуңынан, 1998 йылда, Гнесиндар исемендәге Рәсәй Музыка академияһын тамамлай (профессор М. С. Гамбарян класы). 1999—2001 йылдарҙа ошонда уҡ аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе — сәнғәт белеме фәндәре кандидаты, профессор О. А. Яҡупова). Өфө дәүләт сәнғәт институтында 1998 йылдан алып эшләй. 2001 йылда «Фортепианная школа Г. Р. Гинзбурга в свете современных тенденций развития пианизма» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Өйләнгән, улы бар.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Концерттар биргән пианист, Башҡортостан Республикаһы ҡалаларында һәм күрше төбәктәрҙә солист булараҡ һәм ансамблдәр составында төрлө программалар менән даими сығыш яһай. Өфөләге «ЭПТА» фортепиано педагогтары берекмәһе рәйесе, «Өфө-фортепиано» халыҡ -ара фестивале арт-директоры. «Яңы исемдәр — ХХ быуаттан ХХI быуатҡа» Башҡортостан республикаһы алтын китабына индерелгән. Халыҡ-ара Val Tidone Talents Competition Young, «Piano Silvio Bengalli Prize», «Tina Orsi Music Chamber Anguissola Scotti Contessa Prize», К. Н. Игумнов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов исемендәге музыкаль конкурстарҙың жюри ағзаһы[1].

Башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен популярлаштырыу һәм фортепианола башҡарыу оҫталығын үҫтереүгә индергән өлөшө, сәнғәт белеме һәм педагогика өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 2005 йылда Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ була. 

Рәсәй йәш ғалимдар союзы ағзаһы, Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан республикаһы төбәк бүлексәһе советы ағзаһы;

2003—2016 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы мөдире, вуздың йәш ғалимдар советы рәйесе.

2016 йылдан А.Г.Шнитке исемендәге Мәскәү музыка институты уҡытыусыһы, фортепиано кафедраһы мөдире.

Башҡортостан республикаһындағы Европа ассоциацияһының педагог-пианистар бүлексәһе рәйесе[2].

Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы профессоры[3].

20-нән ашыу хеҙмәт авторы: ғилми мәҡәләләр, программалар. Улар араһында:

  • Фортепианная школа Г. Р. Гинзбурга и её роль в развитии современного пианизма: Монография. — Уфа, 2006;
  • О преодолении некоторых аппликатурных и фактурных трудностей (на материале рекомендаций Г. Р. Гинзбурга).- М.- Уфа, 1998;
  • История фортепианного искусства: Программа для студентов фортепианных отделений музыкальных вузов. — Уфа, 2003; и др.

«Музаға хеҙмәт» («Служение музе») Шайхетдинов Рәжәп халыҡ-ара хәйриә Фонды ойоштороусыһы һәм арт-директоры, уның ярҙамында Өфө ҡалаһында, республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара музыкаль конкурстары ойошторолдо, атап әйткәндә — «Музыкаль миҙгелдәр» (Чехия, Австрия, Германия, Дания һ. б.), шулай уҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен социаль яҡлау өлкәләрендә башҡа проекттар тормошҡа ашырыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014)
  • Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2005)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә