Чыныҡ[2] (татар. Чынык, рус. Чинниково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Чыныҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әтәс ауыл биләмәһе[d][1]
Почта индексы 423765
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[4].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].

XX быуат башында ауылда икмәк магазины, мәсет (1814 йылдан билдәле) теркәлгән[3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].

1795 йылда ауылда 153 башҡорт һәм 34 типтәр, 1834 йылда — 153 башҡорт, 1870 йылда — 208 башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
17951834185918701884189719061913192019261949195819701979198920022010
14515322920820926931627830717520611515674454334

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 385. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 480—482. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.