Чуйкин Сергей Васильевич
Чуйкин Сергей Васильевич (1 ноябрь 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-стоматологы. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан балалар стоматологияһы кафедраһы мөдире, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2005), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы.
Чуйкин Сергей Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | стоматолог, ғалим |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Васильевич Чуйкин 1950 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Күмертау эшселәр ҡасабаһында, хәҙерге Күмертау ҡалаһында тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай, уҡып бөткәс Рәсәй балалар клиник дауаханаһында, ә 1976 йылдан — Шишмә район дауаханаһында эшләй. 1983 йылда Өфөгә, медицина институтына эшкә күсә, унда 1990 йылдан балалар стоматологияһы кафедраһы мөдире, ә 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы була.
Фәнни эшмәкәрлеге стоматологик һәм шешеү ауырыуҙарын һәм шулай уҡ яңаҡ-йөҙ өлкәһендә яңы барлыҡҡа килгән һәм тыумыштан килгән үҫеш кәмселектәрен өйрәнеүгә арналған. Чуйкин яңаҡ-бит өлкәһендәге эренлле шештәрҙең үҙәк нервы системаһына патогенетик тәьҫир итеү механизмдарын асыҡлай һәм баш мейеһен уларҙан һаҡлау ысулдарын эшләй. Ете йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы һәм ике тиҫтәнән ашыу патент эйәһе; Стоматология буйынса белем биреү ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһы балалар стоматологтары ассоциацияһы президенты вазифаһын биләй.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Лимфадениты челюстно‑лицевой области у детей. Уфа, 2006 (соавт.);
- Состояние гематосаливарного барьера при стресс‑индуцированных изменениях пародонта. Уфа, 2007 (соавт.);
- Чуйкин С. В., Топольницкий О. З. Лечение врождённой расщелины губы и нёба. — М.: Московский издательский дом, 2017. — 584 c. ISBN 5-85167-025-8.
- Чуйкин С. В., Давлетшин Н. А. Врожденная расщелина верхней губы и неба. — М. : МИА, 2008. — 368 с.[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
- Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1999).
- Рәсәй стоматологтар ассоциацияһының I дәрәжә «Стоматология алдынғыһы» миҙалы (1999).
- I дәрәжә «За заслуги перед Стоматологией» ордены (СТАР, 2002).
- Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2005).
- Академияның Нобель лауреаты Мечников исемендәге «Милләт һаулығын нығытыуға индергән практик өлөшө өсөн» Почет миҙалы (2006).
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2008).
- Уйлап табыу эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн А. Нобель миҙалы (2012).
- Ирен һәм аңҡау ярығы Бөтә донъя фондының халыҡ-ара гуманитар премияһы лауреаты (2015) — тыумыштан ирен һәм аңҡауы ярыҡ балаларҙы дауалауға һәм иҫкәртеүгә индергән фәнни өлөшө өсөн.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аверьянов С. В. и др. Детская терапевтическая стоматология. Национальное руководство. — М: ГЭОТАР-Медиа, 2017. — 952c. ISBN 978-5-9704-4019-3.
- Башкирская энциклопедия (в 7 т.) / глав. ред. М. А. Ильгамов. — Т. 6: П—Стоматология. — Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5. — 7000 экз.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Васильев А. Ю., Петровская В. В. Лучевая диагностика врожденных расщелин альвеолярного отростка и твердого неба // Сибирский медицинский журнал (Томск). — 2010.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чуйкин Сергей Васильевич на сайте ФГБОУ ВО «Башкирский государственный медицинский университет» МЗ РФ 2019 йыл 16 ноябрь архивланған.
- Чуйкин Сергей Васильевич в Башкирской энциклопедии 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
- Чуйкин Сергей Васильевич на MedLib
- Чуйкин Сергей Васильевич на сайте Медицинского Информационного Агентства
- Чуйкин Сергей Васильевич в электронной энциклопедии «Башкортостан»