Чжуцзян (ҡыт. ғәҙәти 珠江, ябайл. 珠江, пиньин: Zhū Jiāng) йәғни Ынйы йылғаһы, йәғни Кантон йылғаһы[1][2]Ҡытайҙа оҙонлоғо буйынса өсөнсө йылға (Янцзы һәм Хуанхэнан һуң).

Чжуцзян, Ынйы йылғаһы
ҡыт. 珠江
Гуанчжоу янында Ынйы йылғаһы Речная система Чжуцзян
Гуанчжоу янында Ынйы йылғаһы

Речная система Чжуцзян
Характеристика
Оҙонлоғо 2200 км
Бассейн 437 000 км²
Һыу сығымы 9500 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар
<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксис хатаһы
HGЯO
Тамағы Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар
<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксис хатаһы
HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе

Ил Ҡытай Ҡытай
Чжуцзян (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Чжуцзян, Ынйы йылғаһы Викимилектә

Гидрография

үҙгәртергә

Оҙонлоғо яҡынса 2200 км. Оҙонлоғо буйынса Ҡытайҙа Янцзы һәм Хуанхэнан һуң өсөнсө, ә һыу күләме буйынса Янцзынан ҡала килә икенсе урынды биләй. Бассейн майҙаны 437 000 км².

Чжуцзян йылғаһы Сицзян («көнбайыш йылға»), Дунцзян («көнсығыш йылға») һәм Бэйцзян («төньяҡ йылға») йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенә ҡойған урында, Гуанчжоуҙан көньяҡтараҡ киң дельта барлыҡҡа килтерә. Дельта яр буйында Фошань, Чжуншань, Шэньчжэнь, Чжухай, ә эстуарийында — Макао һәм Гонконг ҡалалары урынлашҡан.

Гуандун провинцияһында йылға аша 3618 м оҙонлоғондағы аҫылмалы Хумэнь күпере һалынған. Чжуцзян йылғаһында ынйы кәсебе үҫешкән.

Океан караптары үтһен өсөн йылға эстуарийын даими рәүештә таҙарталар[3].

Ынйы йылғаһы — донъяның иң бысраҡ һыу юлдарының береһе[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кантонская река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Си-цзян // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. China starts building world's longest sea bridge. The Telegraph. By Peter Foster, Beijing, 15 Dec 2009
  4. Made in Britain, dumped in China 2008 йыл 12 апрель архивланған., The Independent

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ