Чехов Башҡортостанда
Викидатала элемент тултырылмаған |
Чехов Башҡортостанда Андревский ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһында (кумысолечебница), хәҙерге Чехов исемендәге шифаханала, бер ай дауалана. Был ваҡытта яҙыусы дауаланған да, эшләгән дә, крәҫтиәндәр һәм руханиҙар тормош тураһында белешкән. Уның «Мәшәҡәт» («Канитель») хикәйәһенең сюжеты Башҡортостанда йәшәгән ҡатындың һөйләгәненә оҡшаш.
Тарихы
үҙгәртергә1897 йылдың яҙында мәскәү ҡалаһы клиникаһында ҡара үпкә сиренән (чахотка) дауаланып ятҡан Антон Павлович Чехов Лев Толстой менән осрашҡан. Һуңыраҡ үҙе алдараҡ Башҡортостанда биш тапҡыр дауаланған Л. Толстой Чеховҡа ла унда һаулығын төҙәтергә кәңәш итә. 1901 йылдың 25 майында, Мәскәү Художество театры артискаһы Ольга Книппер менән никахлашҡандан һуң, Чехов Ольга Леонардовна менән Өфө губернаһына юлға сыға. Ҡама һәм Ағиҙел йылғалары буйлап Чехов йөҙгән пароход Өфө ярҙарын килеп тора. Өфөнән хәҙерге Аксёнов ауылындағы станцияға саҡлы яҙыусы тимер юлдан килә. Унда Андреевский ҡымыҙ менән дауаланыу учреждениеһы булған.
Ольга Леонардовна Книппер хәтирәләренән бына шуларҙы белергә мөмкин: «Ул ваҡытта был шифахана (санаторий) артыҡ ябай примитив була.... Усадьба уртаһында ҙур ағас бина тора, унда ашхана урынлашҡан. Беҙ унда иртәнге, төшкө, киске ашты ашай инек... Беҙ Антон Павлович менән бәләкәй генә өйҙә, дөрөҫөрәге, ике кескәй генә бүлмә-кабинканы хәтерләткән беседкала, урынлаштыҡ... баҡһаң, беҙ, ҡаҙна кәрәк-яраҡтары ҡаралмағанлыҡтан, үҙебеҙ менән мендәр һәм түшәк кәрәк-ярағы килтерергә тейеш булғанбыҙ икән. Икенсе көндә миңә Өфөгә юлланырға һәм мендәр, простыня, мендәр тышы һ.б. ваҡ-төйәк һатып алырға тура килде. Антон Павлович өсөн карауат бик ҡыҫҡа булып сыҡты (белеүегеҙсә, уның буйы оҙон). Уға йоҡлау уңайлы булһын өсөн, һәр кис һайын мин карауат янына ултырғыс ҡуям, карауаттың арҡаһындағы аралыҡ аша ул аяҡтарын һоноп ята. Әммә был үтә ябай шифахананың уңайһыҙлыҡтары мөғжизәле тәбиғәт, һауа менән ҡаплана. Тирә-яҡта - имән урманы, һутлы йәшел үлән, хуш еҫле ялан сәскәләре».
Ҡымыҙ менән дауаланыу учреждениеһында яҙыусыижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, урындағы халыҡ менән аралаша. Ҡымыҙҙың шифалы үҙенсәлектәре һәм тирә-яҡ буйлап йәйәү йөрөү, урындағы тәбиғәт, балыҡ тотоу Чеховҡа ыңғай йоғонто яһай. Текә ауыш төшөү урынлы бик бейек булмаған тау Чеховтың яратҡан ял урыны була. Яҙыусы тауға ҡулдан яһалған өҫтәл һәм ултырғыс мендереп ҡуйған була. Ул шунда, тирә-яҡты ҡарап ултырырға, хаттар уҡырға, яҙырға яратҡан, Маркс нәшер иткән әҫәрҙәр йыйынтығының бишенсе томына төҙәтеүҙәр индергән. Хәҙер был тауҙы «Чехов тауы» тип атайҙар. Яҙыусы ҡайһы берҙә почта өсөн күрше Самодуровка ауылынан хаттар барып алған, унда йәш уҡытыусы Иванов Фаина Васильевна Иванова менән таныша. Иванова яҙыусыға ауылдағы Воздвиженский сиркәүендә булып үткән ҡыҙыҡлы хәлде һөйләй. Сиркәү руханийы Кибирдин ҡайҙалыр киткән саҡта, дини хеҙмәтте служба иҫерек священник алып бара. Ғибәҙәтханаға үҙ ихтыяждары буйынса мәхәлләгә йөрөүселәр күп килгәнлектән, дьяк, кемгә һаулыҡ здравие өсөн доға ҡылырға, ә кемде суҡындырырға тейешлеген онота һәм яңылыша. Был ваҡиға яҙыусының «Мәшәҡәт» хикәйәһе сюжеты менән киҫешә»[1].
1901 йылдың 25 майынан 1 июленә саҡлы дауаланғандан һуң, Чехов Ялтаға китә[2].
Башҡортостанда яҙыусының хәҙерге республикабыҙҙың тарихи биләмәләрендә булғаны халыҡ хәтерендә йәшәй. Хәҙер элекке Андреевский ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы Чехов исемен йөрөткән шифахана. Унда Чехов йәшәгән бина һаҡлана. Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районында йыл һайын «Чехов июне» тип аталған фольклор байрамы үткәрелә.
Чеховтың әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителә. Тәржемә итеүсе яҙыусылар: Сәғит Ағишев, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Ә. Вәли, Н. Иҙелбай һ. б . Чехов әҫәре буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Милли йәштәр театры, Рус драма, «Нур» татар театрҙарында спектаклдәр ҡуйылды һәм ҡуйыла. Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы ҡалаларындағы урамдарға Чехов исеме бирелгән.
Р. М. Нурмөхәмәтовтың «Чехов Башҡортостанда» (1956) картинаһы сюжеты Чеховтың Башҡортостанда дауаланыу ваҡиғаһы менән бәйле.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө, 1948; Ионыч. Өфө, 1950;
- Узиков Ю., Наймушин П. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980;
- Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985;
- Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов Антон Павлович 2019 йыл 24 декабрь архивланған.. Башкирская энциклопедия.
- Чехов поправился в Башкирии на восемь фунтов
- Евразийсике ценности Чехова формировались в Башкортостане
Иҫтәлектәр
үҙгәртергә- ↑ А. П. Чехов. Рассказ "Канитель" 2017 йыл 6 май архивланған.
- ↑ А.П. Чехов: «Мой адрес – станция Аксёново Уфимской губернии…» 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.