Черногорияла дин
Черногорияла дин - (Черного́рия (черногор. Црна Гора, Crna Gora), Монтенегро йәки Ҡаратау) - Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, халҡы серб телендә аралашҡан дәүләттәге дин.
Черногорияла дин | |
Дәүләт | Черногория |
---|---|
Черногорияла дин Викимилектә |
Илдәге диндәр
үҙгәртергәЧерногорияла православие дине тота. Байтаҡ мосолман дини йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ католиктар күп һанлылар иҫәбендә. Башҡа дин вәкилдәре һаны халыҡтың 0,1 процентынан артмай.
Дин тотоусылар һаны
үҙгәртергә2003 йылда халыҡ иҫәбен алғанда конфессиональ билдәләнеш тураһындағы пункт индерелгән. Уның йомғаҡтарына ярашлы, ил халҡы тотҡан дине буйынса ошо рәүешле бүленгән[1]:
- Православие — 460 383 (74,24 %)
- Ислам — 110 034 (17,74 %)
- Католицизм — 21 972 (3,54 %)
- Протестантлыҡ — 383 (0,06 %)
- Оккультизм — 58 (0,01 %)
- Йәһүдилек — 12
6 003 кеше (0,97 %) бер ниндәй ҙә дин тотмауын белдергән, 2 424 кеше (0,39 %) үҙен агностик тип атаған, 13 867 кеше (2,24 %) яуап биреүҙән баш тартҡан.
Православие
үҙгәртергәЧерногорияла правослау христиандар күпселекте тәшкил итә - (ҡаратаулылар) (52,5 %) һәм сербтар (42,7 %). Православие диндарҙары илдең к Серб правослау сиркәүенә лә, Черногория правослау сиркәүенә (уныһын башҡа правослау сиркәүҙәр танымай) лә ҡарай. Серб правослау сиркәүе митрополия статусына эйә булған Черногория-Приморье епархияһына инә
Католицизм
үҙгәртергәЧерногория католиктары иҫәбенә албандар (36,98 %), хорватар (31 %) һәм ҡаратауҙар (черногориялылар) (22,76 %) инә, улар башлыса диңгеҙ буйында йәшәй. Структураһы йәһәтенән илдә католик сиркәүе Бара Архиепархияһына һәм Котор епархияһына бүленгән. Бара Архиепархияһы бер ниндәй митрополиға ла буйһонмай һәм туранан-тура Рим папаһы идаралығында тора. Котор епархияһы Сплит-Макарска Архиепархия митрополияһына буйһона.
Ислам
үҙгәртергәЧерногорияның Ислам дине тотоусылары башлыса түбәндәге милли төркөмдәргә ҡарай: босниялылар (43,49 %), славян-мосолмандар (21,91 %), албандар (20,75 %) һәм ҡаратаулылар (10,64 %). Мосолмандар Төбәк башлыса Плав, Рожае һәм Улцинь ҡалаларына яҡын йәшәйҙәр һәм ундағы халыҡтарҙың күпселеген тәшкил итә.
Йәһүдилек
үҙгәртергә2011 йылдың 18 сентябрендә Черногорияның Премьер-министр ашкеназ израиль баш раввины Йона Мецгер менән әңгәмәһендә йәһүдилекте дәүләт дине тип таныуҙарын белдерҙе[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Официальные итоги переписи населения 2003 года 2008 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Черногория признает иудаизм государственной религией 2019 йыл 11 апрель архивланған.