Хөсәйен Күсәрбаев

Күсәрбаев Хөсәйен Абзан улы (Хөсәйен Күсәрбаев; 1777—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Хөсәйен Күсәрбаев
Тыуған ваҡыты

1777({{padleft:1777|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы, Бикбирҙе ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1797—?

Хәрби звание

хорунжий

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Хөсәйен Күсәрбаев Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Бикбирҙе ауылында йәшәгән.

1797 йылдың 10 майынан казак булып хеҙмәт итә башлай. 1799 йылда башҡорт полкы составында Кавказ сигендәге яуҙарҙа ҡатнаша[1].

1807 йылдың 14 февралендә зауряд-есаул званиеһын ала.

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның составында Хөсәйен Күсәрбаев хеҙмәт итә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә — Гродно, 2 августта — Смоленск (Красный), 3-5 сентябрендә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә алышҡа инә[4].

1-се Башҡорт атлы полкы составында 1813 йылдың ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа, 1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].

1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша[4].

1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[4].

1826 йылда Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә[1].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Ҡатыны — Туйбикә; ҡыҙҙары — Фатима[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә