Жёлтый татар-башҡорт педагогия училищеһы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Жёлтый татар-башҡорт педагогия училищеһы — 1920—1955 йылдарҙа Ырымбур, Боғорослан ҡалаларында һәм Жёлтый ауылында урынлашҡан уҡыу йорто.
Тарихы
үҙгәртергә1920 йылда Ырымбур ҡалаһындағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһе базаһында Ырымбур татар халыҡ мәғарифы институты булараҡ асыла[1].
1923 йылдан Ырымбур татар педагогия техникумы исемен йөрөтә, ә 1927 йылда уҡыу йортонда башҡорт бүлексәһе асыла[1].
1935 йылдан Боғорослан ҡалаһына татар‑башҡорт педагогия техникумы итеп күсерелә. Бында уҡыу йорто элекке казармаларҙың бинаһында урынлаштырыла, ятаҡ итеп өс бүмәле йорт бирелгән[2]. 1937 йылда татар‑башҡорт педагогия училищеһы тип үҙгәртелә[1].
1941 йылда училище Чкалов өлкәһе Ейәнсура районы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы) Жёлтый ауылына күсерелә[2].
1943/44 уҡыу йылында училищела 96 студент белем алған, шуларҙың 24-е тамамлау тураһында диплом алған. 1944/45 уҡыу йылында бында 90 кеше ҡабул ителгән, дөйөм алғанда 156 кеше уҡыған[2].
1946 йылда училище директоры А. М. Мусин, уңайлы шарттар булдырыу өсөн уҡыу йортон Чкалов ҡалаһына күсереүҙе һораған, әммә быға ыңғай яуап бирелмәгән. Башҡорт студенттары башҡорт теле уҡытылмауына зарланғандар. Тикшереүҙәр барышында уҡыу тик татар телендә алып барылыуы асыҡланған һәм башҡорт телендә уҡытыуҙы ла индерергә ҡушылған[2].
1951/52 уҡыу йылында училищела 210 кеше белем алған. Был осорҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен юғары белемле белгес У. М. Ҡәйүмова уҡытҡан[2].
Училищеға уҡырға инеү конкурсы сағыштырмаса юғары булған, мәҫәлән, 1954/55 уҡыу йылында 1-се курсҡа 170 ғариза яҙылған, ә тик 30 кеше ҡабул ителгән, шуларҙың 21-е отличниктар булараҡ имтихандарһыҙ уҡырға ингәндәр[2].
1955 йылда ябыла, көндөҙгө бүлеге — Боғорослан урыҫ педагогия училищеһына, ситтән тороп уҡыу бүлеге Аҡбулаҡ урыҫ педагогия училищеһына ҡушыла[1].
Билдәле уҡыусылары
үҙгәртергә- Кәримов Марат Нәби улы — шағир. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003).
- Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы — ғалим, фән докторы.
- Мырҙабәков Мәргән Әхмәт улы — журналист.
- Сафин Вадим Фәтхи улы — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Мырҙәбәков М. Ә. Жёлтый татар-башҡорт педагогия училищеһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Моргунов К. А. Состояние национального образования в Чкаловской и Челябинской областях в 1940–1950-е годы / Этнокультурный и межконфессиональный диалог в Урало-Поволжском полиэтничном пространстве: исторический опыт и современность // Материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Оренбург: Издательский центр ОГАУ, 2012. — С. 93, 109. — 224 с. — ISBN 978-5-88838-775-7.