Хөсәйениә
Хөсәйениә (ғәр. حسينية), шулай уҡ ғәшүрәхана, имамбара һәм таҡиә булараҡ билдәле - Хөсәйен тантаналары үткәреү бинаһы, унда шиғыйҙар 10 ғәшүрәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Кәрбәләлә үлтерелгән ейәне һәм өсөнсө имам Хөсәйен ибн Али йортонда матәм саралары — тәғзиә үткәреү өсөн йыйыла.
Хөсәйениә | |
Кем хөрмәтенә аталған | Хөсәйен ибн Али |
---|---|
Хөсәйениә Викимилектә |
Атамаһы
үҙгәртергәИсеме Хөсәйен Ибн Али иҫтәлегенә бирелгән.
Йыл һайын шиғыйҙар 680 йылдың 10 октябрендә Кәрбәләлә (Ираҡ) үлтерелгән имам Хөсәйенде тәғзиә үткәреп, иҫкә ала.
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәХөсәйениә мәсеттән Хөсәйен ибн Али матәме ваҡытында йыйылыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнеүе менән айырыла.
Көньяҡ Азияла Хөсәйениә имамбара, имамбарған йәки ғәшүрәхана исемдәренә эйә. Бахрейн һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ул мәғтам тип атала (ғәр. مأتم), Афғанстанда һәм Үҙәк Азияла текиәхана тип йөрөтөлә. Хөсәйениә, ҡағиҙә булараҡ, төп урамда һәм майҙанда, каруанһарай ихаталарында, шулай уҡ кәшәнәләр һәм башҡа ғибәҙәт ҡылыу урындары территорияһында төҙөлә[1].
Билдәле Хөсәйениәләр исемлеге
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Jean Calmard. Ḥosayniya // Encyclopædia Iranica.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ашура имеет особое значение для мусульман-шиитов . Iran Russian Radio (19 сентябрь 2010). Дата обращения: 23 июнь 2013. Архивировано 28 июнь 2013 года.
- Текья - один из религиозных сооружений . Iran Russian Radio (21 сентябрь 2010). Дата обращения: 23 июнь 2013. Архивировано 28 июнь 2013 года.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |