Хәсәнов Кәлимулла Ғүмәр улы
Кәлимулла Ғүмәр улы Хәсәнов[1] (татар. Кәлимулла Гөмәр улы Хасанов, 6 июль 1878 йыл[2] — 1949 йыл) — уҡытыусы, Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
Хәсәнов Кәлимулла Ғүмәр улы | |
татар. Кәлимулла Гөмәр улы Хасанов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 6 июль 1878 |
Тыуған урыны | Мамаҙыш өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1949 |
Вафат булған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Әүҙемлек урыны | Boray, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан һәм Йомағужа |
Хәсәнов Кәлимулла Ғүмәр улы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМилләте буйынса татар. Ҡазан губернаһы Мамадыш өйәҙе Сатыш волосының Чулкучий (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Чулпыч. б.[3]) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ҡазанда татар уҡытыусылар семинарияһын тамамлап, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Борай ауылында рус-башҡорт башланғыс мәктәбендә уҡыта. Йыллыҡ эш хаҡы 838 һум була. 1905 йылдың ноябрендә Борай волосының уҡытыусылар союзын ойоштороу инициаторы була һәм декабрҙә Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре союзы съезында делегат булып ҡатнаша. Думаға һайланған мәлгә тиклем партияһыҙ булып ҡала.
1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Яҡын булып Хеҙмәтсәндәр төркөмө һәм Крәҫтиәндәр союзы фракцияларына инә. Мосолман хеҙмәт төркөмөнә («Мосолман хезмәт тейфасе») нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Думаның аҙыҡ-түлек комиссияһында тора. 8-се бүлек исеменән уның ағзаларының хоҡуҡтарын тикшереү буйынса доклад менән сығыш яһай. Аграр мәсьәләләр, министрҙар советы декларацияһы, аҙыҡ-түлек комиссияһына һайлау, халыҡ мәғарифы буйынса комиссияһға һайлау, Өфө губернаһы халҡының аҙыҡ-түлек буйынса хәле тураһында фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша. П. А. Столыпиндың хөкүмәттең аграр реформаһы проектын нигеҙләүенә арналған сығышына яуап итеп, Хәсәнов айырым кешеләрҙең генә түгел, башҡорт йәмғиәттәренең дә милек хоҡуғын үтәүҙе талап итә[4]. Мосолман хеҙмәтсәндәре төркөмө исеменән доклад менән сығыш яһап, Хәсәнов һул яҡтын алҡыштарына һәм уң яҡтан «Долой! Долой!» тигән ҡысҡырыуҙарға, ултырғыстар меәнн туҡылдатыуҙарға дусар була. II Думаның уң лидерҙарының В. М. Пуришкевич: «Әгәр һеҙгә беҙҙең тәртиптәр оҡшамай икән, Төркиәгә китегеҙ!», — тип ҡысҡыра. Уға яуап итеп Хәсәнов билдәле татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың «Китмәйбеҙ» тигән шиғырын уҡый[5].
1907 йылдың апрель-майында — Санкт-Петербург мосолман хеҙмәтсәндәре сығарған «Дума» гәзитенең рәсми мөхәррире[4]. 1911 йылдың 7 мартында, йәғни Дума таратылғандан һуң 4 йыл үткәс, Петербург суд палатаһы уны ошо гәзиттә баҫылған «революцион йөкмәткеле» мәҡәләләр өсөн Ҡазан губерна төрмәһенә ябырға хөкөм итә. 1912 йылдың 26 майында иреккә сыға.
Бынан һуң тағы ла Дәүләт Думаһына һайланып ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый. Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Ҡазанда страховкалау агенты булып эшләй, әммә 1914 йылдың сентябрендә ике йылға Ырымбурға «еңелеү кәйефе» һәм «урыҫтарға ҡаршы пропаганда» алып барғаны өсөн полиция күҙәтеүенә ебәрелә. Бер нисә тапҡыр ғаиләһе эргәһенә Ҡазанға ҡайтырға рөхсәт алырға тырыша, әммә үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй. 1915 йылдың 2 июлендә Эске эштәр минитсрлығы Хәсәновты административ тәртиптә ике йылға «Рәсәйҙең баш ҡалаларынан, Ҡазан губернаһы һәм хәрби торошта булған урындарҙан тыш, башҡа ҡалаларға һәм урындарға» һөргөнгә ебәрергә ҡарар сығара.
1917 йылғы февраль революцияһынан һуң, Ырымбур мосолман бюроһы ағзаһы итеп һайлана[6]. Һуңынан Рәсәй мосолмандарының Ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы була(Петроград, 1917 март). 1917 йылдың 22 ноябре — 1918 йылдың 11 ғинуарында Өфөлә үткән эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Милли йыйылышы («Милли мәжлес») депутаты була. 1918 йылдың ғинуар — апрелендә эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының Милли идаралығы («Милли идара») ағзаһы итеп һайлана .
Совет заманында бер нисә тапҡыр ҡулға алына. Мәҫәлән, 1921 йылдың 13 сентябрендә ул ваҡытта губерна комиссары ярҙамсыһы булып эшләгән Хәсәнов «асығыусыларға легаль булмаған ярҙам комитеты ойошторорға саҡырыу» өсөн ҡулға алына. Шул уҡ йылдың 26 октябрендә Бөтә татар ғәҙәттән тыш хәл коллегияһы эште яба[3]. Уның менән бер үк ваҡытта Волга буйының бик күп йәмәғәт эшмәкәрҙәре[7], шул иҫәптән I саҡырылыш Дәүләт Думаһының элекке ике депутаты — П. А. Ершов[8] һәм И. Н. Овчинников ҡулға алына[9].
1932 йылдың 21 декабрендә йәнә ҡулға алына һәм ОГПУ коллегияһы тарафынан хөкөм ителә[3].
Һуғыш башында СК-4 заводында бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй һәм берекмәһе ҡарамағында яуаплы башҡарыусы була. 1941 йылдың 29 сентябрендә ҡулға алына һәм СССР НКВД-һының махсус кәңәшмәһе менән биш йылға Башҡортостанға һөргөнгә ебәрелә[3].
1949 йылда вафат була, үлгән урыны билдәһеҙ.
Һуңғы эш буйынса 1956 йылдың 5 апрелендә аҡлана[3]
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ғаиләле була.
- Ҡатыны — ?
- Ул — Рәшит Каммула улы Хәсәнов (2.02.1922—14.11.2009).
- Улы — Рөстәм Хәсәнов.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1907. С. 371.
- Усманова Д. М. ХАСАНОВ Калимулла Гумерович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. C. 656—657 2016 йыл 2 октябрь архивланған..
- «Ислам в Санкт-Петербурге» — энциклопедический словарь
- Галлямов Д. Ф. Мусульманская трудовая группа" как один из векторов общественно-политической жизни тюрко-мусульман Урало-Поволжья начала XX века // Казанский педагогический журнал, 2013, Вып. № 4 (99).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Мусульманские депутаты Государственной думы России 1906—1917 годов: Сборник документов и материалов. Уфа, 1998. С. 307-08;
- Усманова Д. М. Мусульманские представители в Российском парламенте. 1906—1917. Казань, 2005.
- Хабутдинов А. Ю. От общины к нации: татары на пути от средневековья к новому времени. — Казань, 2008.
- Хәсәнов Кәлимулла Ғүмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Архивтар
үҙгәртергә- Национальный архив Республики Татарстан. Фонд 1. Опись 6. Дело 908; Фонд 199. Опись 2. Дело 1519;
- Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 464; Дело 555. Лист 5.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Источник, восходящий к советским следственным делам К. Г. Хасанова, приводит его ещё две фамилии: Хусаинов и Асанов
- ↑ С датой рождения Хасанова много разночтений: 1870 или 1878 в источнике, 1879 в источнике, 1881 в источнике
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Книга памяти Республики Татарстан // Списки жертв
- ↑ 4,0 4,1 Галлямов Д. Ф. Мусульманская трудовая группа как один из векторов общественно-политической жизни тюрко-мусульман Урало-Поволжья начала XX века // Казанский педагогический журнал, 2013, Вып. № 4 (99).
- ↑ Шигаб Ахмеров. Ошибка? нет — Дремучее заблуждение, беспардонная клевета (О создании Тукаем стихотворения «Не уйдем!»)
- ↑ «Рассмотрев следственное дело по обвинению Бургана Шарафа…» // Гасырлар авазы — Эхо веков. 2001 1/2 . Дата обращения: 20 апрель 2020. Архивировано 3 октябрь 2016 года. 2016 йыл 3 октябрь архивланған.
- ↑ Одновременно с ними арестованы Владимир Николаевич Белькович, служащий артели «Союз» Архивная копия от 23 ноябрь 2014 на Wayback Machine, Газиз (Азиз) Салихович Губайдуллин, писатель, историк, литературовед, Николай Николаевич Гусев, редактор газеты «Камско-Волжская речь», Григорий Абрамович Исакович, член РСДРП(б) c 1917, юрисконсульт потребсоюза «Главнефть» Архивная копия от 23 ноябрь 2014 на Wayback Machine, Александр Яковлевич Киселев, инструктор по кооперации в «Татсоюзе», Фёдор Николаевич Кулаков, Наталья Петровна Куприянова, член местной организации Всероссийского Общественного Комитета помощи голодающим, глава помощи голодающим в Тетюшском уезде, впоследствии деятельница Помполита, Александр Захарович Наумов, член правления «Татсоюза», Александр Матвеевич Феофилактов .
- ↑ Книги памяти жертв политических репрессий Республики Татарстан.
- ↑ Жертвы политического террора в СССР 2011 йыл 1 февраль архивланған.