Хәлил Рза Олотөрк

Әзербайжан шағиры

Олотөрк Хәлил Рза (әзерб. Xəlil Rza Ulutürk; 21 октябрь 1932 йыл — 22 июнь 1994 йыл) — шағир, филолог. Әзербайжандың халыҡ шағиры (1992).

Хәлил Рза Олотөрк
әзерб. Xəlil Rza Ulutürk
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Әзербайжан
 СССР
Тыуған көнө 21 октябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Pirəbbə[d], Сальянский район[d], Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 22 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Балалары Халилбейли, Тебриз Халил Рза оглы[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Әзербайжан теле
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Баҡы дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1994
Жанр повествовательная поэзия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Независимость» заслуженный деятель искусств Азербайджанской ССР народный поэт Азербайджана
 Хәлил Рза Олотөрк Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Башланғыс белемде Хәлил Рза үҙенең тыуған яғы Сальянда ала. Уның «Китап» тип аталған тәүге шиғыры 1948 йылдың «Әзербайжан пионеры» гәзитендә донъя күрә.

1949 йылда Хәлил Рза Олотөрк Әзербайжан дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Университетта уҡығанда, ул әҙәби түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнаша һәм Бәхтийәр Ваһабзаде, Джафар Хандан һәм Мирза Ибраһимов кеүек шәхестәр менән таныша.

1954 йылда университетты тамамлап, Хәлил Рза «Әзербайжан ҡатын-ҡыҙы» журналы редакцияһына эшкә төшә. Журналдың әҙәби хеҙмәткәре булараҡ, ул йыш ҡына башҡа баҫмаларҙа ла мәҡәләләрен баҫтыра, шулай уҡ йыш ҡына уныъ яңы шиғырҙары ла баҫылып тора. Шул уҡ 1954 йылда Хәлил Рза яҙыусылар берекмәһе ағзаһы булып китә.

Уның «Яҙ килә» тигән беренсе шиғырҙар китабы 1957 йылда нәшер ителә. сығарыу йыйылышы. 1957 йылдың авгусында Әзербайжан яҙыусылар союзы йәш шағирҙы Мәскәүгә М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институтына ике йыллыҡ юғары әҙәби курстарға ебәрә. Мәскәүҙән әйләнеп ҡайтҡас, шағир Әзербайжан педагогия институты аспирантураһвнда белем алыуын дауам итә. 1963 йылда « Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы (1945—1950) Әзербайжан әҙәбиәтендә поэма жанры» темаһына диссертация яҡлай, бының менән ул филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Диссертация яҡлағандан һуң, Хәлил Рза Олотөрк институтта педагогик эшмәкәрлек менән булыша, әммә бында ул оҙаҡ тотҡарланмай, сөнки уны «сәйәси яҡтан ышанысһыҙ» тигән һылтау менән уҡытыу эшенән ушаталар. Шуның өҫтәүенә, уға «Белем» йәмғиәте йүнәлеше буйынса республиканың башҡа райондарында ла йөрөү мөмкинлеге бирмәйҙәр. Хәлил Рза Әзербайжан әҙәбиәтемузейына эшкә күсә, бында ул әҙәби һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ошо ваҡытта ул «Әзербайжан-үзбәк әҙәби бәйләнештәре» һәм бик күп башҡа темаларға монографиялар яҙа.

1985 йылда Хәлил Рза Олотөрк «Мәғсүд Шәйхзаданың әҙәби эшмәкәрлеге һәм әзербайжан-үзбәк бәйләнешетәренең актуаль проблемалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1986 йыл Хәлил Рза Әзербайжан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. Ул шулай уҡ тәржемәсе булараҡ та танылыу яулай: Хәлил Рза Низамиҙың «Серҙәр хазинаһы» поэмаһын туған теленә тәржемә итә.

80-се йылдар аҙағында СССР-ҙа асыҡлыҡ һәм үҙгәртеп ҡороуҙар осоро башлана, Әзербайжанда был осор милли хәрәкәттәр үҫеше менән тап килә. Был ваҡиғаларҙан һуң Таулы Ҡарабах Автономиялы өлкәһендәге тәртипһеҙлектәр, әзербайжан милләтенән булған кешеләрҙе Әрмәнстандан ҡыуып сығарыу кеүек күренештәр башлана. Хәлил Рза милли хәрәкәт эшендә яҡындан ҡатнаша. Шағир һәр төрлө митынгыларҙа сығыш яһай, иң тынғыһыҙ төбәктәрҙә була. Баҡы ҡалаһында 1990 йылдың 20 ғинуарында булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, 26 ғинуарҙа Хәлил Рза ҡулға алына һәм Мәскәүҙең Лефортово төрмәһенә ябыла. Ул төрмәлә 1990 йылдың октябренә ҡәҙәр ултыра, артабан уны Баҡыға ебәрәләр, һәм бында бер ай самаһы барған хөкөм процесынан һуң, уны иреккә сығаралар. Ҡарабахтағы хәрби конфликт ваҡытында Хәлил Рза Олотөрк хәрби хәрәкәт урындарында булып. Һалдаттар алдында сығыш яһай.

Шағир үҙенән һуң ҙур ғына әҙәби мираҫ ҡалдыра. Хәлил Рза Олотөрк азатлыҡ, тыуған ергә, Тыуған илгә ҙөйөү менән һуғарылған шиғырҙар ижад итә. Үҙенең бер шиғырында ирек тураһында ул былай тип яҙа:

Тел азатлығы кәрәкмәй, итәғәт кәмеһә грамлап!

Ҡулдағы сынйыр өҙөлөргә тейеш, күрәм! Азатлыҡты йән теләмәй дарыу кеүек,

Теләйем күк йөҙөндәй! Ҡояш кеүек! Йыһан кеүек!

Әҙәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Яҙ килә» 1957.
  • «Яратыусы күҙҙәр» 1959.
  • «Мөхәббәт дастаны» 1961.
  • «Минең ҡояшым» 1963.
  • «Ҡулыңды киңерәк ас» 1965.
  • «Яңы үрҙәргә» 1971.
  • «Бөйөклөк» 1973.
  • «Мәғсүд Шәйхзаде» 1978.
  • «Һине табырмын» 1980.
  • «Мәғсүда Шәйхзаданың әҙәби ижады» 1981.
  • «Боландар ҙа тоҙ ашай икән» 1981.
  • «Тормоштоң оҙон төндәре» 1982.
  • «Был донъя ҡайҙа бара» 1983.
  • «Таштан сығыусы шишмә» 1986.
  • «Тыуған ил минән башлана» 1988.
  • «37-сө дауам итә» 1992.
  • «Ай менән Ҡояш араһында» 1992.
  • «Героик Табриз» 1994.
  • «Төрөк донъяһы» 1994.
  • «Мин үҙем Шәрек» 1994.
  • «Кисер, Тыуған ил» 1996.
  • «Лефортово зинданында» 1998.

Олотөрк мәҙәниәттә

үҙгәртергә

• 2007 йылда экрандарға Олотөрөктөң тормошона һәм ижадына бағышланған «Азатлыҡ шағиры» тигән төрөк документаль фильмы сыға[1]. • Әкрәм Айлислиҙың «Таш төштәр» романы персонажы Олорух Туранмәкән Олотөрөккә таянып тыуҙырылған, тип иҫкә алына. Романдағы Олорух Туранмәкән Баҡылағы әрмән ҡыйралышы ваҡытында халыҡ төркөмө менән етәкселек иткән һәм әрмән сиркәүен яндырырға маташҡан, тип күрһәтелә[2][3][4].. Олотөрөктө былай телгә алыуҙы хоҡуҡ белгесе һәм журналист Аслан Исмайлов (әзерб.)баш. шағирҙы кәмһетеү тип атайАслан Исмайлов (әзерб.)баш. назвал унижением поэта[2].. Әзербайжан яҙыусылар берекмәһе ғаризаһына ярашлы, Олотөрөтө кәмһеткән бындай пародияға тартым образ шағирҙа «төрки рух» булғанлыҡтан тыуҙырылған[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә