Хофбург (Инсбрук)
Хофбург (нем. Hofburg, ингл. Imperial Palace) — Габсбургтарҙың Инсбрук ҡалаһындағы элекке һарайы, Тироль, Австрия. Илдең иң мөһим мәҙәниәт биналары араһында Веналағы Хофбург һәм Шенбрунн һарайҙары менән бер рәттән тороусы өс һарайҙың береһе.
Иҫтәлекле урын | |
2013 йыл | |
Ил | Австрия |
Урыны | Тироль, Инсбрук |
Сайт | Рәсми сайт |
Хофбург Викимилектә |
Австрия эрцгерцогы Сигизмунд 1460 йылдар тирәһендә был һарайҙы төҙөткән. Алдағы 250 йыл эсендә һарай бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта Хофбургта биш тематик музей зоналары бар: Мария Терезияның XVIII быуаттағы апартаменттары, император Елизаветаның XIX быуаттағы апартаменттары һәм Мебель музейы, ата-бабаларҙың Галереяһы һәм Картиналар галереяһы. Был урындар император һарайында 450 йыл буйына йәшәгән Габсбургтарҙың тарихҡа инеп ҡалған төрлө аспекттары булып торалар.
Тарих
үҙгәртергәХофбург урта быуаттарҙа дошмандарҙан һаҡланыу маҡсатында төҙөлгән оборона ҡоролмалары һәм ҡәлғә булып торған урында төҙөлгән. Ун дүртенсе быуатта Инсбрук Görz-Tyrol графтары ҡулында булған, улар ҡаланы һаҡлап тороусы стеналарҙы төҙөгәндәр. Хәҙерге ваҡытта боронғо нығытмалар һаҡланып ҡалған һәм улар һарайҙың ҡушылдығы булып тора.
1361 йылда Габсбург йорто Тиролдә ил менән етәкселек итә башлаған һәм герцог Леопольд IV һарай янындағы йорттарҙы һатып ала башлаған. 1406 йылда Леопольдтың ағаһы — герцог Фридрих IV Тиролдең хакимына әйләнгән. Ул үҙ резиденцияһындағы Мерано ҡалаһынан Инсбрукка күсеп килгән һәм Хофбург янында яңы резиденцияһын нигеҙләгән.
1446 йылда Тироль хакимы булып эрцгерцог Сигизмунд торған һәм ул, йорттар һатып алып, Хофбургтың биләмәләренең майҙанын киңәйткән. 1463 йылда төҙөлөп ятҡан һарайҙың яғып йылытылған залында ул байрам кисәһе үткәргән. Алдағы йылдарҙа һарай артабан киңәйтелеп төҙөлгән һәм булған өлөштәре матурлап биҙәлгән. 1500 йылда, Рим императоры Максимилиан I хакимлыҡ иткән саҡта, һуңғы готика стилендә хәҙерге ҙурлыҡта һалынған һарай тулыһынса төҙөлөп бөткән. Хофбургтың эске ишек алды рәссам Альбрехт Дюрерҙең акварель менән 1495 һәм 1496 йылдар араһында яҙылған эштәрендә үҙ һүрәтләнешен тапҡан.
1520 һәм 1530 йылдар араһында архитектор Георг Тюринг (англ. Georg Thüring), стеналар төҙөп ҡуйып ,Хофбургты ябыҡ биналар комплексына әйләндергән. 1533 йылда Хофбург Рим императоры — Фердинанд I даими резиденцияһына әүерелдерелгән.1534 йылдағы янғын арҡаһында һарайҙың ҡайһы бер ҡоролмалары уттан һәләк булған, һәм итальян архитекторы Lucius de Spaciis һарайҙың бер нисә объектына үҙгәрештәр индергән. Шулай уҡ осло готика ҡыйыҡтары Яңырыу осорона хас булған ҡыйыҡтар менән алыштырылған. Һарайҙы готика стиленән Ренессансҡа әйләндереү Австрия эрцгерцогы Фердинанд II тарафынан дауам ителгән, ул бының өсөн Италияның төҙөүселек оҫтаһын Giovanni Lucchese итальянса үҙгәрештәр индереү өсөн саҡыртып алған. Һарайҙың интерьерына ла ҙур үҙгәрештәр индерелгән — уның фрескаларын рәссам Heinrich Teufel яҙған , стеналарға яңы картиналар өҫтәлгән, һарай өсөн ҡиммәтле йыһаздар һатып алынған.
XVII быуатта ,һарайҙа эрцгерцог Леопольд V йәшәгән заманда, илдә Утыҙйыллыҡ һуғыш барғанлыҡтан, Хофбургта бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмай торған. Был осорҙа һарайҙа бары тик кескәй генә ремонт эштәре алып барылған. Һуңынан император ғаиләһе Инсбруктың Хофгартен[en] паркындағы Ruhelust замогына күсенгән. 1665 йылда Габсбургтар империяның яңы үҙәге булып торған Венаға күскәндәр, бында уларҙың ҡышҡы резиденцияһы булған. Хофбург һарайы бары тик императорҙың ғаилә ағзалары сәйәхәт иткән саҡта туҡтала торған урынға әүерелгән.
XVII быуатта һарай император Мария-Терезия тарафынан барокко стилендә яңынан төҙөлгән . Реконструкциялау эштәре 1754 −1776 йылдарҙа барған һәм Етейыллыҡ һуғыш ваҡытында туҡтатылып торған.1765 йылда ,һуғыш тамамланғандан һуң, Мария-Терезия Хофбургта үҙенең улы, Австрияның буласаҡ императоры, Леопольд II и Марии Луиза Испанскаяның туйын үткәрергә булған. Бик ныҡ тантаналы туй , 1765 йылдың 4 авгусында башланып, 14 көн лауам иткән. Ә 18 августа ҡапыл ғына Марии-Терезияның ире император Франц I Стефан вафат булған. Император ҡатының телге буйынса император вафат булған бина1766 йылда сиркәү бинаһына әүерелдерелгән. 1767 йылда Мария-Терезия йорт архитекторы Nicolò Pacassi үҙенең йәйге резиденцияһы булған Шёнбрунн һарайын барокко. стилендә яңыртырға саҡырған. Был архитектор Хофбургтағы һарайҙың стилен дә яңы, барокко стиленә үҙгәртеүсе булған.
-
Реконструкцияға тиклем
-
Реконструкциянан һуң
Наполеон алып барған һуғыштарҙан һуң, Габсбургтар уға Баварияның Тиролен биргәндәр һәм 1805 йылдан алып Хофбург Наполеондың союздашы булған Бавария короле I Максимилиандың резиденцияһына әйләнгән.1809 йылда Тироль халыҡ геройы Андреас Гофер Баварияның оккупацион власына ҡаршы ихтилал күтәргән һәм ике ай буйы Тиролдең лидеры сифатында Хофбургта йәшәгән. 1814—1815 йылдарҙағы Вена конгресы арҡаһында Тироль Австрияға кире ҡайтарылған ,һәм бары 1858 йылда һуңғы тапҡыр император резиденцияһы Шёнбрунн һарайына оҡшатып яңыртылған. Эрцгерцог Карл Людвиг,Инсбруктың урындағы идара башлығы булараҡ, һарайҙың эске апартаменттарын үҙенең балдыҙы Елизаветаның теләгенә тура килтереп, үҙгәртергә ҡушҡан. Вена һарайының йорт һынсыһы August La Vigne йорт эсененә барокко стилендә үҙгәрештәр индергән, әлеге көнгә тиклем һарайҙа һаҡланған күп кенә яңы мебелде лә ул өҫтәткән. Елизавета барлығы бер нисә тапҡыр ғына был һарайға килгән , ә уның ире император Франц Иосиф Тиролдә бөтә ваҡытын үткәргән һәм Хофбург һарайында йәшәгән. XIX быуатта һәм XX быуаттың башында бында башҡа Габсбургтар — Карл Фердинанд Австрийский, Евгений Австрийский, Генрих Фердинанд[de].йәшәгәндәр.
1918 йылда, монархия бөтөрөлгәс, император биләмәләре хөкүмәт ҡулына күскәс, Автрияның был һарайы менән хөкүмәт структуралары идара итә башлаған.
2006—2010 йылдарҙа Хофбургта һуңғы тапҡыр һарайҙың ҡайһы бер йорттары ремонтланған. Хәҙерге көндә һарайҙа юғары дәрәжәгә эйә кешеләр ҡатнашлығында төрлө саралар үткәрелә.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Kollmann, Ludwig. Hofburg Innsbruck. Innsbruck: Castle Administration of Innsbruck and Ambras.
- Sauer, Benedikt. Hofburg Innsbruck. Wien: Folio Verlag. ISBN 9783852565361.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт (нем.)(нем.)
- Императорский дворец Хофбург в Инсбруке 2016 йыл 5 июнь архивланған.
- Дворец Хофбург в Инсбруке образец барочной архитектуры 2016 йыл 31 май архивланған.