Хортобадь

Венгрия милли паркы

Хортобадь (мадьярса  Hortobágyi Nemzeti Park, [hortobaɟʲi nɛmzɛti pɒrk]) — Венгриялағы милли парк, ул Хайда-Бихар медьеһында Альфёльдта урынлашҡан, уның территорияһындағы ҙур булмаған ауыл да шул уҡ исемде йөрөтә.

Хортобадь
мадьярса  Hortobágyi Nemzeti Park
Нигеҙләү датаһы 1973
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d][1]
Дәүләт  Венгрия[2]
Административ-территориаль берәмек Хайду-Бихар[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Пуста[d]
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы, Рамсарское угодье[d][3] һәм International Dark Sky Park[d]
Майҙан 80 135 гектар
Рәсми сайт hnp.hu
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iv)[d][4] һәм (v)[d][4]
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/mabdb/br/brdi…
Карта
 Хортобадь Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Хортобадь милли паркы Тиса йылғаһынан көнсығышҡа табан һәм Дебрецен һәм Хайдушагтан көнбайышҡа табан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны — 800 кв. Километрҙан ашыу, ул Вегриялағы иң ҙур тәбиғәтте һаҡлау биләмәһе. Хортобадь — Венгрияның үҙенсәлекле иң өлкән милли паркы, ул 1973 йылда асыла. 1999 йылда Хорьобадь ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә.

1833 йылда төҙөлгән һәм оҙонлоғо 167 метрға еткән Туғыҙ аркалы күпер парктың төп символы булып тора. Туғыҙ аркалы күпер — Венгриялағы иң оҙон күперҙәрҙең береһе, әйткәндәй, ул йылға өҫтөндә түгел, ә һаҙлыҡ өҫтөндә төҙөлгән. Күпер менән йәнәш кенә чард (ҡунаҡхана йорто) урынлашҡан, ул яҡынса 300 йыл элек боронғо Тоҙ юлында төҙөлгән. Юл Буданан Трансильванияға тиклем һуҙыла. Чардта этнографик күргәҙмә урынлашҡан була.

Парк территорияһында бер нисә музейы эшләй:

  • Хортобадтең крәҫтиән көнкүреше музейы
  • «Хортобади кёрсин» музейында күргәҙмәһе менән «Һүрәттәрҙә Хортобадь милли паркы» һәм «Йыртҡыс ҡоштарҙы һаҡлау».
  • «Салкахалми» ҡарауыл йорто

Тәбиғәте

үҙгәртергә
 
Хортобадь. «Рацка» һарығы көтөүе
 
Венгр һоро һыйыр малы
 
Туғаҙаҡ

Парк территорияһы тигеҙлектә ята, дала һәм әсе тупраҡлы көтөүлектәр ҙә инә уға. Тупрағы, нигеҙҙә, аллювиаль ҡомдан тора. Ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары, һаҙлыҡтар һәм имән урмадары осрай. Далаға хас үҫемлектәр үҫә унда. Хортобадь — Пуста атамаһын йөрөткән иркен дала төбәгенең бер өлөшө, әммә был дала әлеге ваҡытта ауыл хужалығы маҡсатында ҡулланыла, шуға күрә кеше ҡулы теймәгән дала тәбиғәтен тик паркта ғына күрергә була.Хортобадтең климаты континенталь, ҡоро. Йыллыҡ яуым-төшөм күләме яҡынса 500 мм тәшкил итә. Йәйгеһен паркта бик эҫе, йыш ҡына көслө ел булып ала, ҡайһы берҙә хатта ҡойон барлыҡҡа килә. Йәйгеһен йыш ҡына мираждарҙы күҙәтергә мөмкин. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 92 м. Иң юғары нөктәһе — Бюрёк убаһы (Bürök-halom), бейеклеге — 105 метр.

Хәҙерге милли парк биләмәһен халыҡ бик борондан көтөүлек итеп файҙалана. Азия буйволдары, венгр һоро һыйыр малы, «рацка» тоҡомло кәзә һәм һарыҡ беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

ХХ быуатта юғарыла атап үтелгән хайуандарҙың һаны бермә-бер кәмей, шуға күрә милли парк ойошторолғандан һуң улар һаҡ аҫтына алына. Хортобадь йылҡысылыҡ традициялары ла бик боронғо дәүергә барып тоташа. Мате ауылында йылҡы заводы бар, унда өс быуаттан ашыу «нониус» тоҡомло аттар үрсетелә. Йыл һайын июнь айында «сабыш аттары байрамы» үткәрелә. Был тамашаны ҡарарға бик күп туристар һәм ат яратыусылар йыйыла.

Паркта ҡоштарҙың 342 төрө йәшәй, ә152 төрө бында оя ҡора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: паркта торна, туғаҙаҡ, селәр, бөркөттәр һәм башҡа ҡоштар бар.

XХ быуат башында венгр инженерҙары, Тиса йылғаһының иҫке улаҡтарын файҙалан, яһалма күлдәр селтәрен барлыҡҡа килтерә. Уларҙа балыҡ үрсетелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә