Ҡомалаҡ (үҫемлек)

(Хмель битенән йүнәлтелде)

Ҡомалаҡ (лат. Húmulus)- сәскәлеләр тибындағы киндерҙәр ғаиләһенән булған күп йыллыҡ йәшкелт аҡ сәскәле, үрмәле үҫемлек. Ҡомалаҡ сәскәһенән сүпрә (әсетке) ҡайнаталар. Ике төрө билдәле.

Ҡомалаҡ (үҫемлек)
Ҡомалаҡ
Humulus lupulus L.Ҡәҙимге ҡомалаҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Humulus L.

Төрҙәр

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  19159
NCBI  3484

Ботаник аңлатма

үҙгәртергә
 
Ҡомалаҡ. Martin Cilenšek Naše škodljive rastline, 1892

Төҙөлөшө

үҙгәртергә
  • Ике өйлө үләнсел үҫемлек.
  • Һабағы оҙон, өҫкә табан сәғәт теле уңайына үрмәләп үҫә.
  • Япраҡтары ҡапма-ҡаршы урынлашҡан, өс йәпле.
  • Ата сәскәләр ҡатлаулы һебертке формаһында.
  • Инә сәскәләр алтынһыу йомарсаҡ формаһында.
  • Емеше спиралгә уралған яралғылы сәтләүек.

Ҡомалаҡ — ике өйлө үҫемлек, йәғни ата һәм инә сәскәләре була. Ҡулланыу өсөн үҫемлектең алтынһыу йоморсаҡ инә сәскәләрен йыялар.

Химик составы

үҙгәртергә

Төп актив матдәләре: хумулин, полифеноль ҡушылмалар, эфир майҙары.

Төрҙәре һәм таралыуы

үҙгәртергә

Был ырыуға түбәндәге төрҙәр керә:

Башҡортостанда ҡомалаҡты һыу буйҙарындағы әрәмәлектәрҙә (туғайҙарҙа) осратырға мөмкин. Ағастарҙы ҡуйы япраҡлы оҙон һабаҡтары менән сырмалаған был үҫемлекте сүпрә эшләү өсөн элек бик күпләп йыйғандар. Хәҙер ҡамырҙы әҙер сүпрә (дрожжи) ҡулланып әҙеләйҙәр, шуға ла ҡомалаҡ әйләнештән сығып бара. Һатыуҙағы сүпрә шул уҡ ҡомалактан әҙерләнә, шуға ла ҡомалаҡты культуралы үҫемлек тип һанарға була.

Был үҫемлекте үҫтереүе ҡыйын түгел, урмандан тамырын ҡаҙып алып ултыртһаң, бик матур декоратив үҫемлек булып йылдар буйы хеҙмәт итәсәк.

Бик әрһеҙ үҫһә лә, ҡомалаҡ сәскәһен йыйыу еңел түгел. Сәскәләре бейек үрмәләген үҫемлектең осонда ғына була.

Ҡулланыу

үҙгәртергә
  • Әсетке әҙерләү өсөн ҡомалаҡ сәскәләрен шәрбәт он боламығына (болтушка) һалалар.
  • Һыраның составында ҡомалаҡ бар.
  • Кулинарияла ҡомалаҡтың тамырын башта тоҙло һыуҙа бешереп алып, һуған менән ҡыҙҙырып, икенсе блюдо әҙерләйҙәр.
  • Бельгияла йәш япрағынан һәм һабағынын салат әҙерләйҙәр, ашҡа һәм соустарға ҡушалар.
  • Румынияла йәш үҫентеләрҙе спаржа урынына ҡулланалар.
  • Медицинала ҡомалаҡ киң ҡулланыла. Өй шарттарында ҡомалаҡ сәскәләрен мендәр эсенә һалып, тынысландара, баш ауыртауын баҫа торған мендәр әҙерләргә мөмкин.
  • Шәрәфетдинов Д. М. Йәшел байлыҡ. -Өфө: Китап, 2011. −64 бит. ISBN 978-5-295-05347-4
  • Ярмоленко А. В. Род 374. Хмель — Humulus // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1936. — Т. V. — С. 382—383. — 762 + XXVI с. — 5175 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «хмель» мәҡәләһе бар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә