Хира (мәмерйә)
Хира (араб. حراء — хира́) — Мәккәнән 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҙур булмаған (яҡынса 3,5 — 2 м) мәмерйә, ауыҙы Ҡәғбәгә табан йүнәлтелгән. Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһындағы Жәбәл ән-Нур тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә урынлашҡан.
Хира | |
ғәр. حراء | |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Джабаль аль-Нур[d] |
Хира Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәРиүәйәт буйынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Хира мәмерйәһендә уйланыу өсөн яңғыҙ ҡалырға ярата. Пәйғәмбәр заманында уның янында, Ираҡ хажиҙары йөрөгән юлдың һул яғында әл-Әҡнәс ғаиләһе биҫтәһе (шиб) урынлашҡан булған[1]. Исламға ярашлы, тап ошо мәмерйәлә Ябраил фәрештә (изге яҙмала — Гавриил), Мөхәммәт Пәйғәмбәргә беренсе үәхи — Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аятын тапшыра.
Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аяты
үҙгәртергә Һине барлыҡҡа килтергән Раббыңдың исеменә уҡы.
|
Шулай уҡ, Пәйғәмбәр әт-Таифҡа сәфәрҙән ҡайтҡас, 620 йыл тирәһендә Хирала булған һәм, Мәккәнең хәүефһеҙлегенә инанғансы, шунда көткән, тип хәбәр ителә[1].
Хәҙерге заманда
үҙгәртергәМәмерйә Мина үҙәне буйындағы юл янында урынлашҡан булһа ла, уға барыу бер нисек тә хаж йәки башҡа ғибәҙәт төрҙәре менән бәйле түгел.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ḥirāʾ / Weir T. H., Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле);
- Wüstenfeld F. Chroniken der Stadt Mekka, I (426, 493), III (447), IV (332);
- Ali Bey Travels, II, 65;
- Burckhardt Travels in Arabia, I, 320 f.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |