Хаҡ (мәғәнәләр)
Хаҡ һүҙе ошондай мәғәнәләргә эйә:
- Хаҡ — Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарының береһе.
- Хаҡ Хәлифәт — (ғәр. الخلافة الراشدية — Рәшидиә Хәлифәте — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң 632 йылда төҙөлгән Хаҡ хәлифәт тоғро идара ителгән хәлифәт мәғәнәһендәге атама.
- Хаҡ — дөрөҫ, ысын, ялғанһыҙ һүҙ.
- Хаҡ — ғәҙел, тоғро: ир егеткәй ҡайҙа йөрөһә лә ҡылған эше уның хаҡ булыр.
- Хаҡ — ысын мәғәнәлә; шикһеҙ: хаҡ мосолман
- Хаҡ — хоҡуҡ, нимәлер эшләргә ирек:уҡырға хаҡым бар; кешелек хаҡы.
- Хаҡ — сауҙала билдәләнгән баһа, аҡса нисбәте
- Хаҡ — эшләгән эшкә, түккән көскә ҡуйылған түләү миҡдары.
- Хаҡ — сит кеше әйбере, өлөшө: кеше хаҡын ашау; кеше хаҡына инмәү
- Хаҡ — йәмғиәттә тотҡан урынына ярашлы хөрмәт, ҡәҙер: күрше хаҡы; бала хаҡы.
Хаҡ |
Күсмә мәғәнәлә
үҙгәртергә- Ҡәләм хаҡы — әҫәр өсөн түләү, гонорар.
- Тамаҡ хаҡы — тамаҡ хаҡына эшләү.
- Хаҡ бесеү — һатыулашыу
- Хаҡы һуҡыр бер тин — әһәмиәтһеҙ
- Хаҡына — (рус. ради — һөйөү хаҡына, туған хаҡына
- Йәнеңде Хаҡҡа тапшырыу — вафат булыу
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 527-се бит
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |