Харинги
Лондондың Харинга бороһы (ингл. Borough Haringey of London, hærɪŋɡeɪ ) — Лондондың 32 бороһының береһе, тарихи Мидлсекс графлығына ҡарай. Майҙаны — 29,59 км². Халҡы 255 500 кеше (2011 йылға ҡарата), халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 8600 кеше тәшкил итә.
Тарих
үҙгәртергәРайон 1965 йылдын 1 апрелендә Хорнси, Вуд-Грин һәм Тоттенем райондарын берләштереүҙән барлыҡҡа килгән[5].
Халыҡ
үҙгәртергә2011 йылда халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Харринг бороһында халыҡ 255 500 кеше тәшкил итә, шуларҙың 20,3 % — балалар (15 йәшкә тиклем), 69,2 проценты — эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр(16 йәштән алып 64 йылдың йәшкә тиклем) һәм 10,5 %- оло йәштәге кеше (64 йәштән олораҡтар). Тоттенемда «Литтл Раша» (ингл. Little Russia) районы бар, унда, нигеҙҙә, рус иммигранттары йәшәй[6][7].
Этник составы
үҙгәртергә2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп этник төркөмдәр[8]:
60,5 % — аҡ тәнлеләр, шул иҫәптән 34,7%-ы — аҡ британдар, 2,7 проценты — аҡ ирландтар, 0,1 — сәйәхәтсе ирландтар һәм 23,0 % — башҡа аҡ тәнлеләр (гректар һәм грек-киприоттар, поляк, урыҫтар, йәһүдтәр, итальяндар, португалдар, албандар, болғар, американдар);
4,8 % — Көньяҡ Азиянан сыҡҡандар, шул иҫәптән 2,3 % — индустар, 1,7 % — бенгалдар һәм 0,8 % — пакистандар;
1,5 проценты — ҡытайҙар;
3,2 % — башҡа азиаттар (төрөктәр, төрөк-киприоттар, афғандар, курдтар, ливандар, ираҡтар, тай, малайзиялылар);
18,7 % — ҡара тәнле, шул иҫәптән 9,0 % — ҡара африкалылар (сомалийҙар, конголездар, гандар), 7,1 % — ҡара кариблылар (ямайлылар, барбадостар, тринидадтар) һәм 2,6 % — башҡа ҡара тәнлеләр;
0,9 % — ғәрәптәр;
6,5 % — метистар, шул иҫәптән 1,9 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш ҡара карибтар, 1,5 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш азиаттар, 1,0 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш ҡара африкалылар һәм 2,1 % — башҡа метистар;
3,9 % — башҡалар (колумбийҙар, эквадорҙар, боливийҙар, алжирҙар).
Дин
үҙгәртергәДин буйынса Харринг бороһы статистика мәғлүмәттәре (2011 йылға ҡарата)[9]:
Дин | Харринги % |
Лондон % |
Англия % |
---|---|---|---|
Христианлыҡ | 45,0 | 48,4 | 59,4 |
Ислам | 14,2 | 12,4 | 5,0 |
Иудаизм | 3,1 | 1,8 | 0,5 |
Индуизм | 1,8 | 5,0 | 1,5 |
Буддизм | 1,1 | 1,0 | 0,5 |
Сикхизм | 0,3 | 1,5 | 0,8 |
Башҡа | 0,5 | 0,6 | 0,4 |
Динһеҙ | 25,2 | 20,7 | 24,7 |
Күрһәтелмәгән | 8,9 | 8,5 | 7,2 |
Транспорт
үҙгәртергәХарринги территорияһы буйынса Лондон метрополитены линияһы һәм Лондон ер өҫтө (надземка) линияһы үтә.
Спорт
үҙгәртергәРайонда [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%BE%D1%82%D1%82%D0%B5%D0%BD%D1%85%D1%8D%D0%BC_%D0%A5%D0%BE%D1%82%D1%81%D0%BF%D1%83%D1%80 Тоттенхэм Хотспур] футбол клубы бар, ул Премьер-лигала сығыш яһай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.ons.gov.uk/peoplepopulationandcommunity/populationandmigration/populationestimates/datasets/populationestimatesforukenglandandwalesscotlandandnorthernireland
- ↑ Twinnings of Larnaka (ингл.)
- ↑ https://ons.maps.arcgis.com/home/item.html?id=a79de233ad254a6d9f76298e666abb2b
- ↑ https://fr.dentist/kb/haringey/
- ↑ Haringey (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 1 март 2014.
- ↑ Terry Webb. An Edmonton Boy. — Biograph, 2000. — С. 1. — 83 с. — ISBN 1-903981-00-X.
- ↑ The Little Ghosts of Russia (инг.)
- ↑ Классификация этнических групп приведена Национальной статистической службой Великобритании (ONS), подробнее см. ONS Population Estimates by Ethnic Group, 2011 (ингл.) (2012).
- ↑ Neighbourhood Statistics. Religions - 2011 Census - ONS (ингл.). Neighbourhood.statistics.gov.uk. Дата обращения: 6 апрель 2012. 2016 йыл 4 март архивланған.