Хажы мәмерйәһе (Тирмән-Таш) — Башҡортостандың Ишембай районында, Тирмәнтауҙағы мәмерйә

Хажы мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Оҙонлоҡ 214 метр
Күләме 1034 м³
Карта

Хажы ауыл эргәһендә урманда Хажы тарлауығында урынлашҡан.

Был исем шулай уҡ башҡа мәмерйәгә ҡарата ҡулланыла, уға барырға юлы ҡыйын һәм ҡоҙоҡ рәүешле. Уларҙың дөйөм атамаһы — Ғүмәр-Хажы мәмерйәләре. Фәнни әҙәбиәттә Хажы мәмерйәһе I һәм Хажы мәмерйәһе II исемдәре ҡулланыла. Улар янында археология ҡомартҡылары табылған. (Хажы торағы)[1].

Ишембай районының халыҡтың иң күп килә торған мәмерйәһе һәм тәбиғәттең гидрогеологик ҡомартҡыһы булып тора, фәнни, тарихи һәм ғәмәли әһәмиәткә эйә[2].

1770 йылда урыҫ ғалимы-сәйәхәтсеһе һәм тәбиғәт фәндәре белгесе И. И. Лепехин асҡан, уның тураһында яҙмаларында былай тип яҙа[3].

Мәмерйә эргәһендә археологик ҡомартҡылар табылған[1].

Элек мәмерйәгә тикшеренеүселәр һәм туристар факел менән йөрөгән, шуның арҡаһында стеналарында ҡором күренә[4][5]

1974 йылда мәмерйәлә яҡынса 15 000 йыл элек юҡҡа сыҡҡан мәмерйә айыуының теше табылған (spelaeus Ursus)[6].

Географияһы

үҙгәртергә

Мәмерйә Хажы Шиҙеһе йылғаһы бассейнында (Һәләүек йылғаһының уң ҡушылдығы) Тирмәнтау битләүенең көнбайыш һыртында, Хажы ауылынан 1,5 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Ул үҙәндәр, тарлауыҡтар менән йырғысланған тәпәш таулы урман менән уратып алынған. Мәмерйә карбонат, нигеҙҙә, урта таш күмер йәшендәге эзбиз ҡатламдарынан тора. Эзбиз ҡатламдарында барлыҡҡа килгән ярыҡтар тәрән упҡындарҙы һәм мәмерйәләрҙе барлыҡҡа килтергән. Мәмерйә ауыҙы көньяҡта һәм үҙән кимәленән 150 метр бейеклектә урынлашҡан, ә бейеклеге — 1 м, ә киңлеге — 1,5 м. Ингәс тә төньяҡҡа ҡараған коридор саҡ ҡына түбәнгә ауышыраҡ булып 2 метрға һуҙыла, шунан коридор ныҡ тарая, артабан юлды дауам итеү өсөн шыуышып барырға тура килә. Шунан иркен коридор күренеше асыла[7][8]. Мәмерйәгә инеү урынының бейек булыуы арҡаһында, уға тар ғына текә һуҡмаҡ буйлап күтәрелергә була. Унан тарлауыҡҡа күренеш асыла[9].

Структураһы

үҙгәртергә

Оҙонлоғо 120 метр, тәрәнлеге 2 метр булған мәмерйә өс ҡаттан тора, һуңғыһы бөгөнгө көнгә тиклем өйрәнелеп бөтмәгән. Мәмерйә эсендә эзбизле Сталактиттар һәм Сталагмиттар, кальцит ванналар, кораллиттар, быуа һәм гурҙар, стеналарында һарҡындылар һәм һарҡынды шарлауыҡ бар[10][11]. Мәмерйәгә эләгеү өсөн, инеү урыны ҙур булһа ла, тар урынын шыуышып үтергә тура килә. Артабан, бер-бер артлы өс ҡыуышлыҡ килә: Көтөү, Төңөлөү һәм Хөжрә. Өсөнсөһөнөң артында 50 метрлыҡ аралыҡ бар, уның уң яғында һыу һарҡып торған орган торбалары менән дүртенсе ҡыуышлыҡ бар. Түшәме көмбәҙле, тамыу күҙәтелә, сталактиттар һәм сталагмиттар һарҡындыһы бар. Иҙән тигеҙ, ваҡ эзбизташлы балсыҡ менән ҡапланған[12]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Археологическая карта Башкирии. // Уфа. — 1976. С. 227
  2. Страница пещеры на сайте ООПТ России. Дата обращения: 4 июнь 2020.
  3. Лепёхин
  4. Страница пещеры на сайте фонда "Наш Урал". nashural.ru. Дата обращения 4 июня 2020.
  5. Туризм и Путешествия. Пещера Хазинская.. ant-ufa.com. Дата обращения 4 июня 2020.
  6. Статья в Энциклопедии Башкортостана.. rus.bashenc.ru. Дата обращения 4 июня 2020.
  7. Овсянникова М. М., Кулясова А. Е./Туристические маршруты Ишимбайского районы/Уфа, ООО "Информреклама"/2012/стр. 80/ISBN 978-5-904555-44-3
  8. Географическое описание пещеры на сайте администрации Ишимбайского района. ishimbaimr.ru. Дата обращения 4 июня 2020.
  9. Страница пещеры на сайте фонда "Наш Урал". nashural.ru. Дата обращения 4 июня 2020.
  10. Страница пещеры на сайте фонда "Наш Урал". Дата обращения: 4 июнь 2020.
  11. Хазинская пещера
  12. Статья в Энциклопедии Башкортостана. Дата обращения: 4 июнь 2020. 2020 йыл 4 июнь архивланған.
  • Мартин В. И., Усольцев Л. Н. Пещеры Хазинская и Ыласын на Южном Урале // Пещеры. Выпуск 8-9. — Пермь, 1970. — 218 с.
  • Лепёхин И. И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Часть 2. — ИАН, 1772. — 359 с.
  • Овсянникова М. М., Кулясова А. Е./Туристические маршруты Ишимбайского районы/Уфа, ООО "Информреклама"/2012/стр. 80/ISBN 978-5-904555-44-3

Һылтанмалар

үҙгәртергә