Хажи-мөридтәр (чеч. Хьажи-Вирд, Хьажи-му́рдаш; рус. Хаджи-мюриды) — Чечняла һәм Ингушетияла, шулай уҡ Дағстандың көнбайыш райондарында, анди-цез халыҡтары тығыҙ йәшәгән урындарҙа, башлыса чечендар һәм ингуштар араһында таралған суфыйҙар дини ағымы[1][2].

Хажи-мөридилек
чеч. Хьажи-Вирд, Хьажи-му́рдаш

Хажи-мөридилек. Николай Лебедевтың «Нахчо иле» фильмы
Дин:

Ислам Сөнниҙәр

Ағым:

Суфыйлыҡ Ҡадирилек

Нигеҙләүсе:

Кунта-Хаджи

Илдәр:

Рәсәй

Төбәктәр

Чечня, Ингушетия, Дагестан

Ағзалар һаны:

1,5 млн. тирәһе

Тәғлимәткә нигеҙ һалыусы-остаҙ (уҡытыусы) Кунта-Хажи Кишиев — Иласхан-Юрт чечен ауылынан. 1848 йылда уның миссионер эшмәкәрлеге арҡаһында ингуштарҙың күпселеге ислам динен ҡабул итә. Кунта-Хажиҙың эйәрсендәре Хажи-мөриттәр тип атала, уларҙың үҙенсәлеге булып Аллаһты һәм уның пәйғәмбәрҙәрен маҡтап, түңәрәктә йөрөп ҡысҡырып зекер башҡарыу тора. Хажи-мөриттәр ингуштар араһында (400 меңгә тиклем кеше) 80 процент һәм чечендар араһында (1,1 миллиондан ашыу кеше) 65 процент кеше тәшкил итә.).[1]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Вирд Кунта-хаджи Кишиева — Вести Республики (рус.). Дата обращения: 23 декабрь 2022.
  2. Об Устазе Кунта-Хаджи и его вирде | Информационное агентство "Грозный-Информ". www.grozny-inform.ru. Дата обращения: 23 декабрь 2022.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеозапись кунта-хаджийскийского зикра на Youtube.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.