Фәтхетдинов Фаил Камил улы
Фәтхетдинов Фаил Камил улы (рус. Фатхтдинов Фаил Камилович: 29 декабрь 1964 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Өмөт (1994—2001), 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең, «Толпар»[1] (2006) һәм «Әллүки» (2004) журналдарының баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).
Фәтхетдинов Фаил Камил улы | |
Фаил Камил улы Фәтхетдинов | |
Тыуған көнө: |
29 декабрь 1964 (59 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Иштирәк ауылы |
Гражданлығы: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены, |
Биографияһы
үҙгәртергәФаил Камил улы Фәтхетдинов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иштирәк ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Камил Хөснөтдин улы, 14 йәшенән Киров исемендәге урындағы колхозда тракторсы-механик булып эшләй. Әсәһе, Рузилә Миңлегәрәй ҡыҙы, ошо уҡ ауыл хужалығында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Фаил Камил улы тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, уҡыуын 1-се Үрге Йәркәй урта мәктәп-интернатында (хәҙерге 1-се гимназия)[2] дауам итә. 1982 йылда мәктәп-интернатты тамамлай. 1982—1983 йылдарҙа Илеш районының Красноярск һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй. 1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1986—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы факультетында уҡый. 1991 йылдан шул уҡ уҡыу йортоноң татар филологияһы факультетында ассистент, һуңынан боронғо татар әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1994 йылда Фаил Камил улы яңы «Өмөт» республика йәштәр гәзите мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Мөхәррир етәкселегендә гәзит баҫмаһы үҫә, абруйы күтәрелә, йәш журналистар әҙерләнә.Ә 2001 йылдан ул «Кызыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире вазифаһында. Гәзит тиражы күрше Татарстандың татар телле гәзиттәре тиражынан күпкә артығыраҡ булып китә[3]. Шул уҡ ваҡытта Фаил Камил улы гәзиттең ҙур булмаған ҡушымтаһынан үҫеп сыҡҡан татар телендәге «Әллүки»[4] балалар һәм «Толпар» ижтимәғи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис йәштәр журналдарының мөхәррир вазифаһын да башҡара[5]. Фаил Камил улы үҙен үткер публицист, татар әҙәби телен яҡшы белеүсе оҫта етәксе итеп таныта. 2003 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЮғары мәктәп уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа билдәле шағир Өмми Камалдың ижады менән ҡыҙыҡһына. Шағирҙың һаҡланып ҡалған әҫәрҙәрен йыйыу, уларҙы иҫке төрки теленән татар һәм рус телдәренә тәржемә итеү буйынса ҙур эш башҡара. Өмми Камалдың дини-философик һәм этик-эстетик ҡараштарының йөкмәткеһен билдәләй, әҫәрҙәргә киң фәлсәфәүи нигеҙҙә тәнҡит анализын яһай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып — кандидатлыҡ эше тора. 2002 йылда Өмми Камалдың ижадына арналған диссертация эшен уңышлы яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә эйә була. Һуңғараҡ ул «Өмми Камал ижады» һәм «Шағир Өмми Камал ижадының художестволы һәм фәлсәфәүи-этик үҙенсәлектәре» монографияларын нәшер итә. Фаил Фәтхетдинов 20-нән ашыу ғилми хеҙмәт, монография, уҡыу әсбабы авторы[3].
2008 йылда гәзиттең 90 йыллығы уңайынан сыҡҡан "Кызыл таң"дың ҡыҫҡаса энциклопедияһы баҫмаһының авторҙашы. Энциклопедияла төрлө йылдарҙа эшләгән тиҫтәләрсә журналистар һәм гәзит хеҙмәткәрҙәре тураһында тулы мәғлүмәт тупланған. 2013 йылда «Кызыл таң» гәзитенең төрлө йылдарҙағы тормошо хаҡында ҡыҙыҡлы материалдар ингән «Фотоальбомы» нәшер ителә. 500-ҙән ашыу уникаль фотоһүрәттән торған альбомдың авторҙары-төҙөүселәре — Фаил Фәтхетдинов һәм Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы. «Кызыл таң» гәзитенең хеҙмәткәрҙәре тураһында очерктар китабы авторҙашы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
- «2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы, Рәсәй Журналистар союзының «Рәсәй журналистикаһына 300 йыл» почёт билдәһе, бик күп грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә[6]
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2019)[7]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2021)
- 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә (6.11.2024)[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәФаил Камил улы үҙенең тормош иптәше, шулай уҡ билдәле журналист, Зөлфиә Әсхәт ҡыҙы менән бергә ике бала тәрбиәләп үҫтергән[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тулпар, журнал (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
- ↑ Үрге Йәркәй гимназияһы № 1 (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Журналистика — его признание и судьба (К 50 -летию известного деятеля печати Фаила Фатхетдинова), bashinform.ru. 25 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Журнал «Аллюки» интересен детям и их родителям, Новости. 26 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Толлпар журналының баш мөхәрриренә - дәүләт бүләге, tulpar.info. 25 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Фаил Фатхетдинов удостоен медали ордена «За заслуги пред Отечеством» второй степени», Издательский дом «Республика Башкортостан. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2024)
- ↑ С высокой государственной наградой, Кафедра татарского языка и литературы (18 октябрь 2019). 26 декабрь 2024 тикшерелгән.