Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы

бейеүсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1987)

Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы (21 март 1950 йыл — 11 ғинуар 2010 йыл) — бейеүсе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1987)[1].

Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 21 март 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө бейеүсе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы 1950 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 1987 йылда Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлай. 1967 йылдан алып (өҙөклөктәр менән) Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй[1]. 1987 йылда Н. К. Черкасов исемендәге Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлағандан һуң Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы республиканың төп бейеү коллективына директор булып ҡайта[2]. 1991 йылдан башлап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры урынбаҫары, 2008 йылдан алып Өфө хореография училищеһы директоры, Башҡортостан Республикаһы музыкаль-сәхнә сәнғәте ижади берекмәһе генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 1998—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының Нефтекама филиалын етәкләй, бында ул үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле үҙенсәлекле ижади коллектив туплай[2].

Бейеүсе булараҡ сағыу сәхнә, юғары һикереү һәләтенә эйә. Фәсхетдинов бейеү сәнғәте хореография тексын башҡарыу таҙалығы, хәрәкәттәрҙең тасуирлылығы, милли башҡ. колоритын нескә тойоуы менән айырыла. «Азамат», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Һунарсы» (ҡара: «Перовский»), «Төньяҡ амурҙары» һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара[1].

2006 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы саҡырыуы буйынса гастроль-фестиваль дирекцияһын етәкләй. Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеү сиктәрендә мәҙәни саралар, «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале һәм башҡа бик күп саралар уңышлы үтә[2].

2008 йылда Фәсхетдинов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының кадрҙар һәм уҡыу йорттары бүлеге начальнигы, шул уҡ йылда Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә. Ул эшләгән осорҙа уҡыу йортона колледж статусы бирелә. Училище уҡыусылары Туапсела, Францияла хореография сәнғәте фестивалдәрендә уңышлы ҡатнаша, Германияла гастролдәрҙә була[2].

Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) һәм Татар 1989) АССР‑ҙарында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), Мәскәүҙә (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә һ.б. ҡатнаша. СССР һәм донъяның 22 иле буйлап гастролдәрҙә була[1].

2023 йылдың 28 сентябрендә, яңы 23-сө ижад миҙгелен асыу көнөндә, Нефтекама дәүләт филармонияһы фойеһында мәҙәниәт усағының тәүге директоры (1998—2002) Әхәт Фәсхетдиновҡа арналған иҫтәлекле экспозиция асылды[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә