Фёдоров Юрий Викторович

Фёдоров Юрий Викторович (1 ғинуар 1972 йыл) — Рәсәй инженеры, эшҡыуар һәм сәйәсмән, Федерация Советы ағзаһы (2017). Техник фәндәре кандидат (2011).

Фёдоров Юрий Викторович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 ғинуар 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Саҡ районы, Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө эшҡыуар, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d][1]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә фән кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[2]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы
 Фёдоров Юрий Викторович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Викторович Фёдоров 1972 йылдың 1 ғинуарында Украиналағы Ҡырым өлкәһе (хәҙер Ҡырым Республикаһы)Саҡ районы Виноградово[3] ауылында тыуған. 1983 йылда ғаиләһе менән бергә Башҡортостандың нефтекама ҡалаһына күсеп килә[3]. 1995 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетыy «Тау инженеры» һөнәре буйынса һәм 2008 йылда Удмурт дәүләт университетын «иҡтисадсы-менеджер» һөнәре буйынса тамамлай. Техник фәндәре кандидат[4]. Кандидатлыҡ диссертацияһын 2011 йылда ӨДНТУ-ла яҡлай.

1995 йылдан 2000 йылға тиклем Мегион ҡалаһында «Мегионнефтегаз» АОТТ-да нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор булып эшләй, 2-й категориялы технолог, баш технолог, баш инженер вазифаларын биләй. 2000—2004 йылдарҙа «Славнефть-Мегионнефтегаз» ААЙ-ның нефтепромысла начальнигы, аҙаҡ производство-техник бүлеге начальнигы була. 2004 йылдан 2008 йылға тиклем — Ижевск ҡалаһында «Белкамнефть» ААЙ-ҙың 2-се нефть һәм газ сығарыу идараһы начальнигы. 2008—2017 йылдарҙа — «Белкамнефть» ААЙ-ҙың генераль директоры[5]. 2014 йылда предприятие «Нефтис» НК составына инә (Михаил гуцариевтың «Самфар» сәнәғәт-финанс төркөмө активтарының береһе)[3].

2010 йылдан бер үк ваҡытта М. Т. Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университетының «Предприятие иҡтисады» кафедраһы мөдире[3]. Удмурт Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Советы депутаты, 2017 йылда бер мандатлы һайлау округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайлана.

2017 йылдың 26 сентябрендә Удмуртия Федерация Советы Федоровҡа Федерация Советы ағзаһы — республика закондар сығарыу власы органы вәкиле вәкәләттәрен тапшыра[6]. Федерация Советының иҡтисад сәйәсәте буйынса комитетына инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[3]

үҙгәртергә
  • Удмуртия Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе;
  • «Русснефть» компанияһының хеҙмәт ветераны;
  • Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының почетлы нефтсеһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Yury Fyodorov // (unspecified title)
  2. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/950/
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Федоров, Юрий Викторович
  4. Полномочиями сенатора от Госсовета Удмуртии наделен Федоров. Regnum (26 сентябрь 2017). Дата обращения: 26 сентябрь 2018.
  5. "Единая Россия" рекомендовала гендиректора Белкамнефти в Совет Федерации от Удмуртии. Интерфакс (25 сентябрь 2017). Дата обращения: 26 сентябрь 2018.
  6. Сенатор Юрий Федоров: моя задача – выстроить надежный мост в отношениях Москвы и Удмуртии. Коммерсантъ (7 декабрь 2017). Дата обращения: 26 сентябрь 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Федоров Юрий Викторович (неопр.). Совет Федерации. Дата обращения 26 сентября 2018.
  • Федоров Юрий Викторович (неопр.). Удмуртская Республика. Единая Россия. Дата обращения 26 сентября 2018.
  • Федоров, Юрий Викторович