Фуэрте-де-Самайпата
Фуэрте-де-Самайпата комплексы ( Самайпата ҡәлғәһе), шулай уҡ Эль-Фуэрте булараҡ билдәле— археология ҡомартҡыһы һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы, Боливияла Флорида провинцияһының Санта-Крус департаментында урынлашҡан[4]. Ул Боливия Андтарының көнсығыш битләүҙәрендә ята һәм боливиялылар һәм туристар өсөн популяр туристик урын булып тора.
Фуэрте-де-Самайпата | |
исп. Fuerte de Samaipata | |
Культура | Чане[d] һәм Инка империяһы |
---|---|
Дәүләт | Боливия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Флорида[d] һәм Санта-Крус[d][1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1904 метр[2] |
Эра | Колумбҡа тиклемге цивилизациялар |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм national monument of Bolivia[d][1] |
Майҙан | 20 гектар |
Рәсми сайт | samaipata.com/ingles.htm |
Указания, как добраться | Provincia Florida[1] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][3] һәм (iii)[d][3] |
Фуэрте-де-Самайпата Викимилектә |
Комплекс хәрби нығытма булмай, һәм тарихсылар фекере буйынса Колумбҡа тиклем дин урын булған, уны аравактар составындағы инкаларға тиклемге ҙур этник төркөм — чане кешеләре төҙөгән[5]. Ошонда уҡ инкаларҙың көньяҡ-көнсығышҡа табан экспансияһы ваҡыттарында комплекс менән йәнәш төҙөлгән инкаларҙың ҡала емереклектәре ята. Инкалар һәм чане гуарани яугирҙәренең һөжүменә дусар булған, улар әленән-әле төбәккә баҫып ингән. Һөҙөмтәлә гуарани Санта-Крус үҙәндәрен һәм тигеҙлектәрен баҫып алған һәм Самайпатаны емергән. Гуарани шулай уҡ испан колонизацияһы ваҡытында ла төбәктә өҫтөнлөк итә.
Ҡорам комплексы менән йәнәш испандар ҙур булмаған ауыл төҙөй, унда хәҙер ғәрәп андалуз архитектураһының бина ҡалдыҡтарын табалар. Ваҡыт үтеү менән испандар ауылды ҡалдырып китә һәм күрше үҙәнгә күсеп ултыра, унда әлеге көндә Самайпата ҡалаһы урынлашҡан.
Фуэрте-де-Самайпата археологик объекты өс төрлө мәҙәниәттең: чане, инкаларҙың һәм испандарҙың ҡоролмаһын үҙ эсенә ала һәм үҙенә күрә уникаль һанала[5].
Эль Каскабель
үҙгәртергәФуэрте-де-Самайпатаның иң ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге булып Эль Каскабель тора. Күктең көнсығыш өлөшөндә ошондай торош менән ике параллель һыҙыҡ билдәле нөктәләргә күрһәтә: азимут 71°, бейеклеге яҡынса 6,75°. Ҡайһы бер археологтар, ғәҙәти булмаған таштағы һырҙы инкаларға тиклем цивилизация ҡалдырған һәм 1066 йылдың март айындағы Галлей кометаһының осошона арналған тип раҫлай. Сағыштырмаса күптән түгел палеоконтакт теорияһы яҡлы Эрих фон Дэникен бының боронғо осоусы объекттың старт майҙансығы булған тигән фекер белдерә. .
Һаҡлау
үҙгәртергәКилеүселәр тарафынан ҡаяла хәрефтәр һәм символдар ҡырҡып яҙыуҙарҙы, шулай уҡ һыу ағымынан булған эрозияны булдырмау маҡсатында комплекстың эске өлөшө кәртәләп алынған. Шуға ҡарамаҫтан, уның байтаҡ өлөшө килеүселәр өсөн асыҡ. Объект коммерция булмаған Stonewatch һаҡлауы аҫтында тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=bo&srlang=es&srid=S/00-037 — 2017.
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ 3,0 3,1 http://whc.unesco.org/en/list/883
- ↑ UNESCO World Heritage Centre . Дата обращения: 20 февраль 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
- ↑ 5,0 5,1 «El Fuerte de Samaipata.» 2011 йыл 14 май архивланған. World Heritage Site. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «fuerte» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән