Фригг

герман-скандинав мифологияһында Одиндың ҡатыны, юғары алиһә

'Фригг йәки Фригга[1] (бор. скандинав Frigg[2], шулай уҡ Фрия (үрге немец Frigg — «һөйгән йәр») герман-скандинав мифологияһында Одиндың ҡатыны, юғары алиһә[3]. Астар[1] нәҫелен башлап ебәреүсе. Мөхәббәтте, никахты, ғаилә усағын, бала табыуҙы ҡурсалай. Һәр кешенең яҙмышын белгән күрәҙәсе, әммә был белемдәре менән бер кем менән дә уртаҡлашмай[4].

Фригг
бор.-сканд. Frigg
Болот иләүсе Фригг Художник: Джон Доуллман
Болот иләүсе Фригг
Художник: Джон Доуллман

Мөхәббәтте, никахты, ғаилә усағын, бала табыуҙы ҡурсалай

Мифология

Скандинавия мифологияһы

Атаһы

Фьёргинн йәки Нат

Әсәһе

Фьёргюн

Ире

Один (шулай уҡ Вили һәм Ве)

Балалары

Бальдр, Хёд и Хермод

Атрибут

йөн иләгес, асҡыс бәйләме

 Фригг Викимилектә

Фриггтың әсәһе (күҙалланылғанса ер алиһәһе) Фьоргюн, ә атаһы — бәһлеүәндәр нәҫеленән Нат тип һанала.

Фригг һәм Одиндың улдары: Бальдр, Хёд, Һермод.

Фригг Фенсалирҙа (инглиз Fensalir — һаҙлыҡ һыҙаты, ҡайһы берҙә диңгеҙ[1], һыу йәки океан һыҙығы итеп тәржемә ителә) йәшәй. Уның ярҙамсылары - һеңлеһе һәм хеҙмәтсеһе Фулла, илселәре Гна һәм Глин - кешеләрҙе яҡлаусы. Улар үҙ аллы шәхестәрме әллә Фриггтың кәүҙәләнешеме тулыһынса билдәле түгел.

Ҡолға (иләүес) менән билбауға тағылған асҡыс Фриггтың символдары булып тора.

1862 йылда асылған (77) Фригга астероид алиһә хөрмәтенә аталған.

Традиция буйынса, Фригг никах, мөхәббәт (Фрейя кеүек дәрт алиһәһе генә түгел), ғаилә усағы һәм уңдырышлылыҡ (айырыуса бала табыу яғынан) алиһәһе тип һанала, әммә ваҡыт үтеү менән уның функциялары үҙгәргән, күрәһең.

Эддик текстарға ярашлы, Скандинавия алиһәһе Фригг күрәҙәсе һәләтенә эйә, кешеләрҙең һәм илаһтарҙың яҙмышы менән яҡшы таныш, ләкин бер кемгә лә киләсәк серҙәрен асмай. Билдәле Эдда эпизоды Фригтың, үҙенә билдәле булған киләсәкте үҙгәртергә маташып, берҙән-бер тапҡыр үҙ принциптарына ҡаршы барыуы хаҡында һөйләй. Был - Один һәм Фригганың улы Бальдрҙың һәләк булыуы хаҡында легенда. Алиһә улын яҡлау маҡсатына бар көсөн һала, бөтә тереклекте лә, йәнһеҙ донъяны ла имләй, әммә нәҡ уның хәрәкәте арҡаһында Бальдр һәләк була. Был йәһәттән миф яҙмыштың ҡотолғоһоҙ булыуы тураһында фәлсәфәүи идеяны раҫлай, моғайын, фәһемле лә. Фриггтың символы — орсоҡ, һәм был боронғо скандинав пантеонында был алиһәнең ни тиклем мөһим урын биләүен аңлата. Билдәле булыуынса, норндар кешеләр яҙмышын ептәрҙән үрә, һәм был ептәрҙе нәҡ Фригг үрә. Эзотерик контекста норндар ысынбарлыҡта уны кәүҙәләндерә, әммә был нәҡ Фриг тәүматерия - бөтә нәмәнең йәшәүенә һәм барлығына нигеҙ булдыра[5].

Аҙнаның «йома» көнө немец телендә (нем. Freitag, инглиз телендә ингл. Friday) — Фригг исеме менән аталған, әммә шулай уҡ астар культы сығанағы булған ван ырыуы[6] алиһәһе Фрейя менән контаминация үткәреү күҙ уңында тотола[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Фригга // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Фригг // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
  3. Снорри Стурлусон. Младшая Эдда, Видение Гюльви.
  4. Стурлусон, Снорри. Младшая Эдда, Язык поэзии. «She will tell no fortunes, yet well she knows the fates of men.»
  5. Фригг
  6. Фрейя, сестра Фрейра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Дьяконов И. М. Архаические мифы Востока и Запада. М.: Едиториал УРСС, 2004. С. 82, 204.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Асы