«Френдс Арена» (элек «Swedbank Arena» кеүек билдәле ) (швед. Friends Arena) — Стокгольм ҡалаһында футбол стадионы, ул Сольна коммунаһында тимер юл станцияһына яҡын урында төҙөлгән (Стокгольм үҙәгенән яҡынса алты километр алыҫлыҡта). Төҙөүҙең яҡынса хаҡы 2,3 миллиард швед кронаһы тәшкил иткән[2] (205 миллион евро). Стадион Swedbank Arena тип аталһын өсөн Swedbank банкы 2023 йылға тиклем 153 млн швед кронаһы түләгән. Әммә 2012 йылдың 25 мартында Swedbank яңы исем иғлан итә — Friends Arena. Был аренаны футбол буйынса Швеция милли йыйылмаһының үҙ стадионы булған Росгунда стадионы алмаштыра. Стадиондың асыла торған ҡыйығы бар, был спорт һәм мәҙәни сараларҙы ҡышҡы миҙгел дауамында үткәрергә мөмкинлек бирә. Уның һыйҙырышлығы футбол уйыны ваҡытында 50 000 кеше һәм концерттар ваҡытында 67 500 кеше. 2016/2017 йыл миҙгелендә стадионда Европа Лигаһының финалы үтә, унда «Манчестер Юнайтед» һәм голланд командаһы «Аякс» осраша[3][4]. 2013 йылда арена ҡатын-ҡыҙҙар араһында футбол буйынса Европа чемпионатын, шул иҫәптән финалды ҡабул итә. Аренала шулай уҡ туп менән хоккей уйындары уҙғарыла.

Френдс Арена
Нигеҙләү датаһы 25 октябрь 2012
Рәсем
Рәсми атамаһы Swedbank Arena, Friends Arena һәм Solna fotbollstadion
Спонсор Swedbank[d]
Спорт төрө Футбол
Дәүләт  Швеция
Административ-территориаль берәмек Сольна[d]
Хужаһы Шведский футбольный союз[d]
Архитектор Berg Arkitektkontor[d] һәм Populous[d]
Рәсми асылыу датаһы 27 октябрь 2012[1]
Обитатель сборная Швеции по футболу[d] һәм АИК[d]
Һыйым 54 329
Рәсми сайт friendsarena.se
Категория стадиона УЕФА UEFA stadium category 4[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 2713
Карта
 Френдс Арена Викимилектә

Факттар үҙгәртергә

Стадион Гринвичтан көнсығышҡа табан 18-се меридианда ята.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Så var invigningen av Friends Arena (швед.) — 2012.
  2. norran.se 2013 йыл 31 октябрь архивланған.
  3. Stockholm to host 2017 UEFA Europa League final. UEFA. Дата обращения: 1 июль 2015. 2017 йыл 21 сентябрь архивланған.
  4. Финал Лиги Европы: "Аякс" - "Манчестер Юнайтед". UEFA. Дата обращения: 11 май 2017.

Һылтанмалар үҙгәртергә