Анна Франк (нем. Anne Frank [ˈʔanə ˈfʁaŋk] , нидерл. Anne Vrank [ˈʔɑnə ˈfrɑŋk]; ысын исеме — Аннели́з Мари́я Франк (нем. Anneliese Marie Frank [ˈanəˌliːs maˈʁiː ˈʔanə ˈfʁaŋk] , нидерл. Anneleese Marie Vrank [ˈɑnəˌlis maːˈri ˈʔɑnə ˈfrɑŋk]); 12 июнь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][1][5][…], Майндағы Франкфурт, Майндағы Франкфурт, Веймар Республикаһы[2][6][7]февраль 1945[8][9][10] (15 йәш), Берген-Бельзен[d], Өсөнсө рейх[2][7][24]) — Германияла тыуған йәһүд ҡыҙы, Гитлер власҡа килгәндән һуң, ғаиләһе менән Нидерландта нацист террорынан йәшеренеп йәшәгән. Һөҙөмтәлә тотола һәм Освенцимға, ә унан Берген-Бельзенға оҙатыла, һуғыш аҙағында ҡарамыҡ ауырыуынан вафат була. Нацизмды фашлаусы документ, билдәле «Анна Франктың көндәлеге» донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Был китап шунда уҡ донъя бестселлерына әйләнә — үҙенең үткер интонацияһы буйынса ғына түгел, ә башлыса бер ҡыҙҙың яҙмышында Холокост менән бәйле миллионлаған кеше трагедияларын берләштерә алыуы арҡаһында. Анна Франк һәм уның ғаиләһе нацизмдың иң билдәле ҡорбандарҙың береһе тип һанала

Франк Анна
нидерл. Annelies Marie Frank
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Өсөнсө рейх[3]
апатрид[d][4]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Annelies Marie Frank
Кана әлифбаһында исеме アンネ・フランク
Тыуған көнө 12 июнь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][1][5][…]
Тыуған урыны , Майндағы Франкфурт, Веймар Республикаһы[2][6][7]
Вафат булған көнө февраль 1945[8][9][10] (15 йәш)
Вафат булған урыны Берген-Бельзен[d], Өсөнсө рейх[2][7]
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Үлем сәбәбе Сабыртмалы тиф[11][12][13]
Ерләнгән урыны Берген-Бельзен[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Отто Франк[d][14]
Әсәһе Эдит Франк[d]
Бер туғандары Марго Франк[d][14] һәм Ева Шлосс[d]
Туған тел Немец теле
Место содержания под стражей концлагерь Освенцим[d][15], Вестерборк[d][16] һәм Берген-Бельзен[d][17]
Һөнәр төрө автор дневника, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө Көндәлек[18]
Уҡыу йорто 6th Montessori School Anne Frank[d]
Әүҙемлек урыны Амстердам[18]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1944
Сәс төҫө чёрные волосы[d]
Сексуаль йүнәлеш негетеросексуальность[d][19][20][21]
Рәсми сайт annefrank.org
Һештег AnneFrank
Изображение памятной доски
Изображается на Дневник Анны Франк[d], Дневник Анны Франк[d], Где Анна Франк?[d], The Diary of Anne Frank[d] һәм Love All You Have Left[d]
Кто представляет фонд Анны Франк[d]
Вики-проект Iedereen Leest[d]
Защитник авторских прав фонд Анны Франк[d][22]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Нидерландский институт исследований войны, Холокоста и геноцида[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][23]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Anne Frank
 Франк Анна Викимилектә

Көндәлегенең әҙәби эшкәртеүендә Анна башта үҙен Анна Робин (нидерл. Anne Robin) псевдонимы аҫтында күрһәтергә теләгән, әммә һуңыраҡ үҙен Анна Аулис (нидерл. Anne Aulis) тип атаған.

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә
 
Апалы-һеңлеле Франктар хөрмәтенә Майндағы Франкфурт ҡалаһындағы иҫтәлекле стела

Анна Франк 1929 йылдың 12 июнендә Майндағы Франкфурт «Эшенхеймер» заводы эргәһендәге Ватан Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы дауаханаһында ассимиляцияланған йәһүд ғаиләһендә тыуған. Аннаның атаһы Отто Франк, отставкалағы офицер, шул осорҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, әсәһе Эдит Франк-Голлендер — йорт хужабикәһе. Аннаның өлкән апаһы Марго Франк 1926 йылда тыуған.

 
Анна Франк тыуған клиника

Франктар, йәһүд либералдары, йәһүд диненең йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡәтғи үтәмәгән. Ғаилә йәһүд һәм йәһүд булмаған граждандарҙың ассимиляцияланған общинаһында йәшәгән, уларҙың балалары католиктар һәм протестанттар менән йәнәш йәшәгән. Ике йәшенә тиклем Анна Дорнбуш районындағы Марбахвег, 307 адресы буйынса йәшәгән, әммә һуңынан Франк ғаиләһе шул уҡ райондағы Гангхоферштрассте, 24 һанлы йортҡа күскән.

1933 йылда Германияла Гитлер етәкселегендәге национал-социалистарҙың власҡа килеүенән һәм Франкфурттағы муниципаль һайлауҙарҙа НСДАП (NSDAP) еңеүенән һуң Анна әсәһе һәм апаһы менән Ахенға Эдиттың әсәһе Роза өләсәһенә күсә, ә Отто Амстердамға күсеп китә, унда ул джем ҡатышмалары етештереүсе фирма — «Опекта» акционерҙар йәмғиәте идарасыһы вазифаһына урынлаша һәм Риверенбуурт районындағы Мерведеплейн майҙаны, 37/2 адресы буйынса йәшәй. Шул уҡ йылдың сентябрендә Амстердамға Эдит күсеп килә, декабрҙә Марго, ә 1934 йылдың февралендә — Анна ла килә.

Алты йәшенә тиклем Анна Франк Монтессориҙың 6-сы мәктәбе эргәһендәге балалар баҡсаһына йөрөй, һуңынан ошо мәктәптең беренсе класына уҡырға бара. 1940 йылдың майында Германия Нидерландты баҫып алғандан һуң, Анна, Монтессориҙа алты класс уҡып, Йәһүд лицейына күсергә мәжбүр булған.

1938 һәм 1941 йылдарҙа Аннаның атаһы, Америка Ҡушма Штаттарына йәки Кубаға күсеп китер өсөн, ғаиләһенә визалар алырға тырышҡан. 1941 йылдың 1 декабрендә уға үҙенә генә Кубаға берҙән-бер виза бирелә, әммә ун көндән һуң Германия менән Италия Америка Ҡушма Штаттарына һуғыш иғлан итә, һәм Гавана был визаны бөтөрә.

Йәшеренеп йәшәү

үҙгәртергә

Ул саҡта Отто коллегалары Виктор Кюглер, Йоханнес Клейман, Мип Гиз, уның ире Ян Гиз һәм Элизабет (Беп) Фоскёйл) ярҙамында Принсенграхт, 263 адресы буйынса йылғаһы буйындағы йорттоң артҡы өлөшөндә йәшерен һыйыныу урыны булдыра. Башҡа йәмәғәт йорттары кеүек, был йорттоң беренсе ҡаты уртаҡ булған. Икенсе ҡаттан башлап бина ике өлөшкә бүленгән булған: йылға ярына сыҡҡан бер өлөшөндә «Опекта» офистары биләгән, икенсе өлөшө йыш осраҡта буш торған. Бинаның икенсе өлөшөндәге 3-сө, 4-се һәм 5-се ҡаттарын ышыҡ урын биләгән, һәм берҙән-бер инеү урыны өсөнсө ҡаттағы документтар шкафы аҫтына йәшерелгән (2-се ҡатта ла беренсегә үтеү юлы булған, ләкин өҫкө ҡатҡа үтеү юлы булмаған).

1942 йылдың 12 июнендә Аннаға 13 йәш тулған. Тыуған көнө алдынан уның атаһы туҡыма тышлыҡлы автографтар өсөн бәләкәй альбом бүләк иткән. Ҡыҙ альбомды көндәлек итеп ҡулланырға булған. Анна шул уҡ көндө унда тәүге яҙыуын эшләгән.

Тәүҙә Отто менән Эдит 1942 йылдың 16 июленә һыйыныу урынына күсергә ҡарар иткән, ләкин 5 июлдә үк уларҙың ҡыҙҙары Марго Йәһүд эмиграцияһының Үҙәк бюроһынан гестапоға повестка алған, ул Вестерборк транзит концентрацион лагерына ебәрелергә тейеш булған. 6 июлдә таң менән, көслө ямғыр яуғанда, урамда гестаповсылар аҙ булырына иҫәп тотоп, Анна ата-әсәһе менән (Марго һыйыныу урынына иртәрәк күскән) йәйәү (ул ваҡытта йәһүдтәргә йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу тыйылған була) Принсенграхтҡа килгән. Багажһыҙ булыу иллюзияһын тыуҙырыу өсөн, өсөһөнә лә бер нисә комплект кейем кейгән булалар.

13 июлдә уларға Оснабрюктан Герман ван Пельс (ҡатыны Август һәм уның улы Петер) ғаиләһе ҡушылған. Франкиҙың һыйыныу урынына киткәнен белгән ван Пельс бөтә таныштарына ғаиләнең Швейцарияға китеү хәбәрен таратҡан.

1942 йылдың 16 ноябрендә ышыҡ урынға һигеҙенсе кеше — дантист Фриц Пфеффер ҙа килә.

Һыйыныу урынында Анна нидерланд телендә хаттар яҙған (тәүге теле немец теле булһа ла, нидерланд телен ул бала саҡтан уҡ өйрәтә башлаған, шунлыҡтан голландса ата-әсәһенә ҡарағанда яҡшыраҡ һөйләшкән). Был хаттарҙы ул уйлап сығарылған әхирәте Киттиға яҙған. Ул Киттиға үҙе һәм ышыҡ урында йәшәгән башҡа кешеләрҙең көндәлек хәлен һөйләгән. Үҙенең көндәлеген Анна «Het Achterhuis» («В заднем доме» — «Артҡы өйҙә») тип атанған. Русса версияһында — «Убежище».

 
Амстердамда Анна Франк һәйкәле

1942 йылдың 19 ноябре:

  Немецтар һәр ишеккә шылтырата ла, өйҙә йәһүдтәр йәшәмәйме, тип һорай... Кисен, ҡараңғы төшкәс, илаған балалары менән кешеләр колоннаһын күрәм. Улар туҡмалып һәм аяҡтан йығылырлыҡ типкесләнеп, үтәләр ҙә үтәләр. Бер кем дә ҡалманы - ҡарттар, сабыйҙар, йөклө ҡатындар, ауырыуҙар - бөтәһе лә был үлемесле походҡа ҡуҙғалды.  

Тәүҙә Анна көндәлеген үҙе өсөн генә алып барған. 1944 йылдың яҙында ул Нидерландтың «Оранье» радиоһы буйынса (был радионың редакцияһы Англияға эвакуациялана, унан һуғыш аҙағына тиклем тапшырыуҙар алып бара) Нидерландтың мәғариф министры Херрит Болкештейндың сығышын ишеткән. Үҙ телмәрендә ул граждандарҙы немец илбаҫарҙары оккупацияһы йылдарында халыҡ ғазаптарын дәлилләрлек һәр документты һаҡларға саҡырған. Көндәлектәр мөһим документтарҙың береһе тип аталды.

Сығыш тәьҫирендә Анна көндәлек нигеҙендә роман яҙырға ҡарар итә. Ул шунда уҡ көндәлеген яңынан күсереп яҙа һәм мөхәррирләй башлай һәм яңы яҙыуҙар менән тулыландырыуын дауам итә. 1944 йылдың 1 авгусында Анна һуңғы тапҡыр яҙған.

Ҡулға алыныуы һәм илдән ҡыуылыуы

үҙгәртергә

Йәшеренеү урынында нелегалдар 25 ай ҡасып йәшәгән. 1944 йылда властар исеме асыҡланмаған кешенән йәшеренгән йәһүдтәр төркөмө тураһында хәбәр ала һәм 4 августа Принсенграхт, 263 йортона Карл Зильбербауэр етәкселегендә Голландия полицияһы һәм гестаповсылар килеп инә. Бөтә һигеҙ кеше лә ҡулға алынған һәм дүрт көн Ветерингсханс урамындағы төрмәлә тотолған, һуңынан Вестерборк лагерына оҙатылған. Унда, повестканан тайпылыусылар булараҡ, улар "штраф бүлеге"нә иң ауыр эштәргә ебәрелгән. Уларҙың паёгы иң ярлы булған, һәм уларҙы башҡа тотҡондарҙан айырырға тырышҡандар. Башлыса улар ватылған самолёт аккумуляторҙарын һүткән. Был бик бысраҡ эш була. һәм Отто Аннаны Рашель ван Амеронген-Франкфордерға ярҙамсы итеп урынлаштырырға тырыша, ул Вестерборк тотҡондары ҡарашынса, бик бысраҡ булмаған (ул бәҙрәфтәрҙе йыуа һәм тотҡондарға форма биреү өсөн яуап бирә) эш башҡара, ләкин лагерь етәкселеге рөхсәт бирмәй. 3 сентябрҙә бөтә һигеҙ нелегал да Освенцимға күсерелгән. 1019 кешенән торған был 93-сө состав Голландия йәһүдтәрен үлем лагерына алып барған һуңғы эшелон булған — унан һуң Вестерборктан Освенцимға йәһүдтәрҙе депортациялау туҡтатылған. Өҫтәүенә, һыйыныу урынында йәшәүселәр немец концлагерҙарында йәһүдтәрҙе юҡ итеү айырыуса көсөргәнешле барған 1944 йылдың икенсе яртыһында, Освенцимға эләгеү бәхетһеҙлеге кисергән.

Анна әсәһе һәм апаһы менән бергә, иренән һәм улынан айырып ҡалдырылған Августа ван Пельс кеүек, атаһынан айырыла. Барыһы ла, кемде лагерға индерергә хәл иткән доктор Йозеф Менгелгә һайлап алыу өсөн ебәрелә. 1019 кешенең 549-ы, 15 йәштән кесерәк балаларҙы ла иҫәпкә алып, газ камераларына оҙатыла. Бер нисә ай элек 15 йәше тулған Анна иң йәш тотҡон булған. Ул йәше арҡаһында һайлап алынмаған. Августа, Эдит, Марго һәм Анна 20-се баракка ебәрелгән, унда өс аҙна карантинда ттолған. 7 октябрҙә Франктар тотолған блокта ҡорал фабрикаһында эшләү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар һайлап алынған. Һайлап алынғандар иҫәбендә Эдит менән Марго ла булған, Анна иһә, ҡысынма менән ауырығанлыҡтан, һайлап алыуға эләкмәгән. Аннаны ташларға теләмәгәнлектән, Эдит менән Марго был тәҡдимдән баш тартҡан.

30 октябрҙә, совет ғәскәрҙәре лагерҙан йөҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Освенцим-Биркенау лагерының ҡатын-ҡыҙҙар бүлегендә Менгель сираттағы һайлап алыу уҙғарған. Анна менән Марго Эдиттан айырып алынған һәм, 634 ҡатын менән, Берген-Бельзен ҡалаһына күсерелгән. Көнсығыш һәм Көнбайыш фронттарҙың һөжүме арҡаһында ул ваҡытта тотҡондарҙы башҡа лагерҙарҙан шул хәтлем кешегә иҫәпләнмәгән Берген-Бельзенға ҡыуып килтергәндәр. Шуның арҡаһында апалы-һеңлеле Франктар башта импровизацияланған ҙур палаткала йәшәй, әммә һөҙөмтәлә уларҙы төҙөлөп бөтмәгән баракка күсерәләр. Тәүге әҙер ҡыҙҙар «аяҡ кейеме» барагында эшләгән. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң, тотҡондарҙың күбеһе был эштә ҡан зарарланыуы эләктереүе сәбәпле, Анна был эштән баш тартҡан. Эшһеҙ ҡалыу уны өҫтәмә паектан мәхрүм иткәнгә, Анна, мөмкин булғанса, лагер кухяһында һоранған йәки урлашҡан. Ауыр хәлгә ҡарамаҫтан, ул Марго һәм яңы дуҫтары менән азат ителгәндән һуң ни эшләрҙәре тураһында пландар ҡорған. Ноябрҙә уларға Августа ван Пельс килеп ҡушылған, ләкин 1945 йылдың башында ул ҡайтанан күсерелгән.

Бер ниндәй ҙә ойошҡанлыҡтың булмауы һәм күбеһе үлемесле сиргә дусар булған даими килтерелгән тотҡондар арҡаһында, 1945 йылдың февралендә Берген-Бельзенда сабыртма тиф эпидемияһы таралған һәм апалы-һеңлеле Франктар ахырҙа санитар блокка эләгә. Уларға барактағы иң уңайһыҙ урын: инеү ишеге янындағы аҫҡы ҡаттағы кәштәләр эләккән. Ошо уҡ осорҙа Анна өс дуҫын — Ханнели Госларҙы (ғаиләһе мандат аҫтындағы палестин паспортына эйә булғанға, лагерҙың өҫтөнлөклө өлөшөндә яҡшы шарттарҙа тотолған; шуға күрә Анна уның менән ҡойма аша ғына аралашҡан), Наннет Блитцты (лагерҙың Анна йәшәгән өлөшөндә булған) һәм Кристина Неетерҙы осратҡан. Һуңғараҡ Блитц Аннаны йонсоу, ҡалтыранып торған пеләш тип тасуирлай, ә Гослар осрашыуҙары ғинуар аҙағына йәки 1945 йылдың февраль башына тура килгәнен иҫенә төшөрә. Анна дуҫтарына ата — әсәһе, моғайын, тере түгел тип уйлауы хаҡында әйткән, шуға күрә ул үҙе лә йәшәргә теләмгәнлеген белдерә. Һуңыраҡ Ханнели Гослар, әгәр ҙә Анна атаһы Оттоның тере икәнен белгән булһа, ул, бәлки, азат ителеүенә тиклем сыҙай алған булыр ине тигән һығымтаға килгән. Кристина Неетер, үҙ сиратында, 1945 йылдың ғинуарында уҡ Аннаның бик насар хәлдә булыуы тураһында һөйләгән. Яңы тотҡондар даими килеүе арҡаһында Анна менән Марго тиҙҙән лагерҙың икенсе секцияһына күсерелә, шунлыҡтан Гослар, Билтц һәм Неетер Анна менән бәйләнеште юғалта.

 
Берген-Бельзен элекке концлагерь биләмәһендә апалы-һеңлеле Анна һәм Марго Франктар мемориалы

Вестерборкта Франк апайҙары менән дуҫлашҡан апалы-һеңлеле Янни һәм Лин Бриллеслейперҙар ғүмеренең һуңғы көндәрендә Маргоның һикенән цемент иҙәненә ҡолап төшөүен һәм унда һаташып ятҡанын, ләкин береһенең дә уны күтәрә алмағанын әтерләп һөйләгән. Ә Аннаның температураһы бик юғары булған, һәм ул йыш йылмайыу ҡатыш һаташҡан. 1945 йылдың февраль башында Марго үлгәндән һуң, шунан һуң Аннаның ҡаршылыҡ күрһәтеү теләге бөтөнләй юғалған. Бер нисә көндән һуң Лин менән Янни Аннаның урыны буш икәнен күргән, һәм Аннаны улар тышта тапҡан һәм, ауырлыҡ менән, алдараҡ Маргоны илткән туғандар ҡәберлегенә Аннаны ла алып барған. Уларҙың үлгән даталары әлегә билдәһеҙ. Оҙаҡ ваҡыт улар март айында үлгән тип иҫәпләнгән[25], әммә 2015 йылда Анна Франк музейы хеҙмәткәрҙәре, был февраль айында булған, тигән һығымтаға килгән[24][26]. Һаҡланған таныҡлыҡтарға ярашлы, апалы-һеңлеле Франктарҙың сабыртма тиф ауырыуы йоҡтороуының тәүге билдәләре 7 февралдә үк һиҙелгәйне — был мәсьәләне өйрәнеүсе Голландияның һаулыҡ һаҡлау органдар белешмәһенә ярашлы, Берген-Бельзен тотҡондарының күбеһе тиф башланғанынан 12 көн үткәс вафат булған. Аннаның вафат булған көнө февраль йәки март айҙарына тура килгәнгә күрә, Нидерланд властары төҙөгән рәсми документтарҙа уның вафат булыу датаһы 31 март тип билдәләнгән.

1945 йылдың 15 апрелендә инглиздәр Берген-Бельзенды азат иткән.

Нацистик лагерҙарҙа иҫән ҡалған берҙән-бер ғаилә ағзаһы Анна Франктың атаһы Отто булған. Һуғыштан һуң ул Амстердамға ҡайтҡан, ә 1953 йылда Базель ҡалаһына (Швейцария) күскән. 1980 йылда вафат була.

Анна Франкты, уның ғаиләһен һәм тағы бер нисә йәһүдте тотҡан һәм концлагарға оҙатҡан, хатта үҙ ойошмаһында ла рәхимһеҙлек менән билдәле, эсэсовсы Карл Йозеф Зильбербауэр булған.

1948 йылда амстердам полицияһы хыянатсыны эҙләй башлай. Полиция отчёттарына ярашлы, ундай кеше булған, ләкин уның исемен бер кем дә белмәгән. Йәһүдтәрҙең һәр береһе өсөн ете ярым гульден аҡса алғаны ғына билдәле булған. Отто Франк тикшереүҙә ҡатнашыуҙан баш тартҡанға, ул туҡтатылған, ләкин 1963 йылда яңынан башлана. Ул ваҡытта Аннаның көндәлеге донъя кимәлендә танылыу яулай, һәм хыянатсыны табырға һәм язаға тарттырырға кәрәк, тигән талаптар килә.

Ул ваҡиғаларҙың шаһиттары яҡты донъянан киткәнлектән, ошаҡсы табылмаған. Һуңғыһы 2010 йылда, 101 йәшенә етеп килгән Мип Гиз вафат була.

2016 йылда Анна Франк Йорто яңы тикшереү баҫтырып сығарҙы, унда полицияны йәшерен урынға ошаҡсы түгел, ә аҙыҡ-түлек карточкалары менән мутлашыу һәм "Опекта"ның оккупация йылдарында ҡара баҙар менән хеҙмәттәшлек итергә мәжбүр булыуы ихтималлығы менән бәйлелер тигән версия бар.

Ван Маарен, Тони Алерс и Лена ван Бладерен-Хартохты оҙаҡ йылдар ошаҡсылыҡта ғәйепләгәндәр.

2003 йылда Виллем Ван Маарен, Тони Алерс һәм Лена ван Бладерен-Хартох Нидерланд хәрби документтар институты тарафынан тикшерелә һәм уларҙы ошаҡсы тип танымай.

Анс ван Дейк

үҙгәртергә

Анна ван Дейк Анна ван Дейк һуғыш йылдарында Нидерландтағы оккупация властары менән хеҙмәттәшлек иткән йәһүд коллаборационисы булған. Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте ағзаһы булараҡ, ул нацистарға 700-гә яҡын милләттәшен һатҡан.

2018 йылда Герард Кремер үҙенең китабында Ван Дейкты ошаҡсы булыуы мөмкин тип яҙған. Үҙенең һығымтаһын ул оккупация йылдарында Ҡаршылыҡ ағзаһы булған һәм бер үк ваҡытта Принсенграхттағы биналарҙың береһендә һаҡсы булып эшләгән атаһының иҫтәлектәренә нигеҙләнеп яһаған. Бинаның ике ҡатын немец оккупация властары һәм голланд нацистик ойошмаһы биләгән. 1944 йылдың август башында ул Ван Дейктың нацист хакимиәтендә Франктар йәшеренгән урын тураһында һөйләшеүҙәрҙе тыңлаған.

Һуғыштан һуң Ван Дейк Гаагаға ҡасҡан, ләкин бер айҙан һуң ҡулға алынған һәм 1948 йылдың ғинуарында атып үлтерелгән. «Анна Франк йорто» музейы Ван Дейктың был эшкә ҡыҫылышы булыуы ихтималлығын кире ҡаҡмаһа ла, ниндәйҙер аныҡ ҡарарға ла килә алмаған[27].

Нелли Фоскёйл

үҙгәртергә

Нелли Фоскёйл (нидерл. Nelly Voskuijl, 1923—2001) — Элизабет Фоскёйлдың "Опекта"ла бер ни тиклем машинистка булып эшләгән һеңлеһе. 2015 йылда Элизабет Йуп ван Вейктың улы, фламанд журналисы Йерун де Брюн ярҙамында, әсәһе тураһында биографик китап сығара. Унда үҙ ваҡытында әсәһенең кейәүе булған Бертус Хульсман тап Нелли ошаҡсы булыуы хаҡында һөйләгән — уның һүҙҙәренсә, Элизабет йәһүдтәрҙе йәшерергә ярҙам иткәнен белгән, ә иҫтәлекле 4 август көнөндә ул гестапоға шылтыратҡан тигән. Һуғыш ваҡытында Нелли Австрия унтер-офицеры менән мөнәсәбәттәрен өҙмәй һәм күпмелер ваҡыт Францияның төньяғында хәрби базала немецтарҙа эшләй. Ул 1944 йылдың майында Нидерландҡа кире ҡайта.

Арнольд ван ден Берг

үҙгәртергә

Арнольд ван ден Берг (нидерл. Arnold van den Bergh, 20 ғинуар 1896 — 28 октябрь 1950) — Амстердам йәһүд нотариусы. Фашист оккупацияһы осоронда ул сәнғәт әҫәрҙәрен күренекле нацистарға һатыу килешеүҙәрен рәсмиләштерергә ярҙам иткән Йәһүд Советына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.

2022 йылдың ғинуарында Канада яҙыусыһы Розмари Салливан «The Betrayal of Anne Frank: A Cold Case Investigation» китап сығара, Нидерландтан ФБР-ҙың элекке хеҙмәткәре Винс Пэнкоук етәкселегендәге белгестәр командаһы үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыуға гарантия биреүгә алмашҡа тап Ван дер Берг нелегалдарҙы һатҡан тигән һығымтаға килде, тип белдерҙе[28]. Ван ден Бергка ҡаршы ғәйепләү, китапҡа ярашлы, 1963—1964 йылдарҙа хыянатсыны эҙләү менән шөғөлләнгән детектив Аренд Ван Хелден документтары араһында Отто Франктың һуғыштан һуң алынған аноним яҙма күсермәһе табыла: унда нелегалдарҙы Ван ден Берг һатҡаны тураһында туранан-тура әйтелә.

Шуға күрә уның дуҫтары ла бер ҡасан да Ван ден Бергтың (йәнәһе лә был факт антисемиттар тирмәненә һыу ҡойоу хәүефе арҡаһында) исемен атамаған.

Үҙенсәлекле баҫма баҫылып сыҡҡас та, тарихсылар китапты тәнҡитләне: текстағы раҫлауҙарҙың күбеһенең күҙаллауҙар буйынса төҙөлөүе, ә күп факттар кире ҡағылды. Атап әйткәндә, Ван ден Бергтың 1943 йылдың октябрендә подпольеға китеүе һәм Йәһүд советының йәшеренгән йәһүдтәрҙең адрестарын белә алмауы асыҡлана. Һөҙөмтәлә китаптың нидерланд һәм немец телдәренә тәржемәләре тәүҙә ваҡытлыса кисектерелә, ә һуңынан нөктә ҡуйыла

Көндәлеген баҫтырыу

үҙгәртергә
 
Берлинда уның исемендәге үҙәктә һаҡланған Анна Франк көндәлегенең күсермәһе

Нелегалдарҙы ҡулға алғандан һуң Гиз Мип ышыҡ урындан Аннаның көндәлеген һәм уның менән айырым бер нисә битте урлаған. 1945 йылдың июлендә Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярымай Халыҡ-ара хәрәкәте апалы-һеңлеле Франктарҙың үлемен раҫлағас, Гиз Аннаның көндәлеген уларҙың атаһына бирә.

Беренсе тапҡыр Нидерландта 1947 йылда нәшер ителә, Америка Ҡушма Штаттарында һәм Бөйөк Британияла көндәлек тәүге тапҡыр 1952 йылда «Ҡыҙ көндәлеге» (The Diary of a Young Girl) исеме аҫтында нәшер ителгән. Көндәлек нигеҙендә бер нисә нәфис әҫәр ижад ителгән.

1960 йылда «Анна Франк көндәлеге», ҡайһы бер ҡыҫҡартыуҙар менән, Рита Райт-Ковалёва тәржемәһендә тәүге тапҡыр рус телендә баҫыла. Инеш өлөшөн Илья Эренбург яҙған.

Хәтер һәм мәҙәни йоғонтоһо

үҙгәртергә
  • Анна Франктың көндәлеге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән 35 объекттың береһе булды.
  • Амстердамда Франктар ғаиләһе йәшеренеп йәшәгән, Анна үҙенең көндәлеген яҙған бинала Анна Франктың йорт-музейы булдырылған[29].
  • Израилдең бер нисә ҡалаһында, атап әйткәндә, Бат-Ямда, Петах Тиквела, Ашкелонда, Хадерҙа һәм[30] Рамат-Ганала урамдар уның исемен йөрөтә[31].
  • Анна Франк хөрмәтенә астероид — (5535) Аннафранк аталған.
  • Рәсәйҙең «Вече» нәшриәте версияһы буйынса, йөҙ бөйөк ҡатын-ҡыҙ иҫәбенә индерелгән (ҡара: Семашко И. И. Сто великих женщин // Серия «100 великих». — М., 2000. — С. 541—545.
  • Германияның Гюстров һәм Штутгарт ҡалаларында Анна Франк исемендәге мәктәптәр бар.
  • Анна Франкка байтаҡ сәнғәт әҫәрҙәре арналған.
Кино һәм телевидение
  • Дневник Анны Франк (1959) — 180 мин.
  • Вспоминая Анну Франк (1995) — 122 мин.
  • Анна Франк (Anne Frank: The Whole Story) (2001) — мини-сериал, 2 серия, 190 мин.
  • Дневник Анны Франк (2009) — 30 минутлыҡ 5 серия — 150 мин.
  • Моя дочь Анна Франк (2015) — 90 мин.
  • Дневник Анны Франк (2016) — 210 мин.
  • Анна Франк. Параллель тарихтар (2019) — 95 мин.
  • Американская история ужасов: Психбольница — Эпизод 4 «Я — Анна Франк: 1-се бүлек» һәм Эпизод 5 «Я — Анна Франк: 2-се бүлек» (2012) — 85 мин.
Анимация
  • Дневник Анны Франк (1995) — 103 мин.
  • Дневник Анны Франк (1979) — 82 мин.
  • Где Анна Франк? (2021) — 99 мин

Анна Франктың һәм уның сәнғәт көндәлегенең мәҙәни йоғонтоһон тулыраҡ исемлектә табырға мөмкин en:Cultural depictions of Anne Frank.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Deutsche Nationalbibliothek Record #118534734 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. http://www.bbc.co.uk/annefrank/timeline.shtml
  4. https://www.google.fr/books/edition/Anne_Frank_s_Family/WNLkhqupTXkC?hl=fr&gbpv=1&dq=anne+frank+stateless+1941&pg=PA177&printsec=frontcover
  5. 5,0 5,1 Anne Frank // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 http://web.archive.org/web/20170324033829/http://jeugdliteratuur.org/auteurs/anne-frank
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Wall R. Frank, Anne // Verbrannt, verboten, vergessen (нем.): kleines Lexikon deutschsprachiger Schriftstellerinnen 1933 bis 1945 — 2 — Kn: Pahl-Rugenstein Verlag, 1989. — S. 45–48. — ISBN 978-3-7609-1310-0
  8. 8,0 8,1 The Guardian (ингл.)United Kingdom: GMG, 1821. — ed. size: 107899 — ISSN 0261-3077
  9. 9,0 9,1 Anne Frank Likely Died Earlier Than Believed (ингл.) — 2004.
  10. 10,0 10,1 Het laatste transport vanuit Westerbork naar Auschwitz
  11. http://www.annefrank.org/ImageVaultFiles/id_17313/cf_21/def_AFS_eines_tages_2015.PDF
  12. Révélations sur la mort d'Anne FrankLe Point, 2015.
  13. http://www.annefrank.org/ImageVaultFiles/id_17536/cf_21/Eines_Tages_waren_sie_einfach_nicht_mehr_da.PDF
  14. 14,0 14,1 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  15. http://www.annefrank.org/nl/Anne-Frank/Ontdekt-en-gearresteerd/Het-lot-van-de-onderduikers/
  16. http://www.annefrank.org/nl/Anne-Frank/Ontdekt-en-gearresteerd/Naar-de-kampen-/Westerbork/
  17. http://www.annefrank.org/nl/Anne-Frank/Ontdekt-en-gearresteerd/Het-lot-van-de-onderduikers/Het-einde/
  18. 18,0 18,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  19. Jackman J. Anne Frank was attracted to girls (ингл.) — 2017.
  20. Leguichard S. 6 Queer Historical Figures You Thought Were Straight (ингл.) — 2022.
  21. As a Queer Jew, Learning Anne Frank Was Bisexual Is a Game-changer (ингл.)
  22. http://www.ejure.nl/2016/07/de-auteursrechten-van-anne-frank/
  23. https://data.performing-arts.ch/a/d4952a98-0f0e-452b-8cee-9de4bccffe62 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  24. 24,0 24,1 Anne Frank probably died one month earlier than initially thought — museum. Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано 24 декабрь 2017 года.
  25. Anne Frank. Дата обращения: 5 сентябрь 2015. Архивировано 5 сентябрь 2015 года.
  26. Anne Frank’s last months (ингл.). Anne Frank House (31 март 2015). Дата обращения: 5 сентябрь 2015. Архивировано 23 июль 2015 года.
  27. Кто предал Анну Франк? Книга, как утверждается, проливает новый свет на эту загадку
  28. Расследование показало, что семью Анны Франк мог выдать амстердамский нотариус-еврей. «Коммерсантъ» (17 ғинуар 2022). Дата обращения: 17 ғинуар 2022. Архивировано 17 ғинуар 2022 года.
  29. Дом музей Анны Франк (The Anne Frank House-Lgv). Дата обращения: 16 апрель 2010. Архивировано 24 октябрь 2009 года.
  30. Справочник. Одесситы, проживающие в Израиле. Дата обращения: 2 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 11 февраль 2012 года. 2012 йыл 11 февраль архивланған.
  31. Израильский портал Союз. Дата обращения: 16 апрель 2010. Архивировано 5 ноябрь 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Анна Франк Ҡалып:Дневники жертв Холокоста