Ҡайтыу Фортунаһы
Ҡайтыу Фортунаһы (лат. Fortuna Redux) ― боронғо Рим алиһәһе Фортунаның оҙаҡ һәм ҡурҡыныс сәфәрҙән ҡайтҡан сәйәхәтселәргә теләктәшлек күрһәтә торған үҙәте. Фортунаның типик булған муллыҡ мөгөҙө, шулай уҡ судно руле йәки руль ишкәге, глобус кеүек үҙенсәлекле предметтар уның характерлы символик һыҙаттары булып торалар[1][2].
Ҡайтыу Фортунаһы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Ҡайтыу Фортунаһы Викимилектә |
Сығышы
үҙгәртергәҠайтыу Фортунаһы культы Римда беҙҙең эраға тиклем 19 йылда индерелә. Алиһә хөрмәтенә 12 октябрҙә яңы байрам булдырыла (feriae), ул тәүҙә Августың шул уҡ йылда Кесе Азиянан Римға ҡайтыуын билдәләй. Ошо ваҡыттан алып йыл һайын алиһәгә уға бағышланған алтарҙа (Ara Fortunae Reducis) понтификтар һәм весталдарҙан ҡорбан килтерәләр. Августың вафатынан һуң был байрам августалиялар булараҡ билдәле була. Ул императорҙар культы менән бәйле дөйөм дини йолалар комплексында ҙур ваҡиға була[3].
Табыныу урындары
үҙгәртергәҠайтыу Фортунаһы миһрабы беҙҙең эраға тиклем 19 йылдың 12 октябрендә асыла һәм шул уҡ йылдың 15 декабренә арнала[4]. Күрәһең, ул Капуя ҡапҡалары эргәһендәге Намыҫ һәм Изгелек ғибәҙәтханаһына тоташҡан булғандыр[2]. Алиһәнең миһрабы бер нисә боронғо Рим тәңкәләрендә һүрәтләнгән һәм сағыштырмаса тыйнаҡ күренә. Император Домициан беҙҙең эраның 93 йылында Германиялағы һуғыштан триумфаль әйләнеп ҡайтҡандан һуң алиһә өсөн ғибәҙәтхана төҙөй[5]. Был ғибәҙәтхана, моғайын, Капитолий убаһы битләүендә торғандыр, унан Триумфаль ҡапҡаға күренеш асыла: был фараз Императорҙың ҡайтыу церемонияһын һүрәтләгән Марк Аврелий Аркаһындағы боронғо барельефты анализлауҙан килеп сыға (adventus). Барельефта Фортунаның фронтонда символдарын, шулай уҡ коринф ордеры портигын, ғибәҙәтхананың дөйөм архитектура йөҙөн күрергә мөмкин. Ошо уҡ ғибәҙәтхана Римдың мәрмәр планында урынлашыу ихтималлығы бар. Тәңкәләр күрһәтеүенсә, Фортуна һыны ғибәҙәтхана янында торған. Алиһә үҙенең ғәҙәти атрибуттары булып торған судно рулен һәм муллыҡ мөгөҙөн тотҡан.
Культы
үҙгәртергәҠайтыу Фортунаһы культы Көнбайыш империяла киң таралған булған. Алиһә императорҙың һаҡлаусы рухы тип иҫәпләнгән һәм уны сәйәхәттәр ваҡытында һаҡлаған[6]. Нумидияның баш ҡалаһы Циртала археологик табылдыҡтарҙың береһендә урындағы чиновник эшләгән Fortuna Redux Augusta яҙыуы табылған: Augusta эпитеты алиһәнең император культына ҡарағанлығын аңлата[7]. Ҡайтыу Фортунаһы империя тәңкәләрендә иң киң таралған Фортуна образы була[1]. Мәҫәлән, беҙҙең эраның 211 йылында Fortuna Redux тәңкәләрен һуғыу Каракалла һәм Гетаның Британиянан ҡайтыуын билдәләй[8]. Фортуна был образда шулай уҡ Септимий Север, Галлиен һәм башҡа императорҙар сығарған тәңкәләрҙә күренә[9].
Уның культы Римда урынлашһа ла, алиһә Империяның башҡа өлөштәрендә лә хөрмәт ителә, быға нәҙер (votum) үтәлеүен раҫлаусы һәм хәүефһеҙ кире ҡайтҡан өсөн рәхмәт белдереүсе табылған төрлө яҙыуҙар күрһәтә. Шулай, Гланумда элек ант итеү алтары булған, уны Кельт илаһтары Гланис һәм Гланика менән бергә ҡайтыу Фортунаһы өсөн XXI Етеҙ легион ветераны төҙөгән.
Туғандаш илаһтар
үҙгәртергәЮпитерҙың шулай уҡ ҡайһы берҙә Redux эпитеты булған[10]. Ә руль һәм муллыҡ мөгөҙө шулай уҡ Исида-Фортунаның синкретлаштырылған атрибуттары булып һаналған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Carlos F. Noreña, Imperial Ideals in the Roman West: Representation, Circulation, Power (Cambridge University Press, 2011), p. 140.
- ↑ 2,0 2,1 Lawrence Richardson, A New Topographical Dictionary of Ancient Rome (Johns Hopkins University Press, 1992), p. 157.
- ↑ John Scheid, "To Honour the Princeps and Venerate the Gods: Public Cult, Neighbourhood Cults, and Imperial Cult in Augustan Rome, " translated by Jonathan Edmondson, in Augustus (Edinburgh University Press, 2009), p. 288, and "Augustus and Roman Religion: Continuity, Conservatism, and Innovation, " in The Cambridge Companion to Augustus (Cambridge University Press, 2005), p. 190.
- ↑ Scheid, «To Honour the Princeps,» pp. 288—289.
- ↑ Martial 8.65
- ↑ Noreña, Imperial Ideals in the Roman West, pp. 138, 140.
- ↑ Noreña, Imperial Ideals in the Roman West, p. 261.
- ↑ Erika Manders, Coining Images of Power: Patterns in the Representation of Roman Emperors on Imperial Coinage, A.D. 193—284 (Brill, 2012), p. 249.
- ↑ Manders, Coining Images of Power, p. 301.
- ↑ Robert E.A. Palmer, "Silvanus, Sylvester, and the Chair of St. Peter, " Proceedings of the American Philosophical Society 122 (1978), p. 234.