Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы
Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (5 июль 1928 йыл — 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1947—1968 йылдарҙа Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). III Бөтә союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Флүрә Мирғәли ҡыҙы Әминева | |
Файл:Amineva FM.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәФлүрә Мирғәли ҡыҙы Әминева 1928 йылдың 5 июлендә[2] БАССР-ҙың Яңауыл районы Үрге Сат ауылында тыуған.
1939 йылда БАССР-ҙың Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда эшләй башлай. 1943 йылдың ноябренән 1947 йылдың октябренә тиклем сусҡа ҡараусы, быҙау ҡараусы булып эшләй, 1947 йылдың октябренән — колхоздың һарыҡ көтөүсеһе, өлкән һарыҡ көтөүсеһе була.
Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы ҙур производство күрһәткестәренә өлгәшә. 1964 йылда үҙенә беркетелгән 250 һарыҡтан 100 һарыҡ иҫәбенә 150 баш бәрәс ала һәм үҫтерә, бер һарыҡтан уртаса 3,2 килограмм йөн ҡырҡып ала. 1965 йылда 250 һарыҡтан 100 һарыҡ иҫәбенә 145 баш бәрәс ала һәм бер һарыҡтан уртаса 3,3 килограмм йөн ҡырҡып ала. Уның төркөмөндәге һарыҡтарҙан тулайым ҡырҡып алған һарыҡ йөнө 1964 йылда 8,07 центнер, 1965 йылда — 8,27 центнер тәшкил итә.
Малсылыҡты үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары, ит, һөт, йөн һәм башҡа продукцияларҙы етештереү һәм әҙерләүҙе арттырғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән, Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1968 йылдың ғинуарынан башлап 1-се һарыҡсылыҡ тауар фермаһы мөдире булып эшләй. 1972 йылдың октябренән ауырыу буйынса пенсияла. 1981 йылдың июленән 1-се тауар фермаһында кочегар булып эшләй. 1987 йылдың июленән — хаҡлы ялда.
Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971), III Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты (1969) була.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылында йәшәй, 2011 йылда вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Ленин ордены менән бүләкләнгән (1966)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хеҙмәт геройҙары. / төҙөүсеһе. Р. А. Вәлишин [һ.б.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир Илһамов М. А. т. 1. рел. Ә-Б 2005. — С. 624; 5-88185-053 ISBN-X. фәнни. нәшриәт. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Үрге Сат ауылы.
- ↑ Башкирская энциклопедия — АМИНЕВА Флюра Миргалиевна 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 5 июля – 85 лет со дня рождения Героя Социалистического Труда Флюры Аминевой
- Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы . «Герои страны» сайты.
- Под их сиянием всё краше становится янаульская земля 2016 йыл 4 март архивланған.