Флорешты
Флорешты (мол. Florești) — Молдавиялағы ҡала, Флорешты районының үҙәге.
Флорешты | |
рум. Florești | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Florești |
---|---|
Дәүләт | Молдова |
Административ үҙәге | Флорештский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Флорештский район[d] |
Халыҡ һаны | 11 998 кеше (2014)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 88 метр |
Майҙан | 15,12 км² |
Почта индексы | MD-5000 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 23 апрель 1588[2] |
Урындағы телефон коды | 250 |
Номер тамғаһы коды | FR |
Флорешты Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәКишиневтан төньяҡ-көнбайышта 130 саҡрымда Реут йылғаһы буйында урынлашҡан
Тимер юл станцияһы — Молдова тимер юлдарының Бельцы—Слободка линияындағы станция.
Тарих
үҙгәртергәФлорешты ҡалаһының исеме «Флоареа» һәм «-ешть» румын, молдаван фамилияһынан һәм тораҡ пункттар өсөн типик исемдән килеп сыҡҡан. Молдован фамилияһы Флоарь (сәскә) XV—XVI быуаттарҙағы грамоталарҙа тәүге тапҡыр телгә алынған. Беренсе шаһитнамәлә Флоешты урынында 3 ауыл һәм 18 урман араһындағы бәләкәй генә ауыл телгә алына. 1668—1683 Флорешты ауылы бөйөк логофет Мирон Костиндың биләмәһе булған, ул 1754 йылда ауылдарҙың бер өлөшөн һатҡан.
1772—1773 йылдарҙа Иордаке Кантакузино биәләмәһендә 33 крәҫтиән йорто урынлашҡан. 1809 йылда беренселәрҙән булып Изге Николай сиркәүе төҙөлгән, уның янында хәҙерге заман молдаван зыяраты урынлашҡан. 1812 йылда Бессарабия Рәсәйгә ҡушылғандан һуң. Флорешты рус генералы Семен Старый милке була. 1853 йылда бында Изге Митрофан сиркәүен төҙөгәндәр. 1862 йылда бында сиркәү-мәхәллә мәктәбе ойошторола, ә 1873 йылда — халыҡ мәктәбе, земство һәм 5 койкалыҡ дауахана асыла. 1894 йылда бында тимер юл вокзалы төҙөлә һәм Бельцы — Рыбница маршруты буйынса поезд хәрәкәте башлана. Хәҙер Бельцы — Рыбница тимер юл тармағы ярым емерек хәлдә тора.
XХ быуат башында ҡалала телеграф һәм телефон линияһы эшләй. 1913 йылда Реут йылғаһы аша тимер күпер һалына. 1918—1940 йылдарҙа Бессарабия Румыния составында тора, ҡалала башланғыс мәктәп, «Г. Дук» гимназияһы һәм ҡатнаш мәктәп төҙөлә.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, 1946 йылдың июлендә Флорештыға ҡала статусын ала бирелә, ул район үҙәге була. Молдавия ССР-ы ваҡытында Флорештыла заводтар эшләй (быяла, тәмәке-ферментация, шарап, май заводы), «Коммунальник» заводы, «Молдплодоовощпром» сәнәғәт берекмәһе, шәкәр заводы һ. б. эшләй. Флорешты янында шәкәр заводы эшләй. 1991 йылда ҡалала 18,2 мең халыҡ иҫәпләнә.
Әлеге ваҡытта Флорешты 690 гектар ерҙе биләй. Ҡала халҡы 13 мең самаһы кеше тәшкил итә. Эшләүсе заводтар (быяла, консерва, тәмәке, коммуналь хужалыҡ) һәм тегеү фабрикаһығәмәлдә. Шулай уҡ ҡалала күп шәхси предприятиелар, күп, банк филиалы һәм коммерция ойошмалары, дарыуханалар, ветеринария дауаханаһы, санэпидстанция, ашығыс ярҙам, район үҙәк дауаханаһы, поликлиникалар эшләй.
Белем биреү учреждениеларынан А. П Чехов исемендәге, Крянгэ Ион, Михай Эминеску исемендәге лицейҙар, ике балалар баҡсаһы, спорт, художество һәм музыкаль мәктәптәр эшләй. Шулай уҡ ҡалала ҡунаҡхана, китапхана, музей, мәҙәниәт йорто, ижадйорто, ҡала стадионы, «Лучафэрул» үҫмерҙәр клубы бар.
Һүрәттәр галереяһы
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Перепись населения Молдавии (2014) — 2017.
- ↑ Nicu V. Localitățile Moldovei în documente și cărți vechi: îndreptar bibliografic. Volumul 1: A-L (рум.) — Chișinău: Universitas, 1991. — 508 с. — ISBN 5-362-00841-2