Флора (лат. Flora) — сәскәләр, сәскә атыу, яҙ һәм баҫыу емештәренең боронғо рим алиһәһе[1]. Грек алиһәһе (нимфа) Хлорида менән тиңләштерелә[2][3]. Овидий һөйләгән риүәйәткә ярашлы, күкрәгендә тирә-юндә таралған сәскәләр урғылған Флораға көнбайыш еле аллаһы Фавоний (ул боронғо рим Зефирына тап килә) тарафынан эҙәрлекләнгән ер нимфаһы Хлорида әйләнә. Флора хөрмәтенә Боронғо Римдә даими рәүештә байрамдар — Флоралиялар үткәрелә.

Флора
француз рәссамы Аббема Луизаның «Флора» картинаһы (1913)
француз рәссамы Аббема Луизаның «Флора» картинаһы (1913)
Латинса яҙылышы

Flora

 Флора Викимилектә

Тарихи мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
 
Джузеппе Вольпини «Флора» скульптураһы (XVII быуат аҙағы, XVIII быуат башы). Мюнхен, Германия

Флора алиһәһенең яҡынса аналогтары башҡа мифологияларҙа ла бар: был тәбиғәтте, ғөмүмән, уның яҙғы уяныуын, үҫемлектәрҙе һәм бер ни тиклем игенселекте ҡурсалаусыны кәүҙәләндергән илаһтар; Бындай аллалар миҙгелле цикллы биләмәләрҙә йәшәүсе йәки йәшәгән халыҡтарҙың мифологияһы өсөн ғәҙәти күренеш[4].

Флора культы Урта Италияла, борон ваҡыттан, б.э. тиклем VIII быуатта Римға нигеҙ һалынғанға тиклем сабиндарҙа киң таралған. Был культ, бәлки, боронғо грек сығышлы булғандыр[5]. Сабиндарҙа алиһә хөрмәтенә хәҙер апрель һәм май айына тап килгән ай атала (mese Flusare = mensis Floralis)[1]. Сабиндарҙың легендар батшаһы Тит Таций һәм Римға нигеҙ һалыусы Ромул был ҡала менән берлектә идара итә башлайҙар (,"сабин ҡатын-ҡыҙҙарын урлау" кеүек билдәле эпизодтан һуң римлеләр һәм сабиндар араһындағы һуғыш тамамланғас), Таций Флора хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыуҙы бында ла ойоштора[5]. Римдың ярым легендар батшаһы Нух Помпилий (беҙҙең эраға тиклем VIII—VII быуаттар) уның культы менән идаралыҡ иткән махсус фламин — flamen Floralis[2] (ҡанбаба) урынлаштыра. Билдәле булыуынса, уңыш ебәреү һәм граждандар общинаһының үҫеше тураһында аллаларға ғибәҙәт ҡылыу бурысы ингән 12 ағзанан торған рим ҡанбабалары коллегияһы (Арвал ағай-энеләре тип атала), Флораға ҡорбандар килтерә[1].

 
Ян Брейгель Өлкән һәм Питер Рубенстың «Флора һәм Зефир» картинаһынан фрагмент (1618 й. тирәһе)

Рим байрамдарының боронғо исемлектәре Флора хөрмәтенә байрамды телгә алмай; был, моғайын, уның башҡа аграр байрамдарҙағы кеүек үк күсмә булыуы менән аңлатылалыр (feriae conceptivae). Моғайын, был байрам башта апрель аҙағында йәки май башында үткәрелгәндер, ә һуңынан Флора хөрмәтенә уйындар — флоралиялар (ludi Florales) менән ҡыҫырыҡлап сығарылғандыр. Филолог Н. П. Обнорский Флора культы боронғо грек сығышлы булған тип иҫәпләй, сөнки сиркәү төҙөү һәм уйындар ойоштороу бурысы Сивилл Китаптары тарафынан билдәләнгән, ә флоралиялар тыйнаҡһыҙ характер менән айырылып торған[1].

Флора хөрмәтенә уйындар

үҙгәртергә

Флора хөрмәтенә уйындар беҙҙең эраға тиклем 238 йылда, Флора ғибәҙәтханаһын изгеләндергәндән һуң, ойошторола[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — беҙҙең эраға тиклем 241 йылда[2]). Ғибәҙәтхана Ҙур цирк — иң ҙур Рим ипподромы эргәһендә урынлашҡан[2]. Италий ғибәҙәтханаһы Flora rustica рим убаһында Квириналда күрәһең, ҡорам булмағандыр, ә намаҙ йорто (sacellum)[1] булғандыр. Беҙҙең эраға тиклем 173 йылдан Флоралиялар даими байрамға әүерелә[2], улар йылына бер тапҡыр үткәрелә; Гай Юлия Цезарь (беҙҙең эраға тиклем I быуат) ваҡытында байрам алты көн, 28 апрелдән 3 майға тиклем дауам итә[1]. Флоралиялар ваҡытында ишектәр сәскә таждары менән биҙәй, ә Рим халҡы, шулай уҡ кейемдәрен сәскәләр менән биҙәп, күңел асыуға бирелә. Флоралиялар ваҡытында ҡатын - ҡыҙҙар төрлө төҫтәге күлдәктәрҙә йөрөгән, ә был башҡа ваҡытта тыйылған булған[2].

Мифологияла

үҙгәртергә
 
Флора. Сандро Боттичеллиҙың «Яҙ» картинаһы фрагменты (1482). Махра солтанатының 1967 йылғы почта маркаһы

Байрамдарҙы һәм Римдың изге көндәрен һүрәтләгән «Фасты» поэмаһында Флора алиһәһенең мифологик тарихы, шул иҫәптән уның барлыҡҡа килеүе тураһында ентекле мәғлүмәтте Рим шағиры Овидий Назон (б. э. т. 43 йыл — б. э. 17 йәки 18 йыл) яҙа. Овидий уҡыусыға күп сәскәле таждар менән биҙәлгән[6] Флораны «сәскәләр әсәһе» булараҡ күрһәтә[7], уның ауыҙынан «яҙғы раузалар һулышы» [8] һәм хатта яҡында булмаған сағында уҡ уның нескә хуш еҫе һиҙелә[9]. Флора кешеләргә «ләззәт өсөн бүләктәр» бирә[10] (уның бүләктәр араһында, атап әйткәндә, бал атала[11]) һәм «йәшлек йылдарында рәхәтләнеп йәшәргә» саҡыра[9]. Овидий һөйләүенсә, тәүҙә алиһә Элизияла йәшәгән грек нимфаһы Хлорида була; бер ваҡыт уға көнбайыш еле аллаһы, яҙ илсеһе Зефир иғтибар итә. Уны тормош иптәше итеп алғандан һуң, ул уға емеш баҡсаһы бүләк итә һәм ябай нимфанан гөл, сәскә, яҙ һәм баҫыу емештәренең гүзәл алиһәһенә әйләндерә[8], унан баҫыуҙарҙа сәсеүлектәрҙең, йөҙөм һабағының, зәйтүн ағастарының, борсаҡтарҙың һәм яҫмыҡ сәскә атыуы, уңыштың күпме яҡшы булыуы, йылдың күпме бай буласағы бәйле[12]. Овидий, Флораның латинса исеме, уның грекса исеменең боҙоп әйтелгән варианты ғына, тип яҙа[8].

 
Александр Рослиндың «Флора» (XVIII быуат) картинаһы

Риүәйәткә ярашлы, тап Флора Адонис, Аттис, Крокус һәм Нәркәс кеүек боронғо грек мифологияһы персонаждарын үҫемлеккә әйләндерә[13].

Флора сәнғәттә һәм эпонимикала

үҙгәртергә

Флора алиһәһе образы рәссамдар араһында бик популяр. Мәҫәлән, Иртә Яңырыу осороноң итальян рәссамы Сандро Боттичелли «Яҙ» (1482) картинаһында осоп барған Зефир аллаһы эҙәрлекләгән Флораға әүерелеүсе Хлорида нимфаһы һүрәтләнгән. Был сәхнәнең сәнғәтте өйрәнеү интерпретацияһына ярашлы, Зефир (рухи башланғыс), Хлориданы (матди башланғыс) уятып, яңы исем тыуҙыра — матди һәм рухи башланғысты йөрөтөүсе, «бөтә нәмәне тыуҙырыусы» алиһә Флораны барлыҡҡа килтерә[14]. Шулай уҡ Якопо Амигониҙың (1730) һәм Вильям Бугроның (1875) «Флора менән Зефира» картиналары, Клод Мишель Клодиондың «Зефир менән Флора» скульптураһы (1799) билдәле. Күп рәссамдар ҡатын-ҡыҙҙарҙы ошо алиһә образында һүрәтләй. Атап әйткәндә, Флора образында француз рәссамы Луи Каравактың Пётр I ҡыҙҙарын һүрәтләнгән бер нисә портреты бар; ул өс вариантта ижад иткән иң билдәлеһе — «Батша ҡыҙы Елизавета Петровнаның бала сағы портреты».

Нидерландтың Алсмер ҡалаһында Флора алиһәһе һыны ҡуйылған. Флора алиһәһе хөрмәтенә 1847 йылдың 18 октябрендә асылған Флора астероиды аталған[15]. Билдәле бер биләмәлә үҫкән үҫемлек төрҙәренең йыйылмаһы — «флора» тип ошо алиһәнең исеме менән аталған. Сәскәләре тәүлектең билдәле бер ваҡытында ябылған һәм асылған үлән үҫемлектәре йыйылмаһынан декоратив сәғәттәрҙе («сәскә сәғәттәре»), «Флора сәғәттәре» тип атайҙар.

Алиһә Флора — бик күп сәхнә сәнғәте әҫәрҙәре персонажы. Улар араһында — Шарль Дидроның бер нисә композитор музыкаһына яҙылған «Зефир Һәм Флораһы» балеты (1795), Джузеппе Сартиның музыкаһына яҙылған Пекен Шевальеның «Флора Һәм Зефирҙың мөхәббәте» (1800) балеты, Рикардо музыкаһына яҙылған Мариус Петипаның «Флораның Уяныуы» (1894) балеты, Владимир Дукельский музыкаһына яҙылған Леонид Мясиндың «Зефир Һәм Флораһы» (1925) балеты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Обнорский, 1902
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Любкер, 1885
  3. Публий Овидий Назон. Фасты. Кн.V. 195-196.
  4. Атеистический словарь / Под общ. ред. М. П. Новикова. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Политиздат, 1985. — С. 466. — 512 с. — 300 000 экз.
  5. 5,0 5,1 Hederich, 1770
  6. Овидий, 1973, с. 328
  7. Овидий, 1973, с. 333
  8. 8,0 8,1 8,2 Овидий, 1973, с. 334
  9. 9,0 9,1 Овидий, 1973, с. 338
  10. Овидий, 1973, с. 337
  11. Овидий, 1973, с. 336
  12. Овидий, 1973, с. 335
  13. Овидий, 1973
  14. Гладышева, 2018
  15. Schmadel, Lutz D.Dictionary of Minor Planet Names (англ.).— Fifth Revised and Enlarged Edition.— B., Heidelberg, N.Y.: Springer, 2003.— P.16.— ISBN 3-540-00238-3.