Финикиялылар, йәки финикийҙар — Финикияла йәшәгән боронғо семит халҡы. Финикия телендә һөйләшкәндәр.

Финикиялылар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Урта диңгеҙ буйы

Тел

финикий теле, б. э. II быуатында арамей теленә һәм VII быуатта ғәрәп теленә күсә

Дин

мәжүсилек (көнбайыш семит мифологияһы)

Раса тибы

урта диңгеҙ буйы расаһы

Халыҡ

семиттар

Туғандаш халыҡтар

арамейҙар, аморейҙар, йәһүдтәр, сүриәлеләр, ливанлылар

Сығышы үҙгәртергә

Финикиялылар иврит теленә туған семит телендә һөйләшкәндәр. Геродот үҙенең "Тарих"ындафиникиялылар Финикияға төньяҡ-көнбайыш Ғәрәбстандан, яр буйынан килгән тип хәбәр итә Ҡыҙыл диңгеҙ[1]. Тарихсылар фекеренсә, был б. э. т. III мең йыллыҡта булғандыр, тип фаразлана. Һуңынан Финикия территорияһын амориҙар баҫып ала.

Б. э. т. XIII быуатҡа ханаанейҙарҙың һәм диңгеҙ халыҡтарының үҙ-ара йоғонтоһо нигеҙендә Финикия цивилизацияһының ахырғы формаһы барлыҡҡа килә[2]

Теле үҙгәртергә

Б. э. I мең йыллығы башына финикийҙар финикий телендә һөйләшкән. Һуңынан арамей теленә күскәндәр. VII быуаттан һуң финикийҙарҙың тоҡомдары билдәһеҙ ваҡытҡа ғәрәп теленә күскән.

Кейемдәре үҙгәртергә

Финикиялылар, билдәрен билбау менән быуып, оҙон туника кейгән, ә аяҡтарына — сандали. Ҡатын-ҡыҙҙар баштарына яулыҡ ябынған, алҡа һәм муйынсаҡ таҡҡан. Биҙәүестәр араһында Астарта символы - айлы ураҡ айырым урын биләгән. Финикийҙар етендән тегелгән кейемдәрҙең ҡыҙыл һәм һары төҫтәгеһенә өҫтөнлөк биргән. Тап финикия ҡатын-ҡыҙы тәүгеләрҙән булып ҡыҙыл күлдәк (багряница) кейә башлаған. Ябай кешеләрҙең баш кейеме булып тупый (чепец) хеҙмәт иткән, ә юғары ҡатлам кешеләренең (вельможа) баш кейеме алтын һыҙатлы цилиндр формаһында булған[3].

Финикиялылар Изге яҙмала үҙгәртергә

Финикиялылар Изге Яҙмала бер нисә тапҡыр телгә алына. Әйтәйек, сирофиникиянка (Мк. 7:26) (Мк. 7:26) йәки хананеянка (Мф. 15:22) Ғайса Мәсихтән ҡыҙын һауыҡтырыуын һораған. «Тир һәм Сидон диңгеҙ буйындағы урындарҙа йәшәгән» башҡа кешеләр Таулы вәғәз һөйләүен тыңлаған (Лк. 6:17).

Мәҙәниәткә индергән өлөшө үҙгәртергә

Сауҙа һәм географик асыштар үҙгәртергә

Геродот хәбәр итеүенсә, б. э. т. 600 йыл тирәһе Мысыр фирғәүене Нехо II бойороғо буйынса финикия диңгеҙҙә йөҙөүселәре тарихта беренсе тапҡыр (көнсығыштан көнбайышҡа) Африканы уратып йөҙөп үткән. Иҫке Ғәһеттә алыҫтағы легендар илдәр: финикиялылар Фарсис һәм Офир менән диңгеҙ сауҙаһы алып барыуы хаҡында бәйән ителә. Шулай уҡ ҡайһы бер теориялар, улар беренсе булып Американы асҡан, тип күрһәтә.

Карфагендың Ганнон һәм Гимилькон финикиялылар колонияһындағы диңгеҙселәр б. э. т. быуаттарҙа океан буйлап алыҫ араға: Гвинея ҡултығы һәм Британия утрауҙарына йөҙөүҙәр яһаған. Карфагендарҙың Азор утрауҙарына барып етеүе тураһында (Корву табышы) фараз бар.

Һөнәрселек үҙгәртергә

Финикиялылар элек-электән үҙҙәре йәшәгән ерҙән ситтә лә оҫта һөнәрселәр булараҡ дан тотҡан. Мәҫәлән, Соломон (Сөләймән батша), Иерусалимда һарай һәм ғибәҙәтхана төҙөү тураһында ниәт итеп, идарасы Тир хөкөмдары Бөйөк Хирам I-нән үҙенә финикиялы белгестәрҙе ебәреүен һораған. Улар мысырҙарҙың быяла етештереү сәнғәтен үҙләштереп, быяла массаһының үтә күренмәлелеген һаҡлау менән бер рәттән, төрлө төҫтәр биреп, уның технологияһын камиллаштырған, шулай уҡ үтә күренмәүсе быяла ла эшләгән. Б. э. I быуатында финикиялылар өрҙөрөлгән быяла яһай башлаған[4]. Бөтә Урта диңгеҙ буйында бик күп колониялар ойоштороп, финикиялылар карап конструкцияларын төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Геродот буйынса тап улар триерҙар (трирема) уйлап тапҡан (б. э. т. VII быуатта). Һуңынан, моғайын, пентерҙар (квинквирема) һәм ҙур сауҙа суднолары төҙөгән.

Алфавит төҙөү үҙгәртергә

Үҙ яҙмаһы булмаған финикиялылар эшлекле һәм дипломатик хатлашыуҙа аккад телен файҙаланған, был иһә бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Аккад шына яҙыуы өйрәнеү өсөн шаҡтай күп ваҡыт талап иткән — унда 600 самаһы билдә иҫәпләнгән, уларҙың һәр береһенең бер нисә мәғәнәһе булған. Сит телдә хат алышыу өсөн, махсус өйрәтелгән яҙыусылар (писцы) штатын тоторға кәрәк булған. Аккад телен файҙаланыу уңайһыҙлыҡтары финикиялыларҙы үҙ һыҙыҡлы (линейный) яҙмаһын булдырыуына алып килгән.

Финикия алфавитында һуҙынҡылар булмаған. Боронғо гректар фин алфавитын ҡулланған, әммә шул уҡ ваҡытта алфавитҡа һуҙынҡылар индерелгән. Тап ошо алфавит башҡа Европа һәм Европаға ҡарамаған халыҡтарҙың күбеһенең алфавит яҙмаһын булдырыуына нигеҙ булып торған[5].

Күренекле финикиялылар үҙгәртергә

Финикиялылар: мифологик геройҙар Кадм һәм уның апаһы Европа, философтар Мох Сидонский, Клитомах һәм Порфирий, б. э. т. VI—V быуаттарҙа диңгеҙҙә йөҙөүселәр Ганнон һәм Гимилькон, Баркиданың карфагенлы полководецтары, Северҙар Рим император династияһы, яҙыусылар Магон һәм Публий Теренций Афр, тарихсы Филон Библский һәм унан өҙөмтә килтергән Санхуниатон.

Дине үҙгәртергә

Финикиялылар төрлө аллаларға - ирле-ҡатынлы Ил (Эль) һәм Ашераға (Асират), уларҙың улы Баалға, Йево һәм Астартаға, Мелькартҡа, Анатҡа һәм башҡаларға табынған.

Финикиялылар кешеләрҙе ҡорбан иткән - Молох һәм Хаммон. Балаларҙы ҡорбанға килтерелеүҙе аллаларға иң яйлы ҡорбан тип ҡабул ителгән, финикиялылар менән күрше халыҡтар был йоланы һуңғыларының айырыуса ҡанһыҙ булыуына дәлил тип һанаған. Был ҡорбан килтереү төрө бик мөһим осраҡтарҙа ҡулланылған, бер нисә йөҙ баланы бер үк ваҡытта ҡорбан итеү осраҡтары билдәле. Мәйет көлө һалынған һауыттарҙы (урна) тофет тип аталған изге участкала ерләгәндәр[6].

Балаларҙың ҡорбандары тураһындағы мәсьәлә, уларҙың Карфагенда һәм Финикияла ни тиклем даими алып барылғаны күптән инде Изге Яҙма белгестәре һәм археологтар араһында бәхәс предметы булып тора. Антропология һәм тарих профессоры Джефри Шварц һәм уның коллегалары мәғлүмәтте йомшағыраҡ асып биреүҙе тәҡдим итте: «Үлем сәбәбенә ҡарамаҫтан, балаларҙы яндырғандар». Өйрәнеү өсөн карфаген тофетын ҡаҙғанда табылған 348 ерләү һауытындағы мәйет көлө алынған.

Экспертиза күрһәтеүенсә, ҡәберлектәрҙең күбеһендә әсә ҡарынында биш айлыҡта йәки бер йәшендә вафат булған балаларҙың мәйет көлө бар. Асыҡланыуынса, ике-биш айҙа күп кенә сабыйҙар - үле тыуғандар һанынан 20 процент тирәһе. Шулай итеп, ғалимдар күп сабыйҙарҙың ике-бишайлыҡта вафат булыуы билдәләнгән, һәм кәм тигәндә дөйөм һанынан 20 % — үле тыуғандар һәм тыуыу менән үлгәндәр - был йәштәге балаларҙың ҡорбанға килтерелеүе икеле тигән һығымтаға килгән. Бер һауыттарҙың береһендә лә икеләтә ерләүҙе күрһәтеүсе һөлдә мәйет көлө булмаған. Шулай итеп, күпләп ҡорбан салыу тураһында әйтеп булмай[7].

Генетикаһы үҙгәртергә

«Ариш» өлгөһөндә (Jeune homme de Byrsa) яҡынса 2500 йыл йәшендәге Карфаген Милли музейына ингән урындан алыҫ түгел Бирс (Карфаген) ҡалҡыулығындағы пуник күмеү кәшәнәһенән (б. э. т. VI аҙағы) һирәк осраған митохондриаль гаплотөркөм (гаплогруппа U (мтДНК)#Гаплогруппа U5, митохондриальная гаплогруппа U5b2c1) табылған[8]. Ир-егет әсәһе яғынан мираҫ итеп алған ошо тармаҡ финикиялылар колониялаштырған Ибериянан килгән, тип күҙаллана.[9]

Финикиялылар тоҡомдары үҙгәртергә

Мальтийҙар үҙҙәрен финикийҙарҙың хәҙерге вариҫтары тип иҫәпләй[10].

Шулай уҡ уларҙың генетик тоҡомдары булып йәһүдтәр һәм ливандар, (айырыуса ливан христиан-марониттары) тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. История (Геродот), I, 1:1
  2. Юнусов М. М. История городов финикийского побережья во второй половине II тысячелетия до н. э. / Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата исторических наук. Научный руководитель Ю. Б. Циркин. СПб., 2011. 41 с.
  3. Мода в древней Финикии. Historie — история древних цивилизаций мира. Дата обращения: 8 май 2021. Архивировано 28 апрель 2021 года.
  4. Шифман, 2006, с. 12—13
  5. Шифман, 2006, с. 20—25
  6. Шифман, 2006, с. 16
  7. Pitt-led study debunks millennia-old claims of systematic infant sacrifice in ancient Carthage 2013 йыл 7 март архивланған. (инг.)
  8. Elizabeth A. Matisoo-Smith et al. A European Mitochondrial Haplotype Identified in Ancient Phoenician Remains from Carthage, North Africa 2020 йыл 8 март архивланған., 2016
  9. У карфагенян нашли первобытные европейские корни: История: Наука и техника: Lenta.ru. Дата обращения: 7 март 2020. Архивировано 3 июнь 2016 года.
  10. Грицак Е. Н. Мальта. — М.: Вече, 2005. — 224 с. — С. 24.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Финикия