Федулёв Иван Петрович
Иван Петрович Федулев (1737 йыл — 11 (23) декабрь 1803 йыл) — Яйыҡ казагы, Пугачев полковнигы, Е. И. Пугачёвты властарға тотоп биреүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе.
Федулёв Иван Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1737 |
Тыуған урыны | Уральск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 декабрь 1803 (4 ғинуар 1804) |
Вафат булған урыны | Пярну[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Ихтилалға 1774 йылдың ғинуарынан ҡушыла. Апрель уртаһына тиклем Яйыҡ ҡаласығында гарнизон башлығы подполковник Симонов һәм капитан Крылов етәкселегендә һаҡланған Михаил-Архангел соборын ҡамауҙа ҡатнаша. Баш күтәреүселәр 1774 йылдың 15 апрелендә Быковка йылғаһы эргәһендәге алышта генерал Мансуров бригадаһынан еңелгәндән һуң, атаман Овчинников, каратель экспедицияһы эҙәрлекләүенән ҡасып, Федулев та булған казактар отрядын Ырымбур далалары һәм Көньяҡ Урал тау алдарынан үткәреп, 7 майҙа Магнит ҡәлғәһе эргәһендә Пугачевҡа алып барып ҡуша. Шул ваҡыттан ул баш күтәреүселәр ғәскәре менән Урал, Кама һәм Волга буйлап походтарҙа ҡатнаша. Июлдә Пугачевтан полковник дәрәжәһе ала[1].
1774 йылдың август уртаһында Федулев баш күтәреүселәр полковниктары Ф. Чумаков һәм И. Творогов менән бергә Пугачевҡа ҡаршы заговор ойоштора башлай. 25 августа Ҡара Ярҙа Солеников ватагаһы эргәһендәге алышта еңелгәндән һуң, Волганы аша сыҡҡан казактарҙың ваҡ отрядтарға бүленеүенән файҙаланып, заговорсылар 8 сентябрҙә Оло Үҙән йылғаһы янында Пугачевты бәйләй һәм бер аҙнанан һуң уны Яйыҡ ҡалаһына алып килә. Ноябрҙә башҡа казактар менән бергә генераль тәфтиш үтеү өсөн Мәскәүгә килтерә. Судтың хөкөм ҡарары менән 1775 йылдың 9 ғинуарында Лифляндия губернаһына ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә һәм шунда 1803 йылдың 11 (23) дпекабрендә вафат була[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Овчинников Р. В., Большаков Л. Н. Федулёв Иван Петрович // Оренбургская Пушкинская энциклопедия. — Оренбург: Димур, 1997. — 520 с. — ISBN 5-7689-0036-5.
- Федулёв Иван Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.