Творогов Иван Александрович

Иван Александрович Творогов (1742 йыл1819 йылдан һуң) — Илек казагы, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында Пугачев армияһы атамандарының береһе, казак полковниктарының үҙҙәрен ғәфү итеү хаҡына Пугачевты властарға һатыу заговорында ҡатнаша.

Творогов Иван Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1742
Тыуған урыны Илек (ауыл, Ырымбур өлкәһе)
Вафат булған көнө иртәрәк1819
Вафат булған урыны Пярну[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

1773 йылдың 23 сентябрендә Илек ҡалаһы эргәһендә Яйыҡ казактары урындағы казактарҙы баш күтәреүселәр армияһына ҡушылырға инандыра. Илек казактары полкы атаманы итеп Иван Творогов һайлана. 1773 йылдың ноябрендә Творогов пугачевсыларҙың хәрби коллегияһы составына инә.[1] Ырымбурҙы ҡамауҙа, баш күтәреүселәрҙең Урал һәм Волга буйы походында ҡатнаша. 1774 йылдың авгусында Творогов полковниктар Федулев, Чумаков һәм башҡалар менән бергә Пугачевҡа ҡаршы заговор ойоштора. Ул ҡулға алынһа, хөкүмәттән үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға һәм яза алыуҙан азат итеүҙәренә өмөтләнәләр. 25 августа Солеников ватагаһы янындағы алышта, Волганы аша сығып казактар ваҡ отрядтарға бүленгәс, заговорсылар 8 сентябрҙә Оло Үҙән йылғаһы эргәһендә Пугачевты бәйләйҙәр һәм уны бер аҙнанан һуң Яйыҡ ҡаласығына алып баралар.

Ноябрҙә Творогов Мәскәүгә килтерелә. Унда Пугачев һәм ихтилалдың башҡа төп ҡатнашыусылары өҫтөнән генераль тәфтиш үткәрелә. Суд ҡарары буйынса, 1775 йылдың 9 ғинуарында Лифляндия губернаһының Пернов ҡалаһына (хәҙерге Эстонияның Пярну ҡалаһы) ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә. Һуңғы тапҡыр телгә 1819 йылғы документта телгә алына.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә