Федератив договор
Федератив договор — норматив договор (анығыраҡ — бер нисә договор йыйылмаһы), Рәсәй Федерацияһының федератив мөнәсәбәттәрҙе көйләү өлкәһендә конституцион хоҡуҡ сығанаҡтарының береһе. Федераль власть органдары менән Федерация субъекттары власть органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы өс үҙ аллы договорҙан тора. Федерация субъекттары түбәндәге төркөмдәргә берләштерелә:
- суверенлы республикалар
- крайҙар, өлкәләр, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары
- автономиялы өлкәләр һәм автономиялы округтар
Федератив договор | |
Урын | Мәскәү |
---|---|
Юрисдикция таралышы | Рәсәй |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Ваҡиға ваҡыты | 31 март 1992 |
Принят законодателем | Съезд народных депутатов России[d][1] |
Федератив договор Федерацияны төҙөү сфераһында ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе һәм уның субъекттар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй.
Документтарға 1992 йылдың 31 мартында бер яҡтан Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре, икенсе яҡтан Рәсәй Федерацияһы субъекттары (Татарстан менән Чечен-Ингушетиянан башҡа барыһы ла) вәкилдәре тарафынан ҡул ҡуйыла.
1992 йылдың 10 апрелендә Рәсәй халыҡ депутаттарының VI Съезы ҡул ҡуйылған Федератив договорҙы хуплай һәм уның йөкмәткеһен состав өлөш сифатында РСФСР Конституцияһына индереү тураһында ҡарар сығара. Әммә бынан һуң да Федератив договор үҙ аллы конституцион-хоҡуҡи акт булараҡ йәшәүен дауам итә.
1993 йылғы РФ Конституцияһы (икенсе киҫәктең 1-се пунктында) үҙенең номараларының Федератив договор нормаларынан өҫтөн булыуын белдерә, ләкин шул уҡ ваҡытта уның федератив мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә ғәмәлдә булыуын раҫлай (11-се статьяның 3-сө пунктында). Рәсәй Федерацияһы договорлы түгел, ә конституцион федерация булып тора, сөнки РФ Конституцияһы юғары өҫтөнлөккә һәм юғары юридик көскә эйә, ә Федератив договор дәүләтте булдырыусы түгел (уның асылы һәм йөкмәткеһе — РФ дәүләт власы органдары менән РФ субъекттары дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлеү).
Тарихы
үҙгәртергәБашындағы ваҡиғалар
үҙгәртергә1991 йылда республикалар автономиялы булыуҙан туҡтай, ҡайһы бер автономиялы өлкәләр республика статусын ала.
1992 йыл эсендә күп төбәктәрҙең атамалары алмаштырыла, Рәсәйҙең федераль структураһы яңырыу кисерә.
1990-сы йылда башындағы иҡтисади проблемаларға сәйәси кризис өҫтәлә. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә СССР тарҡалғандан һуң сепаратистик кәйефтәр көсәйә. Мәҫәлән, Чечняла уның территорияһында Рәсәй суверенитетын танымайҙар, Татарстанда үҙ валюталарын индерергә булалар һәм республика бюджетына һалым түләүҙән баш тарталар. Борис Ельцин төбәктәрҙең етәкселәрен Федератив договорға ҡул ҡуйырға күндерә. Татарстан Федератив договорға ҡул ҡуймай, уның менән оҙайлы һөйләшеүҙәр башлана. Бының һөҙөмтәһендә 1994 йылда «РФ һәм Татарстан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен бүлешеү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бирешеү тураһында» договорға ҡул ҡуйыла[2].
Договорға ҡул ҡуйыу
үҙгәртергә1992 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы республикалары, Татарстан һәм Чечен-Ингушетиянан («Ичкерия») тыш, РСФСР Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация менән етәкселек ителеп, «Рәсәй Федерацияһы федераль дәүләт власы органдары менән Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы республикалар власть органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы договор»ға ҡул ҡуялар. Был дөйөм Рәсәй ҡануниәте менән Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларациялар араһында ҡапма-ҡаршылыҡты көйләү өсөн кәрәк була. Договорға махсус протокол менән республикаларҙың Рәсәй юғары закондар сығарыу органы палаталарының береһендә урындарҙың кәм тигәндә 50 процентына эйә булырға тейешлеге нығытыла.
Шул уҡ көндө «Рәсәй Федерацияһы федераль дәүләт власы органдары менән Рәсәй Федерацияһының крайҙары, өлкәләре, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары власть органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы договор»ға һәм «Рәсәй Федерацияһы федераль дәүләт власы органдары менән Рәсәй Федерацияһының автономиялы өлкәләре, автономиялы округтарының власть органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы договор»ға ҡул ҡуйыла.
Бөтә өс договор бергә «Федератив договор» тип йөрөтөлә. Ул РСФСР Халыҡ депутаттары съезының «Федератив договор тураһында» 1992 йыл 10 апрель Ҡарары менән раҫлана. Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Констиутцияһына (Төп Законына) үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында»ғы 2708-I һанлы 1992 йыл 21 апрель Законы менән Федератив договор положениелары Конституцияға индерелә. Был положениелар Рәсәйҙә федерализмдың төп принциптарын индерә, әммә шул уҡ ваҡытта уның асимметриялылығын (Федерация субъекттарының тиң хоҡуҡлы булмауын) нығыта, ул артабан 1993 йылғы яңы Конституцияны ҡабул иткәндә йомшартыла төшә.
РФ менән БР араһындағы федератив килешеү һәм уға Ҡушымта
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында федератив договорға һәм уға Башҡортостан Республикаһынан ҡушымтаға 1992 йылдың 31 мартында ҡул ҡуйыла. 1993 й.
Федератив договорҙың төп положениелары РФ Конституцияһына һәм БР Конституцияһына индерелә.
Договор преамбуланан һәм 8 статьянан тора. Договорҙа федератив дәүләт составында, кешенең ҡайҙа йәшәүенә һәм ниндәй милләткә ҡарауына бәйһеҙ рәүештә, кеше һәм граждандар хоҡуҡтарының өҫтөнлөгө, халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһында положениелар нығытылған.
Договор дәүләт власының федераль органдары менән дәүләт власының республика органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен һәм вәкәләттәрҙе билдәләй, берлектә идара итеү даирәләрен асыҡлай, республиканың үҙ территорияһында дәүләт власын тулы кимәлдә таный (1—3‑сө статья); дәүләт власының федераль органдары һәм дәүләт власының республика органдары араһында вәкәләттәрҙе яңынан бүлешеү мөмкинлеген бирә (4‑се статья); вәкәләт сиктәрендә РФ власть органдары һәм республика власть органдары тарафынан бирелгән юридик документтарҙың законлы булыуын таный (5‑се статья); РФ һәм республика дәүләт власы органдары араһында бәхәстәрҙе хәл итеү тәртибен билдәләй (6‑сы статья); Федераль договорҙа теркәлгән вәкәләттәрҙе һәм хакимиәт даирәһен бер яҡлы үҙгәртеүҙе тыя (7‑се статья).
Федераль договорға Башҡортостан Республикаһы төҙөгән Ҡушымтала үҙ территорияһында ерҙе, ер аҫты байлыҡтарын һәм башҡа тәбиғәт ресурстарын биләү, файҙаланыу һәм идара итеүҙе хоҡуҡи көйләүҙә республиканың юридик хоҡуғын; Федераль договорҙға ярашлы Рәсәй Федерацияһына ирекле тапшырылған хоҡуҡтарҙан тыш, республиканың халыҡ-ара бәйләнештәрҙә һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә үҙ аллы ҡатнашыу хоҡуғын нығыта.
Ҡабул ителгән закондарға һәм федераль органдар менән өҫтәмә килешеүҙәргә ярашлы һалым һалыу һәм ҡаҙнаға йыйымдарҙың дөйөм принциптарын билдәләргә, хоҡуҡи көйләү өсөн (РФ дәүләт органдарына ирекле тапшырылған мәсьәләләрҙән тыш) закон сығарыу һәм суд системалары, прокуратура, адвокатура, нотариат ойошторорға мөмкинлек бирә; был турала килешелгән положениелар буйынса өҫтәмә Килешеүгә ҡул ҡуйыу кәрәклеген таный. [1] 2020 йыл 1 ноябрь архивланған..
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление СНД РФ от 10.04.1992 № 2689-I
- ↑ Бушуев А.С. История переговоров Российской Федерации и Республики Татарстан в 1991-1994 гг. // Федерализм. — 2014. — № 2. — С. 155—162. — ISSN 2073-1051. Архивировано из первоисточника 23 март 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Федеративный договор
- Федеративный договор
- П. Ю. Ермошин. Федеративный вопрос и новые субъекты РФ. 6.03.2015
- Федеративный договор (Москва, 31 марта 1992 г.)
- Федератив договор // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 март 2022)