Фаршатов Иридий Әшрәф улы
Фаршатов Иридий Әшрәф улы ( рус. Фаршатов Иридий Ашрафович ; 5 июль 1938 йыл) — ғалим-юрист, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), юридик фәндәр докторы (1992), профессор (1993).
Фаршатов Иридий Әшрәф улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил |
СССР, Рәсәй Федерацияһы |
Ғилми даирәһе |
юриспрунденция |
Эшләгән урыны |
БДУ |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Ниндәй өлкәлә танылған |
ғалим-юрист, педагог,өлкән уҡытыусы, доцент |
Биографияһы
үҙгәртергәИридий Фаршатов 1938 йылдың 5 июлендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында тыуған. 1966 йылда Свердловск юридик иниститутын[1] тамамлай. Ошо йылда Башҡортостандың Асҡын районы халыҡ судында халыҡ судьяһы булып эш башлай. 1969 йылда КПСС-тың Асҡын район комитеты секретары итеп һайлана. 1972—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй: уҡытыусы, өлкән уҡытыусы, доцент, хоҡуҡ фәндәр докторы, профессор. Ул 130-ҙан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни-тикшеренеү хеҙмәттәрен хоҡуҡ нормаларын, өҫтәмә хоҡуҡ мөнәсәбәттәрен махсуслаштырыу, торлаҡ закондары йыйылмаһын камиллаштырыу проблемаларына арнаған[2].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Правовые основы социального развития села. М., 1991;
- Жилищное законодательство: практика применения, теоретические вопросы. М., 2001;
- Комментарии к судебной практике по жилищным спорам. М., 2011
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Урал дәүләт юридик университеты
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы/ Фаршатов Иридий Әшрәф улы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фаршатов Иридий Әшрәф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2022)
- Инфорамационный портал/ Фаршатов Иридий Ашрафович (рус.)