Фанни Эльслер (нем. Fanny Elßler, ҡыҙ исеме Франциск; 23 июнь 1810, Вена — 27 ноябрь 1884, шунда уҡ) — австрия бейеүсеһе, Тереза Эльслерҙың һеңлеһе. XIX быуаттың билдәле балериналарының береһе, сәхнәлә Мария Тальони менән ярышыусы; 1834-1840 йылдарҙа Париж операның прима-балеринаһы.

Фанни Эльслер
Fanny Elßler
Исеме:

Франциска Эльслер

Тыуған ваҡыты:

23 июнь 1810({{padleft:1810|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Вена, Флаг Австрийской империи

Вафат ваҡыты:

27 ноябрь 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)

Вафат урыны:

Вена, Австро-Венгрия флагы

Һөнәре:

балет артисы

Гражданлығы:

Австрия империяһы Австрия империяһыАвстро-Венгрия Австро-Венгрия

Әүҙем йылдары:

1824—1851

Театр:

Париж операһы балеты (1834—1840)

Тормошо һәм ижады

үҙгәртергә

Фанни Эльслер өлкән апаһы Тереза менән бергә бейеү сәнғәтен Вена Бургтеатр балет мәктәбендә өйрәнә. Тәүге тапҡыр сәхнәгә Неаполдең Сан Карло театрында 1824 йылда сыға. Ошонда балерина неаполитан короле IV Фердинандтың улы Салерно принцы Леопольд менән таныша. Уның менән яҡын бәйләнештә булыуҙан улы Францты таба.

1829 йылда министр Клеменс фон Меттернихтың секретары Фридрих фон Генц менән таныша. Фридрих фон Генц балеринанан 46 йәшкә оло була. Фанни Эльслер Фридрих фон Генц 1832 йылда үлгәнсе уның менән йәшәй. Генц йәш ҡатындың белеме һәм тәрбиәһе менән етди шөғөлләнә, уны сит телдәргә өйрәтә, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

 
Фанни Эльслер качуча башҡара

Берлинда һәм Парижда 1830 йылда Эльслер ҙур уңышҡа өлгәшә, аҙаҡ шул уңыштары арҡаһында Европа, Төньяҡ Америка һәм Куба буйынса уның артабанғы турнеһына (1840-1841 йылдарҙа) юл асыла.

Король музыка академияһының балет (хәҙер Париж опера балеты театры исеме аҫтында билдәле) менән 1834 йылдың сентябрендә Эльслер сығыш яһай. Фанни был этап ваҡытында Мария Тальониҙың үҙенән өҫтөнлөгөн һис шикһеҙ таный[1]. Шуға ҡарамаҫтан,Опера етәкселеге Тальони менән Эльслерҙың төрлө бейеүселәр икәнлеген белеп, конкуренцияны күтәреү мөмкинлеген күреп, Эльслерҙы яллай.

Билдәле булыуынса, Тальони еңел һикерә торған баллонлы бейеүсе була. Ә Эльслер, бәләкәй, тиҙ генә аҙымдар яһап, аныҡ бейеүе булыуы менән айырылып тора. Эльслерҙың бейеүе «тактик бейеү» (danse tacquetée) булараҡ билдәле. Әммә сығыштарының һөҙөмтәһе Эльслерҙың тағы ла бер триумфы булып тора һәм шуның арҡаһында уның көндәше Тальони ваҡытлыса Эслерҙың күләгәһе аҫтында баҫылып ҡала.

Тальони, артистизмда яҡшыраҡ булһа ла, шул ваҡытта Эльслерҙың шәхси һөйкөмлөлөгө менән ярыша алмай. Был бигерәк тә испан бейеүе Качучала (Cachucha) һиҙелерлек була, был бейеүҙе башҡарғанда Эльслер үҙ дәғүәселәренең барыһынан да өҫтөн була[1].

1848 йылдың 10 октябрендә Фанни Эльслер Санкт-Петербургтың Ҙур театры сәхнәһендә «Жизель» балетында дебют яһай. Башта уның сығышын тамашасылар бик тыйнаҡ ҡабул итә. Артабанғы «Мечта художника» һәм «Тщетная осторожность» балеттарында Фанни Эльслерҙың таланты тулыһынса асыла. Санкт-Петербургтан һуң бейеүсе Мәскәүгә күсеп килә — был ҡала, балеринаның һүҙҙәре буйынса, уға күберәк оҡшай, 1850 йылға тиклем Фанни баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһауын дауам итә[2].

Казимир Жидтың «Хромой Бес» балетында партиялар бейей, Луи Герольдтың «Тщетная осторожность» балетында Лиза партияһын, Цезарь Пуняның («Эсмеральда»һында Эсмеральда партияларын башҡара.

Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы булараҡ, ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана — краковяк, полька, качуча һәм башҡаларҙы яратып бейей. Бейеүсе апаһы Тереза Эльслер Пруссия принцы Адальбертҡа 1850 йылда кейәүгә сыҡҡансы, уның менән бергә йыш ҡына сығыш яһай[3]. Ф. Эльслер 1851 йылда Фанни Эльслер данының ныҡ күтәрелеүенә ҡарамаҫтан, ҡапыл ғына сәхнәне ташлап, шәхси тормошона иғтибарын йүнәлтә. Һуңғы сығышы тыуған ҡалаһы Венала үтә, шунан һуң, ул 1854 йылға тиклем Гамбургта йәшәй. 1854 йылда балерина бөтөнләй Венаға ҡайта. Фанни Эльслер Венаның Хитцинг зыяратында ерләнгән.

Репертуары

үҙгәртергә

Ле Пелетье театрында

үҙгәртергә
  • 16 октябрь, 1837 — Жан Кораллиҙың «Кошка, превращенная в женщину» балетында Принцесса партияһы ( Александра Монфора[en] музыкаһы, Шарль Дюверье либреттоһы (Студент — Жозеф Мазилье).
  • 5 май, 1838 — Зоя*, «Вольер, или Птицы Бокаччо» Тереза Эльслер, Жида Казимир музыкаһы, либреттоһы Эжен Скриб (Баҡса хужабикәһе, уның апаһы — Тереза Эльслер, Фернанд — Жозеф Мазилье).
  • 24 июнь, 1839 — Лауретта партияһы*, Ж. Кораллиҙың «Тарантул» балеты, (Жид Казимир музыкаһы, Эжен Скриб либреттоһы (Луиджи — Жозеф Мазилье башҡа ролдәрҙә — Ипполит Барре, Люсьен. Петипа).

Ла Скала театрында

үҙгәртергә
  • 8 ғинуар, 1847 — Катарина**, «Катарина, или Дочь разбойника[en]» Жюль Перро.
  • 16 март, 1847 — Одетта*, «Одетта, или Безумие Карл VI» Жюль Перро.
  • 12 февраль, 1848 — Маргарита*, «Фауст» Жюль Перро (Мефистофель — Жюль Перро).

1894 йылда Вена ҡалаһы урамдарының береһе (Elßlergasse) Эльслер хөрмәтенә уның исеме менән атала. Шулай уҡ уның исемен Гамбург һәм Айзенштадт ҡалаларындағы урамдар йөрөтә.

Сәнғәттәге образы

үҙгәртергә

Һынлы сәнғәттә

үҙгәртергә

Фанни Эльслерҙың «Хромой бес» балетындағы сиған ҡатын ролендәге портреты уның дебютының йылын билдәләп (1834) яҙыла. Был портрет Анри Греведон литографияһы буйынса рәссам Гюстав Буланже тарафынан яҙылған. Портрет Гранд-Операның Бейеү фойеһындағы фризда XVII аҙағынан алып — XIX быуат уртаһындағы башҡа күренекле егерме бейеүсе портреттары араһында ҡуйылған.

Эльслер Фанни ике опереттаның героиняһы:

  • «Танцовщица Эльслер Фанни» — Иоганн Штраус-улдың Ганс Адлер либреттоһы буйынса ижад иткән өс шаршаулы опереттаһы. Был опереттаның дебюты 1934 йылдың 22 декабрендә Берлинда үтә.
  • «Императорский бал в Шенбрунне» (Hofball in Schönbrunn) — был опереттаны Август Пепека ижад иткән, либреттоһы -Йозеф Вентерҙыҡы, премьераһы Венала 1937 йылдың 3 сентябрендә башҡарыла.
  • Erlebnisse Tänzerin der berühmten Fanny Elßler Die — фильмдың режиссеры Фридрих Цельник, ролдәрҙә Лия Мар һәм Эрнст Хофман (Zelnik-Mara-Film, Берлин, 1920).
  • Герцог Рейхштадтский / Reichstadt Herzog von Der (Австрия, 1921) — актриса Фит Питтнер
  • «Орлёнок[fr]» (Франция, 1931). Фанни Эльслер ролендә актриса Паулетта Фордис
  • «Фанни Эльслер» — Пауль Мартиндың фильмы, ролдәрҙә Лилиан Харви һәм Виллен Биргель (UFA, Берлин, 1937).
  • «Герцог Рейхштадтский[fr]» (Германия, Франция, 1931) Ф. Эльслер ролендә актриса Грете Нацлер[de]
  • «Балерина Эльслер Фанни Балерина» — фильмдың режиссеры Артур Рабенральт (Берлин, 1965).
  1. 1,0 1,1 Chisholm, 1911
  2. Трускиновская Д.М. «100 великих мастеров балета». — М.: Вече, 2010. — 650 с. — (100 великих (Вече)). — ISBN ISBN 978-5-9533-4373-2.
  3. Эльслер, Тереза // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Lieselotte Denk: Fanny Elßler. Jahrhunderts Tänzerin eines. Amalthea-Verlag, 1984 Wien, ISBN 3-85002-196-3
  • Ivor Guest: Fanny Elßler. Books Black, 1970 London
  • Riki Raab: Fanny Elßler. Eine Weltfaszination. Bergland-Verlag, 1962 Wien
  • Jarmila Weißenböck: Fanny Elßler. Materlialien. Böhlau, 1984 Wien, ISBN 3-205-06301-5
  • Эта статья (раздел) содержит текст, взятый (переведённый) из статьи «Elssler, Fanny» (ра — Chisholm, Hugh) Vol. 9 (ed 11th.) p. Шуларҙың 300 ун беренсе баҫма «Британ энциклопедияһы» күсә йәмәғәт ҡаҙаныштарын.

Һылтанмалар

үҙгәртергә