Фальк Иоганн Петер
Иоганн (Юхан)[~ 1] Петер Фальк (швед. Johan Peter Falck, 20 ғинуар Ҡалып:Comm — 12 апрель (31 март) 1774) — Швеция сәйәхәтсеһе һәм ботанигы, Рәсәй тәбиғәтен өйрәнеүсе. Карл Линнейҙың уҡыусыһы, уның «апостолдарының» береһе. Медицина докторы. Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен өйрәнеү буйынса Академик экспедициялар етәксеһе.
Фальк Иоганн Петер | |
швед. Johan Peter Falck | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
сәйәхәтсе, ботаник |
Биологик систематика | |
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Falk» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Был таксондар исемлеге IPNI сайтында Шәхси бите |
Биографияһы
үҙгәртергәШвецияла (швед. Kockstorp, Västergötland) 1732[1] (башҡа сығанаҡтар буйынса 1725[2], 1727[3] йәки 1733[4]) йылда дин әһеле ғаиләһендә тыуған[2].
1751 йылда Уппсала университетына уҡырға керә, бында медицинаны өйрәнә. Уның уҡытыусылары араһында Карл Линней (1707—1778) була. Медицина докторы дәрәжәһе менән Уппсала университетын тамамлай.
1760 йылда Карл Линней Фалькты үҙенең икенсе уҡыусыһы Пер Форссколь менән Дания экспедицияһына ебәрергә ниәтләй, әммә экспедиция етәкселәре уның кандидатураһын раҫламай.
Линнейҙың рекмендацияһы менән 1767 йылда Рәсәй Император Фәндәр һәм сәнғәт академияһына ҡабул ителә һәм Санкт-Петербургта Ботаника баҡсаһы директоры була. Император Ирекле иҡтисади ойошмаһы ағзаһы итеп һайланған.
Карл Линнейҙың уҡыусыларын, шул иҫәптән Фалькты «Линнейҙың апостолдары» тип йөрөтәләр, улар донъяның төрлө ҡитғаларынанда экспедицияларҙа ҡатнашып үҙуҡытыусыһының планы буйынса эшләйҙәр, уға үҫемлектәр орлоҡтарын, шулай уҡ гербарий һәм зоологик өлгөләрҙе ебәргәндәр.
1767 йылдан Георги Иоганн Готлиб етәкселегендәге Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен өйрәнеү буйынса Академик экспедицияларҙа ҡатнаша, отряд менән етәкселек итә. Экспедициялар арышында Ырымбур губернаһының Өфө һәм Иҫәт провинцияларында, шул иҫәптән Көньяҡ Уралдың 19 тау заводында (Белорет, Вознесенка, Ҡытау-Ивановск, Әүжән-Петровск заводтары һәм башҡалары), Бөрө, Өфө ҡалаларында, Табын ҡәлғәһендә булған. Башҡорт, ҡаҙаҡ, мари, татар, урыҫ, удмурт, сыуаш һәм башҡа халыҡтар тураһында этнографик материалдар йыйған. Башҡорт ауылдарының төҙөлөшөн, традицион шөғөлдәрен (малсылыҡ, солоҡсолоҡ), хужалығын, йәйләүҙәрен тасуирлаған. Урал тауҙары буйы флораһы буйынса күп материалдар туплаған[5].
Рәсәй империяһы буйлап сәйәхәт барышында опиум менән мауығып китә.
1774 йылда Ҡазанда булып үткәндә, депрессия һөҙөмтәһендә үҙ үҙенә атып үлә[1].
Фальктан ҡалған ҡиммәтле фәнни материалдары Иоганн Георги һәм Эрик Лаксман тарафынан туплана һәм 1785—1786 йылдарҙа Фәндәр академияһы ҡарамағында немец телендә нәшер ителә.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Beyträge zur topographischen Kenntniss des Russischen Reichs. St. Petersburg: gedruckt bey der Kayserl. Akademie der Wissenschaften, 1785—1786. Тома 1—3.
- Записки путешествия академика Фалька // Полное собрание ученых путешествий по России, издаваемое Императорскою Академией Наук, по предложению её президента, с прим., изъясн. и дополн. Пер. с нем. П. Петрова. Т. 6—7. — СПб., 1824—1825.
Хәтер
үҙгәртергәКомментарийҙар
үҙгәртергә- ↑ В литературе на русском языке его имя обычно записывают не на шведский манер (Юхан), а на немецкий — Иоганн.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Jiří Mlíkovský. Nomenclatural and taxonomic status of birds described by Johan Peter Falck in 1786 2013 йыл 2 декабрь архивланған. // Journal of the National Museum, Natural History Series. — Vol. 175 (1-2): 17-25, 2006. (инг.)
- ↑ 2,0 2,1 Носкова, 2007, с. 1103
- ↑ Гнучева В. Ф. Географический департамент Академии Наук XVIII века // Тр. Архива АН СССР. — М.; Л.: Изд-во АН СССР. — В. 6.
- ↑ Бобров Е.Г. Линней, его жизнь и труд. — М.;Л.: Изд-во АН СССР, 1957.
- ↑ Академические экспедиции 2008 йыл 5 июль архивланған..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Полное собрание учёных путешествий по России проф. Крашенинникова, Лепёхина и Фалька. — СПб., 1818—1825.
- Фирсов Г. А. Приезд Ивана Фалька в Тюмень // Aus Sibirien — 2008: Научно-информационный сборник. — 2008.
- Носкова О. Л. Иоганн Петер Фальк - последователь Карла Линнея в России // Известия Самарского научного центра РАН : журнал. — Самара, 2007. — В. 4. — Т. 9. — С. 1103-1106.
- Фальк, Иоганн-Петр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Исследователи-путешественники о Башкортостане: XVIII век. — Уфа, 2007.
- Александровская О. А., Широкова В. А., Романова О. С., Собисевич А. В. Экспедиции, наводящие мосты, — ученик К. Линнея И. П. Фальк: российско-шведский проект // Вопросы истории естествознания и техники. — 2017. — № 1. — С. 190–195.
- Экспедиция апостолов Линнея по наведению мостов во времени – Швеция, Казахстан, Кыргызстан и Россия. Путеводитель исследователя / H. Lars, H. Viveka, K. Chistian и др. — Лондон, Москва, Астана, 2017. 6 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сидоров В. В. Фальк Иоганн Петер // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.