Исламова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы

(Фагима Исламова битенән йүнәлтелде)

Исламова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы (19 декабрь 1925 йыл) — Башҡортостандың мәғариф эшмәкәре, уҡытыусы-методист, педагогия фәндәре кандидаты. Милләте — башҡорт.

Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы
Исламова
Тыуған көнө

19 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (98 йәш)

Тыуған урыны

Башҡортостан Илеш районы Ҡарабаш ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог, методист

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы Исламова (ҡыҙ фамилияһы Биҡҡолова[1]) 1925 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Ҡарабаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1932 йылдан ауылдағы ете йыллыҡ, артабан Үрге Йәркәй урта мәктәбендә уҡый.

Урта белемле ҡыҙ 1941 йылда Илеш районы Яңы Ҡырғыҙ башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Унда 1943 йылдың көҙөнә хәтлем балалар уҡыта, бер үк ваҡытта колхозда мәҙәниәт сараларын ойоштороусы һәм военрук була, уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән күп эштәр башҡара.

1943 йылдың октябрендә Фәһимә Исламова К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Факультеттың башҡорт бүлегендә ул иң алдынғыларҙың береһе була: яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

1947 йылда, педагогия институтында уҡыуҙы тамамлауға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы Фәһимә Исламоваға аспирантурала уҡырға тәҡдим итә. Әммә ауылда ата-әсәһе һәм туғандарының матди хәле мөшкөл булыу сәбәпле, йәш белгес уларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында мәктәпкә эшкә штергә мәжбүр була. Уны үҙенең теләге буйынса тыуған районы халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына ебәрәләр. Фәһимә Исламова Үрге Йәркәй урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп билдәләнә. Бында ул ике йыл уҡыта, педагогик тәжрибә туплай.

1949 йылдың сентябрендә Фәһимә Исламова ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, РСФСР Педагогия фәндәре академияһы аспирантураһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлай һәм 1952 йылдың 28 ноябрендә «Башҡорт теленең ябай һөйләмдәрендә синтаксик бәйләнеш типтары һәм уларҙы V—VI кластарҙа уҡытыу методикаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Диссертация баҫылып сыға.

Педагогия фәндәре кандидаты Ф.Ғ.Исламова Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына эшкә ебәрелә. Бында ул хәҙерге башҡорт теле, тел ғилеменә инеш, рус һәм башҡорт телдәренең сағыштырма грамматикаһы курстары буйынса лекциялар уҡый, бер аҙ ваҡыт башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире була, мәктәптәр өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә.

1954 йылда Ф.Ғ.Исламова Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә алына, институтта һәм 1957 йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы була, башҡорт теле буйынса лекциялар уҡый, махсус курстар алып бара.

1958 йылда Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы Исламова Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында хеҙмәт юлын дауам итә. Бында ул алдынғы мәктәптәр һәм уҡытыусылар менән даими бәйләнеш тота. Уларҙың тәжрибәһе ғалимәгә башҡорт теле буйынса күҙәтеүҙәрен ғәмәлдә һынап ҡарарға, тикшерергә, шуның нигеҙендә һығымталар яһарға мөмкинлек бирә. Уның башҡорт теле, уны уҡытыу методтары һәм алымдары тураһындағы ғилми хеҙмәттәре алдынғы тәжрибәләрҙе дөйөмләштереү нигеҙендә яҙыла. Ғалимәнең дәреслектәре, методик ҡулланмалары, уҡытыу әсбаптары, үҙенең ярҙамы уҡытыусыларға балаларҙың белем сифатын күтәрергә булышлыҡ итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.