Исламов
Исламов — башҡорт, татар һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа таралған фамилия.
- Исламов Динис Фәтхи улы (1921—1973) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, хәрби ордендары кавалеры.
- Исламов Илдар Лоҡман улы (29.01.1957) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995).
- Исламов Рәмил Фәнәүи улы (14.09.1958) — филология фәндәре докторы.
- Исламов Фәнүс Ямур улы (12.04.1934) — Почёт Билдәһе ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1984), РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1991).
- Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26.07.1948) — зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), профессор.
- Исламова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы (19.12.1925) — Башҡортостандың мәғариф эшмәкәре, ғалим-методист, педагогия фәндәре кандидаты.
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |